«Йәшлек» гәзите » Спорт » Донъяның иң шәп спортсыһы – Башҡортостандан



26.07.2011 Донъяның иң шәп спортсыһы – Башҡортостандан

Халыҡ-ара шашка буйынса донъя кубогы тамамланды. Ете көн буйы барған көсөргәнешле ярышта планетаның төрлө урындарынан килгән көслө спортсылар ҡатнашты. Классик программа буйынса көс һынашып еңгән спортсыларҙы тәбрикләү өсөн Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин, Халыҡ-ара мәктәп уйындары етәкселәре – Германиянан Торстен Раш менән Американан Ричард Смит, республика Хөкүмәте Аппараты вәкилдәре һәм башҡалар килде.
Шашка спорты элитаһын Башҡортостанда туплау һәм улар араһында ҙур ярыш ойоштороу еңелдән түгел. Әммә Өфөгә килгән билдәле спортсылар сараның ойошҡанлыҡ менән үтеүен, ҡунаҡтар өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылыуын билдәләне. Бер аҙна буйы барған ярышта төрлө илдәрҙән килгән шашкасылар бер-береһе менән яҡындан танышып, дуҫлашып та бөткән. Ә шулай ҙа ярыш- ярыш инде, унда иң көслөләр еңеп сығырға тейеш. Асылда спортсылар бер кубокҡа дәғүә итте.
Ярыш тамамланды, тип еңел һулап ғорурланырға хаҡыбыҙ бар – ирҙәр араһында беренсе урынды Рәсәйҙең билдәле спортсыһы Александр Гетманский яуланы. Унан һуң, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, бөгөндән үк билдәлелек яулаған Голландия спортсыһы Рул Бумстра килә. Был егеткә шундуҡ спорт мастеры исеме лә бирелде. Ә инде гүзәл заттар араһынан абсолют лидер булыу бәхете беҙҙекеләр өлөшөнә теймәне. Беренсе урынды Латвиянан Зоя Голубева яулаһа, икенсе урында Голландия спортсыһы Нина Хукман килә. Тик шулай ҙа ҡыуанырлыҡ факт та бар – өсөнсө урынды Башҡортостандың «шашка батшабикәһе» – Елена Мильшина яуланы. Әйткәндәй, күп тапҡыр донъя чемпионкаһы булған Тамара Танһыҡҡужина яҡташынан саҡ ҡына ҡалышты. Ирҙәр араһында еңеү яулаған Александрҙың да республикаға ҡатнашлығы юҡ түгел – уның атаһы – Башҡортостан егете, Гетманский үҙе лә Өфөлә йәшәп киткән.
Зоя Голубева тиҙ программа буйынса ла шәп һөҙөмтәләр күрһәткәйне. Тимәк, уны хаҡлы рәүештә әлеге уйындың фавориты тип атап була. Башҡа спортсылар ҙа Башҡортостандан ҙур тәьҫораттар, матур кисерештәр менән ҡайтып китте. Берәүҙәр өлөшөнә – еңеү, икенселәргә еңелеү төшһә лә, сараның матур һәм юғары кимәлдә ойошторолоуы уны онотолмаҫлыҡ итте.
Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға