13.09.2011 Яңы киңлектәр асыла
Тхэквон-до (ИТФ) − республикабыҙҙағы спорт федерацияларының иң билдәлеләренең береһелер. Дүрт йәштән алып шөғөлләнгән балаларҙан буласаҡ ил, донъя чемпиондарын тәрбиәләгән был спорт клубтары үҫмерҙәр һәм йәштәрҙе айыҡ тормош менән йәшәүгә әйҙәй, уларҙың тәнен генә түгел, күңелен дә сыныҡтыра.
Үткән быуаттың 50-се йылдарында Кореяла үҫеш алған был көрәш төрө беҙҙең республикала 90-сы йылдарҙа популярлыҡ яулай һәм үҫешә башлай. Тәүге спорт клубтары
Нефтекама ҡалаһында асыла. Һуңынан Салауат һәм башҡа ҡалаларға күсә. Ә бөгөн республиканың төрлө райондарындағы күп һанлы спорт клубтары берләшкән. Тхэквон-до федерацияһының штаб-квартираһы Өфөлә урынлашҡан. Бында тәрбиәләнеүселәр, Мәскәү, Яр Саллы, ҡаҙан, Волгоград һәм башҡа ҡалаларҙа ойошторолған ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Күптән түгел Башҡортостан Республикаһының Асыҡ кубогы, милиция полковнигы Н. Позин исемендәге чемпионаттарында команда беренселегенә ирештеләр. Бөтә был еңеүҙәрҙә, спортсыларҙың оҫталығы, ныҡышмалылығы менән бер рәттән, бағыусылар һәм хәйриә фондтарының өлөшө лә бар. Бигерәк тә Башҡортостан Республикаһының “Урал” хәйриә фондына рәхмәтле федерацияла тәрбиәләнеүселәр. Ул спорт инвентарҙары, спортсыларға өҫ кейемдәре, ярыштар уҙғарыу өсөн ҡоралдар алып биреп, буласаҡ чемпиондарҙы ҡыуандырған. “Урал”дың был федерацияға ғына түгел, башҡа төрлө спорт ойошмаларына ла ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуы бигерәк тә шатлыҡлы.
− Киләсәктә, һис шигем юҡ, беҙҙе яңынан-яңы еңеүҙәр көтә, яңы мөмкинлектәр асыласаҡ. “Урал” хәйриә фондына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Балалар – беҙҙең киләсәк. Ә улар һау-сәләмәт, еңеүҙәргә генә ынтылыусан булырға тейеш, − ти Башҡортостан Республикаһының Тхэквон-до (ИТФ) федерацияһы етәксеһе Руслан Нәбиуллин.
Бына шундай изге эштәре менән ҡыуандырған ойошмалар күберәк булһын. Спорт һәм сәләмәтлек – бер тамырҙан.
Лилиә ҡӘЙЕПОВА.
Данил Мусин фотолары.