«Йәшлек» гәзите » Спорт » Ҙур спорт тирәләй



25.10.2011 Ҙур спорт тирәләй

«Амур» – лидер

Ғүмерендә ҡыланмағанын ҡылана бит был «Амур»… Хәҙер килеп ҡаҙағстан көйәр­мәндәрен һағышҡа батырҙы. Уҙған турҙа Хабаровск уйынсылары урындағы «Барыҫ» командаһын 4:0 иҫәбенә отоп, үҙенең лидерлыҡ позицияһын нығыта төштө. Улар, 17 уйындан һуң 38 мәрәй яулап, турнир таблицаһының иң үрендә. «Салауат Юлаев» командаһы менән хушлашып, «Динамо» /Мәскәү/ клубында урын тапҡан Чехия легионеры Якуб Клепиш яңы командаһында уңышҡа өлгәшһә лә, мәскәүҙәр еңеү яулай алманы. Улар Риганың «Динамо»һынан 2:5 иҫәбенә еңелде. Башҡалар ошондай иҫәпкә таралышты: «Автомобилист» − «Югра» − 2:3, «Трактор» − «Металлург» /Мг./ − 1:3, ЦСКА − «Лев» − 6:1, «Торпедо» − «Атлант» − 5:3.
Юлаевсылар кисә «Северсталь» менән осрашты.

Пляжда оттоҡ, «мини»һында саҡ ҡына ҡалды…

Рәсәй йыйылма командаһы Бразилияла мини-футбол буйынса «Гран-при» турнирында ҡатнашып, икенсе урын яуланы. Улар финалда турнир хужалары менән осрашып, 1:2 иҫәбенә отолдо. Ғөмүмән, бындай бәйгене рәсми булмаған донъя беренселеге тип тә һанайҙар. Сөнки ул йыл да Бразилияла үтә һәм ҡатнашыусыларҙы ойоштороусылар үҙҙәре саҡыра. Турнир 2005 йылдан уҙғарыла. Әлегә тиклем үткән ете беренселектә Бразилия алты тапҡыр еңеүсе тип табыла. Бразилия тигәндән, Рәсәйҙәр уларҙы пляж футболы буйынса донъя беренселегендә финалда отҡайны инде.
Тимәк, алға китеш бар. Бәлки, ҙур футболда уңышҡа өлгәшергә лә күп ҡалмағандыр…

Рәсәй футболында иң ҙур иҫәп
Футбол буйынса Рәсәй Премьер-лига командалары сираттағы 28-се турын уҙғар­ҙы. Унда илебеҙҙең футбол тарихында иң ҙур иҫәп теркәлде. Махачкаланың «Анжи» командаһы ЦСКА менән 3:5 иҫәбенә таралышты. ЦСКА өсөн был бик кәрәкле һөҙөмтә булһа, ә бына бай «Анжи» өсөн күңелде генә йыуатырлыҡ.
Чемпионат лидеры − «Зенит» футболсылары, «Ростов»ты 3:1 иҫәбенә еңеп, 57 мәрәй менән беренсе урында булһа, ЦСКА иһә, 55 мәрәй яулап, икенселә килә. «Спартак», беренселек аутсайдеры «Томь» уйынсыларын 4:0 иҫәбенә еңһә лә, әлегә, «Динамо»нан ҡала, дүртенсе баҫҡыста урынлашҡан.
А. ИШМӨХӘМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға