«Йәшлек» гәзите » Спорт » Башҡортостан – Рәсәйҙең хоккей үҙәге



15.02.2011 Башҡортостан – Рәсәйҙең хоккей үҙәге

Башҡортостан –  Рәсәйҙең хоккей үҙәге– Башҡортостан Рәсәйҙең хоккей үҙәгенә әйләнде. Бөгөн иһә донъя үҙәгенә лә әйләнеп бара. Сөнки Өфөлә 2013 йылда үҫмерҙәр араһында донъя беренселеге уҙасаҡ. Бында хоккей уйыны үҫешһен өсөн барыһы ла эшләнә. Бына әле лә йәштәр хоккей лигаһының Көнбайыш һәм Көнсығыш конференциялары ара­һында икенсе тапҡыр уҙғарылған «Кубок вызова» бәйгеһен матур байрамға әйләндерер өсөн барыһы ла юғары кимәлдә ойошторолған, – тине данлыҡлы ҡапҡасы, Рәсәй хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк.
Моғайын, бушҡа ғына ошо бәйгене үткәрер өсөн Өфөнө һайламағандарҙыр. Турнир алдынан журналистар өсөн ойошторолған матбуғат конференцияһында Рәсәй хоккей донъяһының бөтөн билдәле белгестәре баш ҡалабыҙға йыйылды.
– Бөгөн көн дә, байрамға йәм өҫтәп, ҡышҡыса сыуаҡ, аяҙ тора. Билеттарҙың да алдан һатылып бөтөүе көйәрмәндәрҙең МХЛ менән ҡыҙыҡһыныуын дәлилләй. Был ҡыуандыра. Сөнки йәштәр лигаһының барлыҡҡа килеүенә тик ике генә йыл тула. Күреүегеҙсә, беҙ дөрөҫ юлдан барабыҙ. Халыҡ та, КХЛ уйындарына барған кеүек, МХЛ беренселегенә әүҙем йөрөй башланы. Ә инде Өфө был йәһәттән Рәсәйҙә беренселәрҙән һанала. Ә бит бер мәл йәш­тәр­ҙең уйынын ҡарарға 200 – 300 генә кеше йөрөй торғайны. Тимәк, киләсәккә өмөт бар, – тип һүҙ башланы КХЛ президенты Александр Медведев.
Уның әйткәндәрен ҡеүәтләп, билдәле хоккейсы, хәҙер инде КХЛ-дың директорҙар советы рәйесе Вячеслав Фетисов һүҙгә ҡушылды:
– Дә-ә-ә... бар ине заманалар. Беҙ Третьяк менән уйнаған осорҙа йәштәр уйынына ажиотаж булмай торғайны. Журналистарҙың да күпләп килеүе хайран итте. Әлбиттә, Башҡортостанда хоккейҙы яраталар, уны популярлаштырыу өсөн күп эш башҡарыла. Киләсәктә лә һеҙгә уңыштар теләйем.
Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ. Ысынлап та, заманында үҫмерҙәр хоккейына түгел, профессиональ хоккейға ла ҡыҙыҡһыныу кәмеп киткәйне. Булғанына шөкөр итеп йәшәлде. Хәтеребеҙҙә, хоккей һөйөүселәр әле күптән түгел генә Зорге урамындағы Спорт һарайында ябай эскәмйәләргә ултырып хоккей матчтарын ҡараны. Ауылдағылар, яратҡан командаһының уйынын күрә алмай, тегенән-бынан ғына ишетеп белә торғайны. Хәҙер телевидение аша өйҙәге генә түгел, ситтәге уйындарын да күҙәтә ала. Республика етәкселеге, халыҡтың ҡыҙыҡһыныуын хуплап, туғыҙ меңгә яҡын кеше һыйҙырышлы заманса «Өфө-Арена» боҙ һарайын төҙөттө. Шул уҡ йылда «Салауат Юлаев» командаһы һуңғы тапҡыр уйнатылған Рәсәй беренселегендә чемпион булды. Нефтекаманың юғары лигала сығыш яһаусы «Торос» хоккейсылары Рәсәй беренселегенең көмөш миҙал призеры булды. Йәштәрҙең «Толпар» клубы тәүге чемпионатта уҡ өсөнсө урынды яулап, көйәрмәндәрен йәнә һөйөндөрҙө. Хәҙер тағы ла бер профессиональ команда барлыҡҡа килде – ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй беренселегендә ҡатнашыусы «Ағи­ҙел» клубы. Уның да уңыштары алда булыр, тип ышанғы килә. Төбәктәрҙә асыҡ хоккей майҙансыҡтары күпләп төҙөлә. Дөйөмләштереп әйткәндә, юғары белгестәр әйтеүенсә, республикабыҙ хоккей үҙәгенә әйләнде. Был юғары баһа.
