22.03.2011 Ҙур спорт тирәләй
СКА-ның «карабы» оса алмай интегә...
Хоккей буйынса Гагарин кубогы өсөн һуңғы ярымфиналсылар асыҡланып бөтөп килә. Көнбайыш конференцияһында күптән үҙ дәғүәсеһен көткән «Локомотив» финалға сығыр өсөн ныҡымыш Пан Ржиганың «Атлант» командаһы менән сәкәләшәсәк. Ысынлап та, «Атлант» үҙенең ныҡымыш, әрһеҙ команда икәнен иҫбатлай килә. «Газпром»дың СКА-һы тәүге стадияла «Спартак» уйынсыларын үткәс, «Атлант»тан да әллә ни ҡаршылыҡ көтмәне. Дөйөм иҫәпте үҙ файҙаһына 3:1 иткәс, уларҙың генераль директоры Медведев, ҡыуанысынан шатлығы менән уртаҡлашып, алдан уҡ Ржиганы ялға ебәреп, күңелен тынысландырғайны. Тик, Ржиганың ниндәй генә хәлдә ҡалып та, нимә уйлап сығарырын был чех тренеры үҙе генә белә. Быға күптәр инанды. Бер Медведев ҡына һаман аңламай ҡалған, буғай. «Атлант» хоккейсылары төшөп ҡалған ерҙән, өс осрашыу рәттән СКА-ны отоп, ҙур уңышҡа өлгәште. Ә бит Санкт-Петербург командаһы «йыһан»ға «осорға» әҙерлеген миҙгел башынан уҡ тылҡығайны. Нишләйһең, быйыл да караптары әҙер булмай сыҡты.
Көнсығыш конференцияһында «Салауат Юлаев» командаһының дәғүәсеһенә килгәндә, унда ла эштәр етенсе хәл иткес осрашыуға барып етте. Ғөмүмән, «Авангард» та, Магнитогорскиҙың «Металлург»ы ла ярымфиналға сығырға лайыҡ, тик береһенә барыбер төшөп ҡалырға тура киләсәк.
«Айыу»ҙы үттеләр, алда – «юлбарыҫ»
Йәштәр хоккей лигаһының да Харламов кубогы өсөн сирекфиналсылары билдәле булды. Өфөнөң «Толпар» командаһы унда сығыр өсөн Силәбенең «Белые медведи» хоккейсылары менән көсөргәнешле алыш уҙғарҙы. Еңеүсе тик бишенсе уйында ғына асыҡланды. Александр Семактың тәрбиәләнеүселәре һуңғы осрашыуҙа Силәбе үҫмерҙәрен 3:0 иҫәбенә отоп, кубокҡа юлын дауам итте. Хәҙер улар сирекфиналда Ырымбурҙың «Белые тигры» уйынсылары менән уйнаясаҡ.
Юғары лигала ла сирекфиналдың икешәр осрашыуы уҙҙы. Нефтекаманың «Торос» уйынсылары үҙендә Пермдең «Молот-Прикамье» командаһын ҡабул итте һәм, ике рәт еңеп, серияны уңышлы башланы.
Һуң булһа ла, күңелде йыуатырлыҡ
Биатлон буйынса донъя кубогының һуңғы этабында Рәсәй йыйылма командаһы, ике көмөш һәм бер бронза миҙал яулап, ишекте шартлатмай булһа ла япты. Һуңғы бәйгелә миҙалдар дөйөм стартта уйнатылды. Башта ир-ат ярышҡа сыҡты. Евгений Устюгов, юғары урын алған Эмиль Свендсендан ни бары 0,4 секундҡа ҡалышып, финишҡа икенсе килһә, ошо уҡ ярышта Анна Богалий-Титовец – көмөш, Ольга Зайцева бронза миҙал яуланы.
Өс минут эсендә – 15 млн доллар
Бокс буйынса профессионалдар араһында WВС версияһы буйынса донъя чемпионы Виталий Кличко титулын һаҡлап ҡалыр өсөн Куба спортсыһы Одланьер Солис менән алышты һәм, тәүге раундта уҡ Солисты техник нокаутҡа ебәреп, еңеү яуланы. Нокаутҡа тигәндән, Солис, артҡа сигенгәндә аяғын ауырттырып, бәйгенән баш тарта. Нисек кенә булмаһын, Виталийға еңеү бирелә һәм ул өс минут эсендә 15 миллион доллар аҡса эшләй. Тегенеһе лә буш ҡалмай. Уға 1,8 млн доллар эләгәсәк.
Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.