03.08.2019 Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин кубогын яулаясаҡбыҙ”
Әлеге ваҡытта Финляндияла күнекмәләр уҙғарған юлаевсылар легионеры шулай тип яу һалып, әйткән һүҙенә ышанырға әйҙәне.
Ә нишләп ышанмаҫҡа ти?.. Швеция хоккейсыһы шулай тигәс, бәлки, ысынлап та беҙҙең команда яңы үр яулар. Былтыр бит улар күптәрҙең нервыһын ҡаҡшатты. Плей-оффтың беренсе әйләнешендә “Металлург”ты – 4:2, аҙаҡтан “Автомобилист” уйынсыларын 4:1 иҫәбенә еңеп, “Авангард”ҡа ғына биреште. Уны ла үтер ине, хәле генә етеңкерәмәне.
Умарк үҙе генә плей-оффта 17 осрашыу уҙғарып, 18 тапҡыр гол индереүҙә булышлыҡ итә. Команда капитаны Григорий Панин әйтмешләй, КХЛ-да Умарк һымаҡ уйнаусы юҡ, тиерлек. Ул үҙе физик яҡтан бәһлеүән дә түгел, ә бына шул виртуоз техник уйыны менән дәғүәсенең биш уйынсыһын үтә ала. Ул боҙҙоң сантиметр түгел, ә миллиметрына тиклем иҫәпләп, дөрөҫ пас бирә. Ә инде Хартлиға (Теему Хартикайненды шулай тип йөрөтәләр) күптән башҡорт телен өйрәнеп, Салауат Юлаев һәйкәле янында йәшәргә кәрәк. Өфөлә уның һымаҡ оҙаҡ ваҡыт уйнаған хоккейсы юҡ. Уларҙы беҙ хоккейҙың космонавтары тип йөрөтәбеҙ.