«Йәшлек» гәзите » Спорт » «Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте



05.04.2019 «Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

йәки Рәсәй үҙәк белгестәре фараздарын юлаевсылар йәнә юҡҡа сығарҙы

Хоккей буйынса плей-оффтың Конференция финалдарында кубоклылар кубок­һыҙҙарға икешәр тапҡыр еңелгәс, үҙендәге өсөнсө хәл иткес бәйгелә дәғүәселәрен отоп, көйәрмәндәренә ышаныс өҫтәне.

СКА хоккейсылары быға тиклем ЦСКА командаһын хатта алты осрашыу рәттән алдыра алмай йонсой ине. Һәм бына, ниһайәт, уларҙы ике тапҡыр еңеп, серияны тигеҙләне.

Рәсәй үҙәк белгестәре, «Салауат Юлаев» уйынсылары Магнитогорск менән Екатеринбург командаларын үткәс, быны хатта сенсацияға тиңләне. Уларса шулайҙыр, бәлки, әммә беҙҙең клуб йыл да Көнсығыш конференция финалына сығыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы, ҡуя һәм киләсәктә лә ҡуйырына ышанысыбыҙ камил. Ул бит йыл да плей-оффҡа сығып, ике тапҡыр Рәсәй чемпионы исемен, бер тапҡыр Гагарин кубогын яуланы. Хәҙер килеп, бишенсе тапҡыр конференция финалында ҡатнаша. Өфөләрҙе был раундтан да һыҙып ырғытып, финалда «Авангард» менән ЦСКА уйнаясағын алдан фаразланылар. Әйҙә уйнаһындар, бер ҙә ҡаршы­лығыбыҙ юҡ. Яңы чемпион булһа, КХЛ-дың да рейтингы бермә-бер артыр. Тик еңеүсе булыр өсөн башта быларын үтергә кәрәк. Конференция финалының беренсе осрашыуында Омск клубы юлаевсыларҙы өҫтәмә ваҡытта көскә алдырғас, икенсеһендә беҙҙекеләр ярты көскә уйнаған һымаҡ тойолдо. Һаҡта ла, һөжүмдә лә өлгөрә алманылар. Майҙан хужалары ҡапҡасыбыҙ Юха Метсоланың «тишеген» табып, уңыш кил­тергән беренсе пятеркабыҙға бөтөнләй уйнарға форсат бирмәне. Ә инде улар уйнамағас, һөҙөмтәгә өлгәшеү икеле ине. Николай Цулыгиндың тәрбиәләнеүселәре был юлы ла иҫәпкә ризалашып, уйындың тиҙерәк тамамланыуын көттө. Улар киләсәккә план ҡора ине инде… Һәм үҙ майҙанында көйәрмәндәренең ҡыуалауы аҫтында, яуға ташланғандай, «Авангард» ҡапҡаһына ябырылдылар. Башта үҙ карьераһында тәүгә плей-оффта уңышҡа өлгәшкән һаҡсы Артем Сергеевтың сойорғотҡан шайбаһы ҡунаҡтар ҡапҡаһына «оялаһа», һуңынан әлеге лә баяғы легионерҙарҙың йәшен тиҙлегендәй ойошторған һөжүме икенсе голға килтерҙе. Виртуоз Линус Умарктың биргән пасын Йоонас Кемппайнен оҫта итеп тамамлап ҡуйҙы. Был инде финдың плей-оффтағы туғыҙынсы уңышы һәм ул әлегә КХЛ-да иң мәргәне булып һанала. Унан һуң Теему Хартикайненға ла сират етте. Ул инде үҙ стилендә барыһын да урап үтеп, дәғүәсе ҡапҡаһына юл тапты һәм иҫәпте өскә еткерҙе. Ошо уңыштан һуң Хартикайнен шайба иҫәбен 114-кә еткереп, «Салауат Юлаев»тың КХЛ-да ҡатнашҡанынан алып, уның бомбардирына әйләнә.

Ҡунаҡтар иҫәпте берәүгә ҡыҫҡартыуын-ҡыҫҡарта, әммә хужалар уға ике шайба менән яуап биреп, кәрәкле еңеү яулай. Уңышҡа Максим Майоров менән Петр Хохряков өлгәшә.

Кисә улар йәнә көс һынашты. Респуб­ликабыҙ халҡы юлаевсыларға ышана, улар ҙа, үҙ сиратында, хоккей һөйөүселәрҙе матур уйын менән ҡыуандырыр, тип өмөтләнәбеҙ.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: ХК СЮ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға