«Йәшлек» гәзите » Спорт » Миҙаллы булдылар



25.05.2011 Миҙаллы булдылар

Миҙаллы булдылар18 майҙа «Салауат Юлаев» хоккей клубына тантаналы рәүештә КХЛ беренселегенең алтын миҙалы һәм шулай уҡ башҡа ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Иҫ киткес матур байрамда юлаевсылар һәм дә көйәрмәндәр өсөн сәләмләү һүҙе менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны.
– «Салауат Юлаев» Рәсәйҙең иң көслө командаларынан һанала. Ҙур хоккей Өфөлә һәр ваҡыт буласаҡ, – тине ул. Шулай уҡ Рәсәй хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк та өфөләргә маҡтау һүҙҙәрен еткерҙе.
Яуап һүҙе менән команданың капитаны Виктор Козлов сығыш яһаны. Норвегия легионеры Патрик Торесен рәхмәт һүҙҙәре менән барыһын да сәләмләне.
Тантаналы байрамда Фәйзи Ғәскәров исемендәге академия халыҡ бейеүҙәре «Мираҫ» ансамбле һәм Мәскәүҙән килгән «йондоҙ»ҙар – Кристина Орбакайте менән Олег Газманов үҙҙәренең сығышы менән байрамға йәм өҫтәне.
Концерттан һуң, байрамды дауам итеп, хоккейсылар, Гагарин кубогын алып, Өфөнөң Ленин майҙанына юлланды. Байрамса салют атып, Баш­ҡортостандың хоккей тарихында йәнә бер сағыу битен яптыҡ.
Н. ТИМЕРОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға