«Йәшлек» гәзите » Спорт » Көслөгә ҡулдары ла ярҙамға киләме?..



26.03.2011 Көслөгә ҡулдары ла ярҙамға киләме?..

ҡул менән дә уйнай белергә кәрәк... Гагарин кубогы өсөн башланған Көнсығыш конференцияһының финалында «Салауат Юлаев» командаһы менән Магнитогорскиҙың «Металлург» уйынсылары араһында барған беренсе уйында өсөнсө голды өфөләр ҡул ярҙамында индерҙе, тип күптәр бәхәс ҡорҙо. Баш судья, осрашыуҙы туҡтатып, өҫтә ултырған экспертҡа мөрәжәғәт итеп, видеоҡабатлауҙы яңынан ҡаратты. Тегенеһе хужалар яғынан бер ниндәй ҡағиҙә боҙоуҙы күрмәй, голдың дөрөҫ икәнен иҫбатланы. Магнитогорск хоккейсылары, судьяның ҡарары менән килешмәй, Радулов ҡул менән пас бирҙе, тип бара. Уйындан һуң КХЛ судьялар департаменты, был ваҡиғаны етдигә алып, видеоҡабатлауҙы ҡат-ҡат тикшергәндән һуң, голдың дөрөҫ икәнен иҫбатланы. Шулай итеп, ҡайһы бер юғары белгестәр әйтеүенсә, юлаевсылар ҡул ярҙамын файҙаланмайынса ла еңеүгә лайыҡ. Шуны иҫбатлап, Вячеслав Быковтың тәрбиәләнеүселәре дәғүәсенең ҡапҡаһына дүртенсе шайба сойорғотоп, дөйөм еңеүгә тос өлөш индерә. Тегеләр әлеге лә баяғы беҙҙең кәмселекте оҫта файҙаланып, иҫәпте ҡыҫҡартыуын- ҡыҫҡарта, тик башҡаһына хәле етмәй. Бер мәл күршеләр ҡапҡабыҙға ҡурҡыныс менән янаны, тик был юлы ла Блатяктың ҡулы ваҡытында ярҙам­ға килде. Эрсберг ҡапҡаһы янында һауаға сөйөлгән шайбаны Чехия легионеры, оҫта итеп һелтәп, ситкә осорҙо.
Ғөмүмән, осрашыу әллә ни көсөргәнешле уҙманы тиһәк тә, күптәр беҙҙең менән килешер. Сөнки, ысынлап та, беренсе уйын булғанғамы икән, быға тиклем ҡаҙанға ҡаршы сәкәләшкәндәге кеүек ҡыҙыулыҡ тойолманы. Ике яҡтың өлгәшкән уңыштары ла әллә ни эшлекле булманы һымаҡ. Бигерәк тә ҡунаҡтарҙыҡы. Өс голды ла улар күпселектә индерҙе. Өфөләргә был йәһәттән оҫталыҡтарын шымартаһы бар. Сөнки «Металлург» уйынсылары күпселектә оҫта уйнай, тигән һүҙ йөрөй. Нисек кенә булмаһын, беренсе уйынды дәғүәселәрҙең бер-береһенә ҡаршы һунары тип атарға була. Бына бөгөн, моғайын, осрашыу икенсе төҫ алыр.
Ғөмүмән, был командаларҙың үҙ-ара уйнау тарихына туҡталғанда, «Металлург»та һәр ваҡыт тәжрибәле көслө уйынсылар тупланып, ул юлаевсыларҙың уртаса командаһына ҡаршы көрәште. Һәм, иң мөһиме – күпселек ваҡыт боҙҙа өфөләр өҫтөнлөк итте. Икенсе төрлө әйткәндә, юлаевсылар улар өсөн уңайһыҙ дәғүәсе булып һаналды. 1997 йылда Рәсәй беренселегенең өсөнсө урыны өсөн барған бәйгелә ул мәлдә тулыһынса тиерлек үҙ мәктәбе тәрбиәләнеүселәренән торған Өфө командаһы көслө Магнитогорск командаһын отто һәм бронза миҙал яуланы. Ике еңеү өсөн барған алышта башта юлаевсылар үҙендә «Металлург»ҡа отола, һуңынан уларҙа ике осрашыуҙа ла өҫтөнлөк итеп, ҙур уңыш ҡаҙана. Бына шулай. Унан һуң инде күп һыуҙар аҡты. Һәм йәнә осрашыу. Тик, икенсе составта. Маҡсаттары ла икенсе – финал.
Көнбайыш конференцияһында ла хәҙер инде ике уйын үтте. Тәүгеһендә ныҡыш пан Ржиганың «Атлант»ы Ярославлдә урындағы «Локомотив»ты көтмәгәндә 6:1 иҫәбенә еңде. Икенсе осрашыу һуң башланыуы арҡаһында һөҙөмтәһен бирә алмайбыҙ.
Н. ТИМЕРОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға