«Йәшлек» гәзите » Спорт » Спортты яратҡан йәмғиәт көслө лә, сәләмәт тә



13.08.2011 Спортты яратҡан йәмғиәт көслө лә, сәләмәт тә

Спортты яратҡан йәмғиәт көслө лә, сәләмәт тә
Ил был аҙнала Физкультурниктар көнөн билдәләй. Үҙенә һаулыҡ, тән сәләмәтлеге, рух ныҡлығы теләгән һәр кемгә был байрам ысын мәғәнәһендә тормош рәүеше лә. Шул көн айҡанлы Башҡортостан Республи­каһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан БИКЕМ­БӘТОВ­ҡА бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек. Әйткәндәй, Руслан Ғиниәт улы – республикабыҙҙың күренекле спортсыларының береһе, спорт мастеры, милли көрәш бу­йынса Рәсәй чемпионы, күп халыҡ-ара бәйгеләр еңеүсеһе. Спорт һәм милли көрәшкә ҡағылышлы күп кенә фәнни эштәр авторы, педагогия фәндәре кандидаты.
– Башҡортостанда спорт торошон нисек баһалайһығыҙ?
– Республикабыҙҙа һәр саҡ спортҡа, сәләмәт тормошҡа иғтибар булды, әле лә бар. Халҡыбыҙҙың, милләттең, ғөмүмән, илдең киләсәге сәләмәт, ныҡлы рухлы егет-ҡыҙҙарға, шәхестәргә бәйләнгәнен һәйбәт аңлайбыҙ. Беҙҙең министрлыҡтың ойошторолоуы һәм бөгөн уның әүҙем эшмәкәрлеге генә лә шул турала һөйләй. Республикабыҙҙың күп райондарында спорт объекттары төҙөлә. Һуңғы йылдарҙа төҙөлгән спорт комплекстары һаны тиҫтәләр менән һанала. Бина төҙөлөп тә, шарттар булдырып та, унда кешеләр шөғөлләнмәһә, борсолоу белдерер инек, тик беҙҙә зар юҡ. Башҡортостанда халыҡтың 20,6 проценты спорт менән шөғөлләнә, йәғни биш кешенең береһенең ҡулында мотлаҡ йә туп, йә саңғы, йә гер тигәндәй. Эскелек, тәртипһеҙлек, йәштәр буш ваҡытын нисек үткәрергә белмәй, тип лаф орғансы, ата-әсәләр балаларын спорт түңәрәктәренә, бассейндарға, комплекстарға, майҙансыҡтарға алып барһын. Һәр кемгә ишек асыҡ.
Башҡортостан донъя спортында ла үҙ тауышын белдереп тора. Әле һуңғы ике айҙа ғына волейбол һәм шашка буйынса донъя лигаһы уйындары, бокс, велоспорт, бишалыш буйынса Рәсәй кимәлендәге ҙур-ҙур ярыштар үтеүе – быға асыҡ дәлил. Ә «Салауат Юлаев» хоккейсыларының Гагарин кубогын яулауы илебеҙҙең спорт тарихына алтын хәрефтәр менән яҙыласаҡ. 2013 йылда йәштәр араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты беҙҙә үтәсәк, әле уға ҙур әҙерлек эштәре ойошторолған. Шул уҡ йылда Халыҡ-ара мәктәп уйындары ла беҙҙе бар донъяға танытасаҡ.
