02.08.2011 Спорт яңылыҡтары
Бәлки, футбол иленә барып булыр
2014 йылда Бразилияла буласаҡ футбол буйынса донъя беренселегенең йәрәбәһе үтте.
Рәсәй йыйылма командаһы, «Ғ» төркөмөнә эләгеп, чемпионатҡа путевка яулар өсөн Португалия, Израиль, Төньяҡ Ирландия, Әзербайжан һәм Люксембург футболсылары менән көс һынашасаҡ. Әлбиттә, Рәсәй өсөн был илдәр командаларының һәр береһе таныш. Һуңғыһы менән бигерәк тә йыш осрашабыҙ. Шул уҡ Израиль футболсылары ла беҙҙең егеттәргә бер ваҡыт ныҡлы дәрес үткәргәйне. Ғөмүмән, 2000 йылдан алып беҙҙең команда улар менән биш тапҡыр осрашып, өсәүһендә отолдо, тик берәүһендә генә еңеү Рәсәй яғында булды. Уйланырға урын бар. Төньяҡ Ирландия ла көсһөҙ дәғүәселәр иҫәбенә инмәй. Һәм бына иң төп дәғүәсе – Португалия. Уның менән Рәсәй уйынсыларының эштәре йүнләп бешкәне юҡ. Бешмәҫ тә инде, моғайын. Төркөмдә беренсе урын алырға хыялланмаһаҡ та, икенсегә сығырға өмөт бар. Әзербайжан командаһы менән бер тапҡыр ғына осрашып, еңеү беҙҙең яҡта булды.
Шулай итеп, алда беҙҙе бик ҡыҙыҡлы уйындар көтә.
Сидякин «Северсталь»гә юлланды
«Салауат Юлаев» хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, һөжүмсе Андрей Сидякин карьераһын «Северсталь» клубында дауам итәсәк.
Быға тиклем ул үҙен уҙған миҙгелдә «Спартак», «Югра» командаларында һынап ҡарай.
Билдәле һөжүмсе, 38 йәшлек Алексей Ковалев карьераһын Рәсәйҙә тамамларға уйлай. Оҙаҡ ваҡыт НХЛ-дың төрлө клубтарында сыныҡҡандан һуң, ул тыуған яғына ҡайтырға булды. Хоккейсы «Атлант» клубы менән бер йылға контракт төҙөгән.
Н. ТИМЕРОВ.