02.08.2018 Мундиаль ашнаҡсыһы Нариман
Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты Нариман Хөснуллин футбол буйынса донъя чемпионатында ашнаҡсы булып эшләгән
Рәсәйҙә тәү тапҡыр уҙғарылған футбол буйынса донъя чемпионаты илебеҙҙәге иң төп спорт байрамдарының береһе булып тарихҡа инде. Был сара көйәрмәндәр өсөн сирек финалға тиклем етеү, ә ҡайһы берәүҙәр өсөн онотолмаҫлыҡ хеҙмәт практикаһы булып иҫтә ҡаласаҡ.
БДАУ-ның аҙыҡ-түлек технологиялары факультетының 3-сө курс студенты Нариман яҙғыһын уҡ, зачеттар мәлендә, йәйге хеҙмәт практикаһын хәстәрләй башлай. Буласаҡ ашнаҡсыларға студент саҡтан уҡ стажировка үтә башлау мөһим – сөнки яҡшы кулинар тәжрибәһен туплау өсөн даими практика кәрәк. Егет Мәскәүҙәге спорт сараларына ваҡытлыса эш тәҡдим иткән иғлан буйынса яҙа һәм … «Лужники» стадионының ашханаһына эләгә. Нариман, донъя кимәлендә уҙғарылған сарала ҡатнашасағын белгәс, тәүҙә юғалып ҡалһа ла, аш-һыу бүлмәһендә дәртләнеп эшкә тотона.
Футболсыларҙы һәм чемпионаттың төп бағыусыларын «люкс» кимәлендәге донъялағы иң күренекле бренд аҫтындағы француз ашнаҡсылары туйындырған. Иң яҡшы аш-һыу оҫталары тупланған компанияла эшләү бәхете бик һирәктәргә генә татый. Йәш оҫтаға эҫе аш төрҙәренән ит киҫәктәре, тунец балығынан стейк, йәшелсәләрҙе парҙа бешереү йәки быҡтырыу һәм башҡа бурыс йөкмәтелә. Шулай уҡ капрезе ҡабымлығын әҙерләү, десертҡа тирамису һәм круассан бешереү ҙә Наримандың яуаплылығында була.
Буласаҡ һөнәренә етди ҡараған егет онотолмаҫлыҡ файҙалы тәжрибә туплауына шатланып бөтә алмай. Чемпионатта ул коллегалары менән инглиз телендә генә аралашҡан, шунлыҡтан барыһына ла, мотлаҡ телдәрҙе өйрәнегеҙ һәм маҡсаттарығыҙға табан ҡыйыу юл ярығыҙ, тип өндәшә.
Л. ХӘЛИТОВА.