Төрлө спорт төрө буйынса Рәсәй йыйылма командаһында 256 спортсыбыҙ ил намыҫын яҡлай. Был аҙ һан түгел, минеңсә. Киләсәктә тағы ла күп егет-ҡыҙыбыҙ оло спортта ҡаҙаныштары менән һөйөндөрөр әле. Тәүге ярты йылда 89 спортсы – спорт мастеры, 342-һе кандидат тигән юғары исемгә лайыҡ булды. Донъя чемпионаты һәм кубогы еңеүселәре йөҙгә яҡын. Тимәк, киләсәк өмөтлө. Рәсәйҙә беҙҙең спортсылар бигерәк тә еңел һәм ауыр атлетика, фехтование, биатлон, велоспорт, дзюдо һәм башҡа спорт төрҙәрендә уңышлы сығыш яһай. Параолимпия төрҙәрендә беҙҙең республика бар донъяға билдәле. 2010 йылда Ванкуверҙа үткән ҡышҡы параолимпия уйындарының дүрт тапҡыр чемпионы Ирек Зариповты хәҙер кем генә белмәй?! Ул – илдең ғорурлығы ла, даны ла.
– Балаларҙы, йәштәрҙе, шулай уҡ ҡарттар­ҙы ла спортҡа ылыҡтырыу буйынса ниҙәр эшләнә? Программалар бармы, улар нисек тормошҡа ашырыла?
– Минеңсә, иң тәүҙә кешенең үҙендә сәләмәт тормошҡа ынтылыш булырға тейеш. Һәр кеше – ул йәмғиәт ағзаһы. Беҙҙең арала көслө, яҡты уйлы, насар ғәҙәттәрһеҙ, ныҡлы рухлы кешеләр күп икән, йәмғиәтебеҙ ҙә шул тиклем көслө лә, сәләмәт тә. Алда әйтеүемсә, һәр районда, ауылда шарттар тыуҙырырға тырышабыҙ. Республика етәкселеге тарафынан ҡулдан килгәндең барыһы ла эшләнә. 2011 – 2014 йылдарға ҡаралған балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереү буйынса программа тормошҡа ашырыла. Йыл әйләнәһенә мәктәп уҡыусылары араһында Мәғариф министрлығы тарафынан13 спорт төрө буйынса спартакиада үткәрелә. Ә беҙҙең министрлыҡ 45 Олимпия уйындары төрөнән балалар­ҙы ярыштыра. Төрлө уҡыу йорттары (ссуз, вуздар һ.б.) уҡыусылары араһында үткән бәйгеләрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Үҙеңде һынар, көсөңдө, таһыллығыңды күрһәтер өсөн, тимәк, аҙна һайын бер ярыш үтә тигән һүҙ. Ветерандар волейбол, еңел атлетика, көрәш, саңғы ярыштарында бик әүҙем ҡатнаша.
– Һеҙҙеңсә, республиканы данға күмәсәк бер донъя чемпионы әҙерләү отошломо, әллә йөҙ кешене саңғыға баҫтырыу йә шашка таҡтаһы янына ултыртыу уңышлыраҡмы?
– Беҙҙең өсөн барыһы ла мөһим. Кешеләрҙең күпләп спорт менән шөғөлләнеүенең ни тиклем һәйбәт һәм кәрәк икәнен билдәләп үттек инде. Халыҡты йәлеп итәбеҙ тип, юғары спортты ла оноторға тейеш түгелбеҙ. Олимпия уйындары, донъя чемпионаттары – илдең көсөн һәм ҡеүәтен күрһәтә торған лакмус ҡағыҙы бит ул. Максим Чудов, Тамара Танһыҡҡужина, Ирек Зарипов, «Салауат Юлаев»... Улар аша беҙҙең республиканы беләләр, донъя аренаһында таныйҙар. «Күләмдән – оҫталыҡҡа, милли спорт төрҙәренән – Олимпия миҙалдарына!» – беҙҙең девиз шулай яңғырай.
– Байрам алдынан гәзит уҡыусыларға теләктәрегеҙ?
– Тормош тәжрибәмдән сығып әйтә алам, спорт менән шөғөлләнеүсе бер ҡасан да замандан артта ҡалмай һәм һәр саҡ уңыш-ҡаҙанышта, дәрт-дарманда, сәм-ынтылышта йәшәй. Ныҡлы һаулыҡ, күтәренке кәйеф һеҙгә!

Морат ҒАРИФУЛЛИН яҙып алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға