«Йәшлек» гәзите » Спорт » Кимәленән сыға алманылар



31.03.2019 Кимәленән сыға алманылар

Шулай итеп, сираттағы биатлон миҙгеле лә артта ҡалды.

Рәсәй йыйылма командаһы өс алтын, ике көмөш һәм алты бронза миҙал яулап, дөйөм етенсе урынға сыҡты. Команда лидеры Логинов менән Юрлова-Перхттың сығышын баһа­ламағанда, ҡалғандары бер ни ҙә ҡыра алманы. Гараничев тырышлығы арҡаһында бер тапҡыр булһа ла «бронза»ға барып етте. Ә инде тәжрибәле Малышко уртансылар араһында һөйрәлде. Елисеев, Поварницын, Латипов кеүектәр әлегә ҙур ярыштарҙа ҡатнашыуға «бешеп» етмәгән кеүек күренде. Ҡыҙҙарыбыҙ ҙа бер урында тапанды. Старыхҡа ышандылар, әммә ул да өмөттө аҡламаны. Миронова, Павлова, Куклина, Васнецова, Сливко әлегә тәжрибә туплай. Улар рәтендә Васильева ла нығынып бара ине, әммә допинг анализдарын ваҡытында бирмәгәне өсөн ваҡытлыса ярыштан ситләтелде. Кимәле буйынса икенсе урында торған IBU кубогында уңышлы сығыш яһаған яҡташыбыҙ Антон Бабиков та төп командала нығынманы. Ул ике тапҡыр саҡырыу алды, әммә ни сәбәптәндер тренер­ҙарҙың хуплауын тапманы. Шуға ҡарамаҫтан, IBU ярыштары һөҙөм­тәһе буйынса Антон иң күп мәрәй йыйып, бәләкәй Гәлсәр глобусҡа эйә булды. Ҡыҙҙарҙан Сливко ла еңеүсе булып танылды.

Төп ярыштар һөҙөмтәһенә кил­гәндә лә, Логинов, билдәле Йоханнес Бёнан (һүрәттә) ғына ҡалышып, икенсе урынға сыҡты. Ул да, үҙенә ҡарата булған төрлө ялыуға ҡарамай, уңышлы сығыш яһап, маҡтауға лайыҡ. Йоханнес тигәндән, ул Донъя кубогында уйнатылған 24 алтын миҙалдың 15-ен муйынына таҡты. Донъя чемпионатында ла дүрт алтын һәм бер көмөш миҙал яулап, данлыҡлы яҡташы Бьорндалендың юлын ҡыумаҡсы. Ошо уҙған Донъя кубогы этаптары һөҙөмтәһе буйынса Йоханнес 490 мең евроға байып, күп килем алыуына аптырауға ҡала. Ә бына биатлон короле Мартен Фур­кадтың иҫендә быйылғы миҙгел насар яҡтан оҙаҡ һаҡланасаҡ. Дөйөм һөҙөмтә буйынса ул 12-се урынға сығып, донъя чемпионатынан миҙалһыҙ ҡайта. Әле уға 30 ғына йәш, тик Йоханнес менән инде хәҙер, ай-һай, тиңләшә алмаҫ кеүек… Ҡыҙҙарҙан Италиянан Доротея Вирер яҡташын уҙып, иленең тарихында тәүгә ҙур уңышҡа ҡаҙанды. Ул да Гәлсәр глобус менән бүләкләнде. Беҙҙән Юрлова-Перхт миҙгелде 14-се булып тамамланы.

Аҡса тигәндән, беҙҙең Логинов ярыштар һөҙөмтәһе буйынса 174,5 мең евро приз аҡсаһын аласаҡ. Юрлова-Перхт – 65,7 мең, Гараничев – 36,7 мең, Павлова – 29,2 мең, Малышко – 28,2 мең, Сливко – 24,6 мең, Старых – 22,2 мең, Миронова – 21 мең, Елисеев – 20,2 мең, Бабиков 17,5 мең евроға байыны.

Рәсәй биатлон етәкселеге әле үк киләсәкте уйлап, тренерҙар штабына сит ил белгестәрен йәлеп итеү буйынса эш башланы. Улар яңыраҡ элекке Норвегия биатлонсыһы Ларс Бергер менән һөйләшкән, әммә тегенеһе баш тартҡан. Шулай уҡ дан­лыҡлы Бьорндаленға ла мөрәжәғәт итмәкселәр. Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар тренерҙар штабына элекке билдәле спортсы Альбина Әхәтова атыу буйынса тренер итеп алынды. Олимпия уйындары чемпионы заманында сәпкә атыуҙа иң мәргәне булып һаналды.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға