«Йәшлек» гәзите » Спорт » Максим Чудовтың биатлондан китеүе ихтимал



17.09.2011 Максим Чудовтың биатлондан китеүе ихтимал

Максим Чудовтың биатлондан китеүе ихтимал
Рәсәйҙең билдәле биатлонсыһы, донъя беренселеге призеры, ҙур өмөттәр бағланған яҡташыбыҙ Максим Чудовтың быйылғы миҙгелдә ярыштарҙа ҡатнашмауы ихтимал.
Сәбәбе – һаулығы физик ауырлыҡтарҙы күтәрмәүендә. Медицина тикшереүе үткәндән һуң уның умыртҡа һөйәгенең елһенеүе асыҡланған. Әлегә Максимға физик ауырлыҡтарҙан тыйылып торорға ҡушҡандар. Үҙе әйтеүенсә, моғайын, киләһе ярыштарға сыҡмай, Өфөлә еңелсә күнекмәләр үтәсәк. Әгәр бөтәһе лә һәйбәт булһа, карьераһын дауам итәсәк.
Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры Валерий Польховский ҙа, Чудовтың хәленә инеп, командала уның өсөн урын тотасағына ышандырҙы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға