«Йәшлек» гәзите » Спорт » Өс «алтын» беҙҙекеләргә көс өҫтәмәне…



27.01.2019 Өс «алтын» беҙҙекеләргә көс өҫтәмәне…

Рәсәй йыйылма командаһы биатлонсылары Донъя кубогының дүртенсе этабында өс «алтын»лы булһа, уҙғанында иһә бөтөнләй миҙалһыҙ ҡалды.

Иң яҡшы һөҙөмтә – бишенсе урын. Ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ эстафета командалары «алтын» сос­тавтарында үҙгәреш кисереп, икеһе лә финишта бишенсе булды. Ундағы сығыштарына ҡағылғанда, Малышко үҙ этабын уңышһыҙ үтеп, команданы ҡыйын хәлгә ҡал­дырҙы. Ҡыҙҙарыбыҙ ҙа бер Юрлова-Перхтты ғына ҡалдырып, яңыртылған состав менән призлы урынға күтәрелә алманы. Өсөнсө этапта йүгергән тәжрибәле Старых та, атыу рубежында хаталанып, командаға файҙа килтермәне.

Дөйөм старт ярышында ла беҙҙекеләр мәргәнлек етмәү арҡаһында уртансылар рәтендә булды. Команда лидеры Александр Логинов финишта 17-се булһа, Евгений Гараничев – 16-сы һәм Матвей Елисеев 24-се булып килде. Ҡыҙҙарҙан Юрлова-Перхт – 17-се, Старых – 18-се, Миронова – 20-се һәм Морозова 28-се һөҙөмтә күрһәтте.

Милләт-ара кубогында Рәсәй йыйылма командаһы ҡыҙҙары, Франциянан ҡала, икенсе урында булһа, ир-аттарыбыҙ, өсөнсө урында урынлашҡан немецтарҙан ике генә мәрәйгә ҡалышып, әлегә дүртенсе баҫҡыста урын алды.
Кисә Италияла алтынсы этап башланды.

IBU кубогы ярыштарында ла спортсылар көс һынашыуын дауам итә. Яҡташыбыҙ Антон Бабиков спринтта өсөнсө ваҡыт күрһәтеп, эҙәрлекләүҙә алтын миҙал яуланы. Шуға ҡарамаҫтан, төп команда етәкселеге ниңәлер уны ярышҡа йәлеп итмәй. Малышконы күптән алмаштырырға ваҡыт, сөнки уның һөҙөмтәһе юҡ. Тик киләһе этапҡа ла уны составта ҡалдырҙылар.

Италияла ир-ат составында яңыларҙан Александр Поварницын менән икенсе яҡташыбыҙ Эдуард Латипов бар. Тик улар йүгерәме- юҡмы – әлегә билдәһеҙ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға