«Йәшлек» гәзите » Спорт » Көрәшкә иғтибар арта



17.09.2011 Көрәшкә иғтибар арта

Көрәш – башҡорт халҡының борон-борондан килгән, иң киң таралған спорт төрҙәренең береһе.
Майҙандарҙа, һабантуй­ҙарҙа ир-егет данын күтәрер милли көрәшебеҙ традициялары бөгөн дә көслө. БР Хөкүмәте Премьер-ми­нистры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина ойошторған милли көрәш һәм билбау көрәшеүен үҫтереү тура­һындағы кәңәшмәлә ошо турала ла һүҙ барҙы.
Билбау менән көрәшеү донъяла көндән-көн нығыраҡ үҫеш ала, шул йәһәттән беҙҙең милли көрәште лә донъя аренаһына сығарыу мөһим.
Көрәшкә ҡарата йәштәр­ҙең дә ҡыҙыҡһыныуы көслө – бөгөн республикала 16613 уҡыусы был спорт төрө менән шөғөлләнә. Кәңәшмә барышында 2013 – 2015 йылдарға иҫәпләп әҙерләнәсәк көрәш буйынса программаның төп мәсьәләләре ҡаралды. Спорт үҙәктәре булдырыу һәм көрәште популярлаштырыу тураһында ла һүҙ барҙы. Бәлки, Башҡор­тостанды донъя кимәлендә танытыусы спорт төрө лә тап көрәш булыр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға