«Йәшлек» гәзите » Спорт » Бөртөкләп йыйыла алтын...



22.01.2011 Бөртөкләп йыйыла алтын...

Бөртөкләп йыйыла алтын...Италия ҡары Рәсәй йыйылма командаһы биатлонсыларына икенсе алтын миҙал килтерҙе.
Антерсельве биҫтәһендә башланған донъя кубогының алтынсы этабында ир-ат спринт бәйгеһендә ярышты. Рәсәй командаһынан тәүгеләрҙән бу­лып старт алған яҡташыбыҙ Максим Чудов, ике атыу рубежын да хатаһыҙ үтеп, тиҙлеге арҡаһында ғына дөйөм 11-се урынға сыҡты. Билдәле Иван Черезов, сәпкә бер тапҡыр яҙа атһа ла, Максимды уҙып китеп, ярышты туғыҙынсы булып тамамланы.
Ә бына Антон Шипулин (һүрәттә) бар йәһәттән дә өлгөр булып сыҡты. Ул сәпкә лә оҫта атты, тиҙлеге менән дә хайран итеп, һөҙөмтәлә күптән көткән уңышҡа иреште. Был –уның карьераһында тәүге уңышы. Командала дебют яһаған Евгений Гараниев та, тәжрибәле биатлонсылар араһында «мах» бирмәй, ярышҡа сыҡҡан 100-гә яҡын спортсы араһынан 13-сө һөҙөмтәгә өлгәште.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға