«Йәшлек» гәзите » Спорт » Тышта саф һауа – әйҙә, уйнарға!



20.01.2019 Тышта саф һауа – әйҙә, уйнарға!

Ейәнсура районында әүҙем ял популярлаша

Оҙайлы байрам ялдарында ауылдар шау-гөр килеп торҙо, тиһәк, һис тә арттырыу булмаҫ. Нимә генә тимә, беҙ, ауылда тыуып үҫкән, ҡалала төпләнгәндәр, форсат сығыу менән тыуған яҡтарға һыпыртабыҙ. Ә ярты отпуск көндәренә тиң ялдар бер-бер артлы килгән Яңы йыл һәм Рождество байрамдарында ғына тәтей. Ҡыш көнө лә, ялҡауланмаһаң, рәхәтләнеп эшләргә лә, ял итергә лә була. Ҡар һәм боҙҙан төрлө һын, ҡаласыҡ төҙөргә, лабиринттар, тауҙар өйөргә, һырғалаҡ эшләргә була. Бик булмаһа, йылға өҫтөн ҡаплаған боҙҙо таҙартһаң – әҙер һырғалаҡ, бейек тауға юл һалһаң – тюбинг трассаһы. Аҙаҡ инде саф һауала рәхәтләнеп ял итергә мөмкин.

Ейәнсура районының Иҙәш ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ғинуар айының тәүге яртыһын бик әүҙем башлап ебәрҙе. Китапханасы Зифа Ишмырҙина, ойоштороусылар – ирле-ҡатынлы Луиза һәм Ғәлим Ҡунаҡбаевтар көн аша ауыл халҡын төрлө байрамға, кисәгә, ярышҡа йыйҙы. Саф һауала үткән “Ҡышҡы уйындар” көнө айырыуса күңелле, ихлас һәм онотолмаҫлыҡ булды. 22 градус һыуыҡ булһа ла, мәҙәниәт йорто алдындағы майҙансыҡҡа йәше-ҡарты йыйылды, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар әүҙемлек күрһәтте. Мәктәп, Сүкеш, Аръяҡ һәм Күскилдин урамдарында йәшәүселәр айырым командаларға бүленде. “Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!” девизы аҫтында үткән байрамда үҙенсәлекле спорт ярыштары ойошторолдо.

– Әйҙә, алға!
– Саҡ ҡына ҡалды! Тағы берҙе ынтыл!
– Кем бындай ярышҡа быйма кейеп килә?!
– Беҙҙең килен – иң шәбе!
– О-о-о-о, ҡуян кеүек елдерә генә! Әллә йыл буйы ошо ярышҡа әҙерләндеңме?
– Тиҙ бул, урамдың данын төшөрмә!

Ошондай ихлас әйҙәләүҙәр менән һыңар саңғыла йүгереү, арҡан тартыу, сәкән һуғыу, сана һөйрәү, ҡаршылыҡлы эстафеталар, бейәләй­һеҙ ҡарға таянып кәүҙәне күтәреү һәм башҡа ярыштар үтте. Иң ҡыҙығы ҡатын-ҡыҙҙар футболы булды. Донъя чемпионатының былтыр Рәсәйҙә үтеүе һөҙөмтәһелер: һәр гүзәл зат уйын ҡағиҙәләрен ир-аттарға ҡарағанда ла һәйбәтерәк белеүе менән аптыратты. Тупты ла оҫта типтеләр, хатта дүрт команда араһында еңеүсене билдәләп булманы, голдар иҫәбе бер ине. Шулай инде, ҡыш һыуығын һиҙмәй, уйынға бирелеп китеп, йылы тундарын да сисеп ташлаусылар булды бит!

Мәрәйҙәр иҫәбе буйынса 1-се урынды Аръяҡ һәм Сүкеш урамдары бүлеште. Күскилдиндар – 2-се, Мәктәп урамы 3-сө урынға лайыҡ булды. Уйында ҡатнашыусыларға ауыл советы депутаттары Ирәндек Ҡобағошов, Илһам һәм Радмир Ҡыуандыҡовтар, Ғәлим Ҡунаҡбаев, Илшат Ураҡаев, Рим Байгилдин төрлө бүләк әҙерләгәйне. Ярышты күҙәтеүсе кескәйҙәргә тәмлекәстәр таратылды. Өшөгәндәр мәҙәниәт йортона инеп, ҡайнар сәй менән һыйланды. Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре, Иҙәш ауылында тыуып үҫкән Рушан Ҡәҙербаев ауылдаштарына моңло йырҙарын бүләк итте.

Өс сәғәткә һуҙылған байрам күтәренке кәйеф һәм рух менән тамамланды. Бит остары алһыуланған, күҙҙәре янып торған, ирендәренән йылмайыу китмәгән иҙәштәр саф һауала ял итеп кенә ҡалманы, сәләмәтлеген нығытты, күптән күрешмәгән дуҫ-туғандары менән аралашты.

Әйткәндәй, бындай байрамдар Ейәнсура районының һәр ауылында тиерлек үтте. Шулай уҡ район мәҙәниәт бүлеге, “Салауат” физкультура-һауыҡтырыу комплексы һәм Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәге мәҙәниәтле ял итеү, сәләмәт тормошто пропагандалау, ял көндәрен хәүефһеҙ үткәреү маҡсатында көн һайын төрлө сара, ярыш һәм ял кисәһе ойошторҙо.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға