«Йәшлек» гәзите » Спорт » Беҙҙекеләр – беренсе. әлегә



01.02.2011 Беҙҙекеләр – беренсе. әлегә

«Салауат Юлаев» командаһы КХЛ беренселегенең 50-се турында Көнбайыш дивизиондың лидерҙарының береһе – «Динамо» /Мәскәү/ хоккейсыларын 7:1 иҫәбенә тар-мар итеп, рәттән һигеҙенсе осрашыуҙа еңеү яуланы.
Ошо уңышлы уйындан һуң юлаевсылар 101 мәрәй менән турнир таблицаһының йәнә юғары баҫҡысына үрләне. Береһенән-береһе матур голдарҙы өфөләрҙән ике тапҡыр Якуб Клепиш, берәр­ҙән Олег Твердовский, Виктор Козлов, Александр Радулов, Патрик Торесен һәм Игорь Григоренко индерҙе. Барыһы ла маҡтауға лайыҡ. Бигерәк тә беренсе звенобыҙ уйындан-уйынға дөйөм еңеүгә тос өлөш индереп, КХЛ-да иң мәргәндәре булып һанала. Улар өсөһөнә 68 тапҡыр уңышҡа өлгәшеп, 97 тапҡыр гол индереүгә булышлыҡ итә. Был – дөйөм команда күрһәткесенең өстән бер өлөшө, тигән һүҙ.
ҡалған уйынсыларыбыҙ ҙа, моғайын, хәл иткес плей-офф уйындарында үҙҙәрен күрһәтер, тип ышанғы килә. Әле яңыраҡ «Салауат Юлаев» клубы етәкселеге, составты тағы ла нығытыу маҡсатында миҙгел аҙағына тиклем уны ике яңы уйынсы менән тулыландырмаҡсы – «Автомобилист» командаһының һаҡсыһы Александр Рязанцев һәм ЦСКА-ның һөжүмсеһе Вячеслав Козлов. Был ике команда, плей-оффҡа эләкмәгәс, аптырап, үҙҙәренең уйынсыларын тәжрибә тупларға ситкә ебәрергә мәжбүр. Улар ғына түгел, башҡа клубтар ҙа ошо юлды һайлаған. Әйтәйек, миҙгел башында «Металлург» /Мг./ командаһынан ЦСКА-ға күскән Ян Марек та, командаһына ярҙам итә алмағас, «Атлант»та урын алды. «Витязь»дың капитаны, һуғыш суҡмары Крис Саймон да, был клубҡа тоғро ҡаласағы хаҡында белдерһә лә, Мәскәүҙең «Динамо»һына барып сыҡты. Нисек кенә булмаһын, даими беренселек әлегә дауам итә. Башҡа осрашыуҙарға туҡталғанда, беҙҙе бигерәк тә турнир таблицаһының беҙҙе аҫтында килеүселәрҙең уйыны ҡыҙыҡһындыра. Миҙгел башында ҡыҙыу старт алып, хатта турнир таблицаһының юғары баҫҡысында ла бер аҙ урын алған Минскиҙың «Динамо»һы хәлһеҙләнде, буғай... Улар хәҙер плей-оффҡа эләгер өсөн көрәш алып бара. Әлеге турҙа ла, үҙ майҙанында 16 меңгә яҡын көйәрмәнен йыйып та (был күрһәткес КХЛ беренселегендә халыҡ һаны буйынса рекорд булып тора), ЦСКА-ны еңә алманы. Улар хәҙер 16-сы урынға төштө. Уларҙы ҡыҫырыҡлаған «Торпедо» командаһы, шул уҡ урынға дәғүә иткән «Нефтехимик»ты өҫтәмә ваҡытта 4:3 иҫәбенә отоп, Белоруссия уйынсыларынан бер генә мәрәйгә ҡалыша. Үҙенең 55 йәшлек юбилейын билдәләгән «Аҡ барс» клубы ла көйәрмәндәрен ҡыуандыра алманы. Улар «Локомотив»ҡа 2:3 иҫәбенә еңелде.
Бөгөн Вячеслав Быковтың командаһы «Витязь»ды ҡабул итәсәк. Шунан һуң тәнәфес, һәм даими беренселекте өфөләр ситтә өс уйын менән тамамлаясаҡ.
Н. ТИМЕРОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға