«Йәшлек» гәзите » Спорт » Нимәлер булды юлаевсыларға…



04.10.2011 Нимәлер булды юлаевсыларға…

Нимәлер булды юлаевсыларға…
Аҡса тигән төшөнсә КХЛ-да юҡҡа сығып бара, буғай. Хәҙер байы ла, уртаса хәллеһе лә бер үк һөҙөмтә күрһәтеп, командалар тигеҙләнеп бөтөп бара. Был, бер яҡтан, һәйбәт күренеш. Тик ниңә шул тиклем аҡсаны елгә осорорға? Һүҙ, әлбиттә, һуңғы арала һүлпән уйыны менән көйәрмәндәрен аптыратҡан «Салауат Юлаев» командаһына ҡағылһа ла, башҡа хәлле клубтар ҙа үҙ уйынын таба алмай интегә. Шул уҡ ут күршебеҙ «Аҡ барс», «Металлург» (Мг.) хоккейсылары әлегә үҙ-ара килешә алмай йонсой. Уҙған турҙа тәүгеһе «Югра»нан өҫтәмә ваҡыттың һуңғы секундында гол үткәртеп, отолһа, Магнитогорск уйынсылары «Нефтехимик»ҡа 1:3 иҫәбенә еңелде. Ситтәгеләрҙе «сәйнәп», өфөләрҙе аҡлағандан түгел. Улар ҙа айырым «тәнҡит»кә лайыҡ.
Һуңғы осрашыуҙарҙы ғына алайыҡ. «Себер»ҙе инде буллит серияһында булһа ла көскә отһалар, «Металлург» (Новокузнецк) хоккейсыларына бөтөнләй ҡаршылыҡ күрһәтә алманылар. Ағалы-ҡустылы Радуловтарҙың юҡлығы командаға әҙерәк тәьҫир итеүен-итһә лә, төп проблема беҙҙекеләрҙең эске торошона бәйле һымаҡ. Сергей Зиновьев та, шуғалырмы икән, матур уйнай алманы. Ғөмүмән, бөтә команда Новокузнецк егеттәренә ҡаршы уйнағанда чемпионға түгел, ә һөйрәлеүсегә оҡшаны. Улар уйынды ҡотҡарып ҡалаһы урынға, киреһенсә, тынысланып, ҡунаҡтарға еңеү бүләк итте. ҡыҫҡаһы, өфөләргә нимәлер булды. Миҙгел башына ла һылтанырға булыр ине. Тик йышайған еңелеүҙәр башҡа уйҙарға килтерә. Туғыҙ уйындан һуң 16 мәрәй яулап, «Салауат Юлаев» хоккейсылары турнир таблицаһының өсөнсө баҫҡысында урынлашҡан. Көйәләнергә урын да юҡ һымаҡ. Тик ҡалған дәғүәселәр әлегә осрашыуҙарҙы әҙерәк уҙғарған. Шул уҡ СКА-ны алайыҡ. Улар биш осрашыу­ҙан һуң 13 мәрәй менән алтынсы урында килә. «Амур» аптырата. Улар, Словакияға барып, урындағы «Лев»ты 4:2 иҫәбенә еңеп, ғүмерендә булмағанса, чемпионатты етәкләй.
Хәҙер Сергей Михалевтың тәрбиәләнеүселәре дүрт уйынды ситтә уҙғарасаҡ. 6 октябрҙә Омскиҙа ҡунаҡ булһа, 8-ендә – «Барыҫ», 10-ында – «Себер» һәм 12-ендә йәнә шул Новокузнецк уйынсылары менән сәкәләшәсәк.

Венер САФИН, «СЮ» командаһының өлкән тренеры:
– Дәғүәсене лайыҡлы еңеүе менән ҡотлайым. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер уйынсылар осрашыу аҙағынаса уйнамай. Бында дәғүәселәрҙе көслө-көсһөҙгә бүлергә ярамағанлығын онот­ҡандар, ахыры. Александр Радуловҡа килгәндә, ул бер аҙ йәрәхәтләнде. Шуға боҙҙа күренмәне. Моғайын, киләһе уйын­дарға һауығып, боҙға сығыр тигән өмөттәбеҙ.
Н. ТИМЕРОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға