«Йәшлек» гәзите » Спорт » Ҡурҡынысһыҙ ҡурҡыныс команда...



07.09.2018 Ҡурҡынысһыҙ ҡурҡыныс команда...

Ҡурҡынысһыҙ ҡурҡыныс команда...
йәки «Салауат Юлаев» хоккейсылары миҙгел һайын тиерлек үҙенең тотороҡһоҙ сығышы менән күптәрҙе һағайта

Быйылдан КХЛ беренселегендә мәрәй иҫәпләү ҡағиҙәһе үҙгәреп, еңеүсе команда төп ваҡытта, өҫтәмә һәм буллит серияһында булһынмы – ике мәрәйле булһа, отолоу­сыға элеккесә бер мәрәй иҫәпләнәсәк. Был, әлбиттә, турнир таблицаһындағы көсөргәнешлекте арттырасаҡ. Сөнки элек өс мәрәй яулаусылар алға китеп, арттағыларға ҡыуып етеү өсөн ҡыйынлыҡтар тыуҙыра ине. әле үк турнир таблицаһына күҙ һалһаң, үҙгәреш күҙгә ташлана.
Ә әлегә Гагарин кубогының сираттағы 11-се миҙгеле старт алып, дәғүәселәр ике турын уҙғарҙы ла инде. «Салауат Юлаев» хоккейсылары чемпионатты ситтәге дүрт осрашыуҙан торған сәфәрҙән башланы. Тәүҙә улар Мәскәүҙә урындағы «Динамо»ны өҫтәмә ваҡытта 3:2 иҫәбенә алдырһа, һуңынан «Северсталь» клубын да шул уҡ юҫыҡта 5:4 иҫәбенә отто. Икеһендә лә бәйге барышында дәғүәселәренә еңелә килеп, һуңғы мәлдә иҫәпте тигеҙләй һәм овертаймда еңеүҙе тартып ала. Хәҙер бит ниндәй ысул менән еңһәң дә айырма юҡ. Шуға күрә быйылдан юлаевсыларҙы етәкләгән баш тренер Николай Цулыгин өсөн миҙгел уңышлы башланды тиһәк тә була. Тик бына уйнау манераһы элеккесә үҙгәрешһеҙ ҡалған. Ҡурҡынысһыҙ ҡурҡыныс команда... Улар миҙгел һайын тиерлек үҙенең тотороҡһоҙ сығышы менән күптәрҙе һағайтып, ҡурҡытып бөттө. Состав яртылаш тиерлек үҙгәреш кисерһә лә, уйнау стиле шул уҡ ҡалған.
Нисек кенә булмаһын, уҙған ике осрашыуҙа ике еңеү менән, «Салауат Юлаев» командаһы «Авангард», «Торпедо» һәм «Автомо­билист» клубтары менән бер рәттән 4-әр мәрәй яулап, үҙ конференцияһында 1 – 4-сө урындарҙы бүлешә. Кисә улар «Локомотив»та ҡунаҡта булды. Ситтәге дүртенсе осрашыуын (8 сентябрь) СКА менән уҙғарғас, үҙебеҙҙә уйын 12 сентябрь «Торпедо» командаһы менән буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға