«Йәшлек» гәзите » Спорт » Герой исеме менән – еңеүҙәргә!



27.02.2019 Герой исеме менән – еңеүҙәргә!

Башҡорт совет хәрби һәм дәүләт эшмәкәре, Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Тайып улы Күсимовтың тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы уның тыуған ауылы Күсемдә (Әбйәлил районы) әллә күпме сара үтә. Спорт аҙналығында төнгө ҡарауыл, эстафета, шахмат һәм шашка, армреслинг һәм гер күтәреү буйынса ярыштарҙан тыш, район кимәлендәге саңғы уҙыштары ла халыҡты йәлеп итте.

– Данлыҡлы ауылдашыбыҙ хөрмәтенә уҙғарылған саңғы ярышы Бөтә Рәсәй "Саңғы юлы-2019" акцияһы сиктәрендә үтте, – ти ойоштороусыларҙың береһе Зөлфирә Ҡарағужина. – Был ярышта йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты. Күсем ауылынан төрлө йәштәге саңғысы, Ташбулат, Күсем руднигы, Әбделмәмбәт мәктәптәре уҡыусылары (физкультура уҡытыусылары Лоҡман Мөхәмәтдинов, Азамат Мырҙин, Денис Вәлиев, Фәизйән Тайсинға рәхмәт!), Рауил, Асҡар, Ҡужан ауылдарынан, Сибай ҡалаһынан һәм башҡа тарафтан килгән спортсылар стартҡа баҫып, Геройға хөрмәт күрһәтте. Иң оло саңғысы Ҡужан ауылынан әүҙем йәмәғәтсе, мәғариф ветераны Клара Абдуллина булһа, иң бәләкәсе ете йәшлек Буранбай Моратшин ине. Уҙышта ҡатнашыусы һәр саңғысы акция шарты буйынса башлыҡ һәм номер алып ҡыуанды. Яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән еңеүселәр иһә ошо сараға ҡарата махсус эшләнгән миҙал һәм дипломдар менән бүләкләнде.


Зөлфирә үҙе лә Рамазан һәм Буранбай исемле улдары менән спорт ярыштарынан ситтә ҡалмай, гел сара уртаһында ҡайнай. Күсемдәр электән бигерәк әүҙем, дәртле, сәмле бит ул! Шулай уҡ Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары ла, физкультура уҡытыусыһы Фәизйән Мөҙәрис улы менән бергә, әлбиттә, айырым маҡтауға лайыҡ – уларҙа бер юлы алты еңеүсе! Ярышсылар иҫ киткес матур сара ойоштороп үткәргән Әбйәлил районының спорт комитетына (етәксеһе Артур Дәүләтбаев), ауыл әүҙемдәре Риф Ҡарағужин, Сәбилә Зәйнуллина, Әғниә Бикмырҙинаға, Т. Күсимовтың йорт-музейына (директоры Фәнилә Билалова), “Яҡтыкүл” шифаханаһына (етәксеһе Салауат Нафиҡов), Күсем башланғыс мәктәбе ашнаҡсыһы Миләүшә Хәйбуллинаға, Ташбулат ауыл хакимиәтенең эштәр буйынса идарасыһы Асия Мөхөтдиноваға рәхмәттәр уҡып, арып-талып булһа ла, уҙыштан, аралашыуҙан дәрт-дарман алып, бик ҡәнәғәт таралышты. Ә кемдер үтә ҡыҙып, ахыры, өйөнә лә ҡайтҡыһы килмәй, һаман саңғыла йөрөүен дауам итте...





Автор: Б. Ҡаһарманова
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға