«Йәшлек» гәзите » Спорт » Ул Өфөнө яҡын күрә



07.06.2011 Ул Өфөнө яҡын күрә

«Салауат Юлаев» командаһының баш тренеры итеп ҡайтанан Сергей Михалевты тәғәйенләнеләр. Ки­лешеү бер йылға төҙөлгән. Венер Сафин менән Сергей Герсонский уның ярҙамсылары булып ҡаласаҡ.
Клуб етәкселеге иҫке «яңы» тренер алдына юғары маҡсат ҡуйҙы − иң кәмендә КХЛ беренселегенең при­зер­ҙар исемлегенә инеү. Ә инде, хәленән килһә, уҙған миҙгелдәге батырлыҡты ҡабатлау. Ә нишләп ҡабатламаҫҡа, ти? Төп состав тулыһынса тиерлек һаҡланды. Китеүселәрҙән, алда яҙыуыбыҙса, ҡапҡасы Александр Еременко менән һөжүмсе Вячеслав Козлов «Динамо» /Мәскәү/ клубына юлланһа, Александр Рязанцев «Трактор»ҙы хуп күрҙе. Шулай уҡ инде Өфөнө үҙ иткән билдәле һөжүмсе Владимир Антипов, үҙенең финанс килемен күтәреүҙе талап итеп, юлаевсылар менән килешә алманы. Киләһе миҙгелдән Силәбенең «Трактор»ында көн күрмәксе. Дмитрий Калинин да кеҫәһен ҡалынайтыу йәһәтенән байыраҡ СКА-ға юлланды. Ә бына Норвегия легионеры Патрик То­ресен, ғаилә мөнәсәбәттәрен алға ҡуйып, Рәсәйҙе Европаға, йә булмаһа, НХЛ-ға алмаштырмаҡсы. Улар­ҙың урынын Магнитогорскиҙан һаҡсы Виталий Атюшов менән «Себер»ҙән һөжүмсе Игорь Миронов биләйәсәк. Өфөләр улар менән ике йылға контракт төҙөгән. Клуб етәкселеге тағы ике уйынсы менән һөйләшеүҙәр алып бара.

Н. ТИМЕРОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға