29.07.2019 Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ
Көньяҡ Кореяла һыу спорты төрө буйынса
донъя чемпионаты бара
Рәсәй йыйылма командаһы синхрон йөҙөү буйынса беренселек һайын бар “алтын”ды тиерлек яулап, хәҙер инде күптән еңелеүҙе белгәне юҡ. Улар ун мөмкинлектән туғыҙ тапҡыр юғары баҫҡысҡа күтәрелеп, ҙур уңышҡа өлгәште. Быйылдан индерелгән яңы хайлайты төрөнән генә беҙҙекеләр ҡатнашманы. Унда Украина ҡыҙҙары еңде. Хайлайтыла ун кеше акробатик төрҙән һыуҙа көс һынаша. Шуға ла “алтын” булманы... Билдәле Светлана Ромашина (һүрәттә) ғына ошо беренселектә өс алтын миҙал яулап, хәҙер донъя беренселегенең 21 тапҡыр чемпионы булып танылды. Унан тыш, ул биш тапҡыр Олимпия уйындары еңеүсеһе һәм ун тапҡыр Европа беренселеге чемпионы исеменә лайыҡ.
Ғөмүмән, донъя чемпионаттарында ул йәһәттән Швейцария атыусыһына етеүсе юҡ. Конрад Штэхели 41 тапҡыр донъя чемпионы булып һанала. Шул уҡ атыу төрөнән яҡташы Карл Циммерман 30 беренселектә алдынғылыҡты бирмәй. Әлбиттә, атыу төрөн башҡа физик төрҙәр менән сағыштырып булмай. Әммә ул да спорт төрө булып һанала. Өсөнсө урында – Свен Крамер. Ул конькиҙа йүгереүҙә донъяла 29 тапҡыр беренсе була. АҠШ йөҙөүсеһе Майкл Фелпс планетала 26 ярышта алтын миҙал яулай. 20 тапҡыр биатлондан еңгән билдәле Уле Эйнар Бьорндаленды уҙып, беҙҙең Ромашина хәҙер ул йәһәттән алтынсы урынға сыҡты.
Синхрон йөҙөү спорт төрө Олимпия уйындарына 1984 йылдан алып индерелә. 2000 йылдан бирле беҙҙекеләргә етеүсе юҡ. Улар бар төрҙән дә алдынғы. Ҡатын-ҡыҙ спорт төрө һаналыуға ҡарамаҫтан, хәҙер ир-аттар ҙа синхрон йөҙөүҙә ҡатнаша башланы. Тик әлегә улар донъя чемпионаттарында ғына ҡатнашырға хоҡуҡлы.
Шуныһы ҡыҙыҡ: синхронда ҡатнашыусылар һыу аҫтында дүрт минут тирәһе тын алмай йөҙә ала. Танауҙарына һыу эләкмәһен өсөн ҡыҫтырғыс ҡулланалар. Әгәр уныһы ысҡынып китһә, алмашын купальникҡа йәшереп ҡуялар.
Бынан ҡала, спортсылар хәҙер йөҙөү һәм трамплин төрөнән көс һынашасаҡ. Ун метр бейеклектән һикереүҙә Александр Бондарь, Ҡытай һикереүселәренән ҡала, өсөнсө урын яуланы.