Спорт байрамына килгән билдәле белгес, СССР йыйылма командаһын күп тапҡыр юғары уңышҡа килтереүгә тос өлөш индергән Владимир Юрзинов та Өфөнөң ҡунаҡсыллығына ҡәнәғәт булыуын белдерҙе. Хатта, алыҫ араларҙы яҡынайтып, башҡорт еренә килеп еткән Канада белгесе Дейв Чемберс та һоҡланыу һүҙҙәрен йәшермәне. Бына шулай.
Башҡортостан –  Рәсәйҙең хоккей үҙәгеӘ инде хоккей байрамы элекке СССР һәм Рәсәйҙең билдәле уйынсыларының һәм юлаевсыларҙың ветерандары ҡатнашлығында дуҫтарса осрашыуҙан башланды. Боҙҙа, йәш саҡтарын хәтерләп, данлыҡлы Владимир Лутченко, Владимир Мышкин, Алексей Касатонов, Максим Михайловский, Андрей Коваленко, Валерий Каменский, Сергей Гомоляко, Федор Канарейкин, Сергей Зубов, юлаевсыларҙан Венер Сафин, Валерий Дәүләтшин, Раил Мөфтиев, Борис Тимофеев, Дмитрий Денисов, Константин Полозов, Вячеслав Хаев, Наил Шәйәхмәтов, Юрий Иванов, Алик Гәрәев, Александр Семак, Айҙар Хәйруллин, Андрей Кузнецов, Артур Солтанов, Олег Васильев, Михаил Потапов, Сергей Лопатин, Александр Никифоровтар көс һынашты
Осрашыу «Газпромэкспорт» командаһы файҙаһына тамамланды.
Наил ШӘЙӘХМӘТОВ:
– Һүҙҙәр менән генә күңелдәге хис-тойғоларҙы еткереүе ауыр. Барыһы ла иҫ киткес булды. Элекке саҡты хәтерләтте. Әлбиттә, күптән йыйылып уйнағаныбыҙ булманы. Шуға ла тәжрибә етеңкерәмәне. Киләсәктә йышыраҡ осрашып, уйнар­ға кәрәктер ул.
Шулай итеп, «ҡарт һөйәктәр» тәндәрен йомшартҡандан һуң сират үҫмерҙәргә етте. Бәйгегә килгәндә, ул МХЛ ойошторолғандан бирле икенсе тапҡыр ғына уҙғарылды. Тәүгеһе Санкт-Петербургта үтте. Унда Көнбайыш командаларынан төҙөлгән йыйылма команда Көнсығыш хоккейсыларынан көслөрәк булып сыға һәм лайыҡлы рәүештә еңеү яулай. Шуға ла бөгөнгө уйында Көнсығыш хоккейсылары, дәғүәсеһенән үс алырға әҙер булыуын белдереп, ашҡынып сыҡты. Ғөмүмән, йәштәр йәштәр инде ул. Улар шоу өсөн түгел, ә кемдең кемлеген иҫбат итер өсөн боҙға сыҡты. Икенсенән, береһенән-береһе данлыҡлы ағалары күҙәтергә килһен дә, нисек итеп улар алдында «мах» бирергә ти ул...
Шуға ла осрашыу бик көсөргәнешле булды. Көнбайыш командаһы был юлы ла кубокты үҙендә ҡалдырырға булғайны, тик Көнсығыш хоккейсылары, үҙендә көс табып, иҫәпте тигеҙләп кенә ҡалманы, ә буллит серияһында еңеүҙе тартып алды һәм кубокты яуланы. Көнсығыш командаһында «Толпар» клубынан дүрт уйынсы – ҡапҡасы Рафаэль Хәкимов, Кирилл Полозов, Артем Гәрәев һәм Сергей Емелин уйнаны.
Еңеүселәргә кубокты Башҡор­тостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Александр Медведев менән Вячеслав Третьяк тапшырһа, миҙалдарҙы билдәле Алексей Якушев, Сергей Макаров һәм башҡалар таҡты.

Н. ТИМЕРОВ.
М. ҡУНАФИН фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға