«Йәшлек» гәзите » Спорт » Төркиәлә ҡышҡы универсиада тамамланды



08.02.2011 Төркиәлә ҡышҡы универсиада тамамланды

Төркиәлә үҫмерҙәрҙең ҡышҡы универсиадаһы үтте. Рәсәй йыйылма командаһы, бөтәһе 14 алтын, 14 көмөш һәм 11 бронза миҙал яулап, командалар араһында беренсе урынға сыҡты. Икенсе булып һаналған Корея спортсылары ете тапҡыр юғары уңышҡа өлгәшһә, Украина йәштәре, алты алтын миҙал яулап, өсөнсө күрһәткескә өлгәште. Һуңғы көндө хоккейсылар көс һынашты. Рәсәй йыйылма командаһы, ярымфиналда әлеге лә баяғы Канада үҫмерҙәрен 4:2 иҫәбенә еңгәс, финалда Белоруссия хоккейсылары менән осрашты. Бында иҫәп Рәсәй файҙаһына 1:0 менән тамамланды. Берҙән-бер еңеү шайбаһын Нефтекаманың «Торос» командаһы һөжүмсеһе Сергей Сальников индерҙе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға