08.02.2011 Максим Чудов «бронза» яуланы
Биатлон буйынса донъя кубогының етенсе этабында Рәсәй йыйылма командаһы берәр көмөш һәм бронза миҙал яулап, үҙенә күрә уңышлы ғына сығыш яһаны. Башта ҡатнаш эстафетала, Светлана Слепцова, Наталья Гусева, Иван Черезов һәм Максим Чудов ҡатнашлығында, Рәсәй командаһы финишҡа өсөнсө булып килде. Иван Черезов (һүрәттә), ниһайәт, быға тиклем яулаған дүрт бронза миҙалы эргәһенә «көмөш»тө өҫтәне. Эҙәрлекләү бәйгеһендә ул ярышты икенсе булып тамамланы. Яҡташыбыҙ Максим Чудов, был юлы оҫта атһа ла, финишҡа бишенсе булып килде.
ҡыҙҙар ҙа шул уҡ эҙәрлекләүҙә көс һынашты. Иң һәйбәте – 15-се урын.