04.06.2011 Уйнай ҙа, еңә лә беләбеҙ, етәксе генә кәрәк…
Беҙҙең халыҡ ҡыҙыҡ та инде... Берәй нәмә эшләһәләр, йә еңһәләр, маҡтанырға, етәкселәрен күккә сөйөргә әҙер генә тора! Эш боҙһалар, сәбәбен эҙләмәй, шунда уҡ уны эттән-эткә һалып һүгеп, тибергә генә торалар. Һүҙ хоккей буйынса Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры Вячеслав Быков хаҡында. Уның бит, батып барған Рәсәй хоккейын һаҙлыҡтан ҡотҡарып, элекке исемен ҡайтарырға көсө етте. Иҫләй китһәң, Вячеслав Аркадьевич килгәнгә тиклем Рәсәй хоккейсылары сирекфиналдан да ары үтә алмай ыҙаланды. Уйынсылар бар, ә улар менән уртаҡ тел таба алыусылар булмағанлыҡтан, команда үҙен лайыҡлы күрһәтә алмай этләнде. Ул ваҡытта НХЛ-да беҙҙең ʺйондоҙҙарʺ быуа быуырлыҡ ине. Әле лә көрһөнөргә урын юҡ, тик ҡайһы бер сәбәптәр, шулай уҡ ҡайһы бер аяҡ салыусы белгестәр арҡаһында Рәсәй командаһы әлеге хәлгә тарыны. Вячеслав Быков менән Игорь Захаркин 2006 йылда дилбегәне үҙ ҡулына алғас, Рәсәй командаһы сираттағы донъя беренселегендә бронза миҙал яулай. Ә инде икенсе йылына алтын миҙалға эйә була. Оҙаҡ көтә был көндө хоккей һөйөүселәр. Сөнки һуңғы тапҡыр улар 1993 йылда ғына юғары уңышҡа өлгәшкән була. 2009 йылда беҙҙекеләр йәнә чемпион була. Эштәр яйға һалынып, Рәсәй донъя хоккей элитаһында үҙ урынына ҡайта. 2010 йылда Ванкуверҙағы ҡышҡы Олимпия уйынында төп фаворит булып һаналған Рәсәй уйынсылары көтмәгәндә сирекфиналда Канада командаһына мәсхәрәле отолоп, хоккей һөйөүселәрҙе һағайтты. Гел генә еңеү көткән көйәрмәндәрҙе аңларға була, тик еңелеүһеҙ ҙә булмай шул. Тимәк, ниҙер эшләнеп етмәгән. Шул уҡ йылда донъя беренселегендә Вячеслав Быковтың тәрбиәләнеүселәре, Канаданы төп приздан төшөрөп ҡалдырып, финалға сыға. Финалда Чехия менән осрашып, йәнә еңелеү кисерә. Көмөш миҙал әллә ни уңышҡа һаналмаһа ла, борсолорға урын юҡ һымаҡ тойола. Һәм бына сираттағы беренселек. Әлбиттә, ул беренсе көнөнән үк Рәсәй командаһы өсөн уңышһыҙ башланды. Кемгә-кемгә, Германия уйынсыларына 0:2 иҫәбенә еңелә. Шунан башлана ла инде Быковтың «ҡара» көндәре. Тирә- яҡтан уға һәм уның ярҙамсыһы Захаркинға ҡаршы һөжүм көсәйә... Һиңә ҡаршы шундай һөжүм барғанда, команда менән нисек етәкселек итеп булһын?!. Хоккейсылар ҙа һуҡыр, һаңғырау түгел. Был команда мөхитендә лә һиҙелмәй ҡалмағандыр. Ярай, еңелдек икән, ти. Һуң ниңә, башта сәбәбен эҙләмәй, кешенең боғаҙына йәбешергә? Быков менән Захаркиндың Рәсәй хоккейын үҫтереүгә төп өлөш индергәне онотолған. Барыһы ла бер һүҙле булып, уларҙы эшенән ебәрергә, тигән ҡарар менән сыҡты. Хатта хөкөм ҡарары сығарыусылар араһында, йылы һүҙен әйтеп, Быковҡа рәхмәт еткереүсе булманы, буғай. Шул уҡ данлыҡлы тренер, ветеран Виктор Тихонов та, уларҙың эшмәкәрлеген һанға һуҡмай, Рәсәй хоккейын бөтөрөүҙә ғәйепләй. Бына һиңә мә!..
Яңыраҡ Рәсәй хоккей федерацияһы, уларҙың эшмәкәрлеген тикшереп, уҙған беренселеккә ʺикелеʺ билдәһе ҡуйып, бер тауыштан Быков менән Захаркинды эштән бушатты. Быков тауыш-тынһыҙ ризалығын белдерһә, Захаркин иһә үҙ фекерен белдереп маташа һәм киләсәктә үҙҙәрен йәнә күрһәтәсәгенә өмөтләнә. Ярай, ғәйептәрен танынылар ҙа, ти. Тик уларҙың урынына кем килер?.. Кандидаттары ла юҡ бит әле. Күптәре Рәсәй рулендә Зиннәтулла Билалетдиновты күрһә лә, уныһы әллә килә, әллә юҡ. Өйрәнеп бөткән, туғанынан да яҡын күргән «Аҡ барс» командаһын нисек ташлап китһен? Сөнки хәҙер төп команданың баш тренеры параллель рәүештә клуб менән етәкселек итмәйәсәк. Тимәк, был аҡса яғынан юғалтыу, тигән һүҙ. Ә кем аҡса яратмай? Шулай булғас, Зиннәтулланы үҙ яғыңа ауҙарыу өсөн ҡаҙандағы кеүек аҡса түләргә кәрәк буласаҡ. Түләмәй ҙә булмай шул, ике йылдан Сочиҙағы Олимпиада көтә. Ваҡыт аҙ ҡалды, һайланырға урын юҡ. Беҙҙең бөйөк бай илебеҙ өсөн бер нисә миллион һум аҡса нимә генә инде ул. Ана бит, футбол өсөн аҡса йәлләмәйҙәр. Рәсәй командаһын чемпион итер өсөн, миллионлаған евро түгеп, берәм-берәм сит ил белгестәрен йәлеп итеп ҡарайҙар. Әлегә һөҙөмтә генә юҡ... Айыуҙы бейергә өйрәткәнде, Рәсәй футболсыһын да туп уйнарға өйрәтеп булыр ул, бәлки...
Ә инде хоккейҙы беҙ күптән өйрәндек. Сит ил белгесенә мохтажлыҡ юҡ. Уйнай ҙа беләбеҙ, еңә лә беләбеҙ.
Н. ТИМЕРОВ.