«Йәшлек» гәзите » Спорт » Ҙур футбол килә беҙгә, ҙур футбол...



13.06.2018 Ҙур футбол килә беҙгә, ҙур футбол...

Ҙур футбол килә беҙгә, ҙур футбол...
йәки Рәсәй үҙ тарихында тәүге тапҡыр бер ай буйы футбол «йондоҙ»ҙары менән йәшәйәсәк

Һәр спорт төрө матур һәм үҙәнсәлекле. Тағы килеп йылдан-йыл уларҙың иҫәбе лә артҡандан-арта. Көйәрмәндәре лә бихисап. Тик футбол уйыны элек-электән донъяла «иң-иң»дәрҙән һаналды, һанала һәм һаналасаҡ. Шуға ла донъяла хәҙер 250 миллионға яҡын кеше футбол уйнай. Шуларҙың 20 миллионы – ҡатын-ҡыҙ. Профессиональ кимәлгә килгәндә, донъяла 300 меңдән ашыу клуб беренселектә ҡатнаша. Шуныһы ҡыҙыҡ: Рәсәй профессиональ футболсылар иҫәбе буйынса Европала, немецтарҙан ҡала, икенсе урынды биләй. Беҙҙә ике миллиондан ашыу футболсы бар. Ул ғына ла түгел, футбол клубтары иҫәбе буйынса илебеҙ Европала иң алдынғы булып иҫәпләнә. Икенсе урында – Германия. Статистикаға ышанғанда, беҙ донъяла алдынғылар иҫәбендә булырға тейеш тә, тик әлегә уртансылар рәтендә лә түгелбеҙ шул...

Футбол буйынса донъя чемпионатының тарихы 1928 йылдан башланһа ла, тәүге беренселек 1930 йылда Уругвайҙа уҙа. Тәүҙә унда ни бары 13 команда ғына ҡатнаша. 1934, 1938 йылдарҙа үткән бәйгелә төркөм уйындары уҙғарылмай. Командалар еңелеү менән чемпионаттан төшөп ҡалған. 1950 йылдан алып 1978 йылға тиклем уҙған беренселектәрҙә финал уйындарында 16-шар команда ғына уйнай. 1982 йылдан – 24 һәм 1998 йылдан алып чемпионатта 32 команда ҡатнаша башлай.
Уҙған беренселектә Германия футболсылары чемпион булғайны. Ғөмүмән, чемпионат тарихына әйләнеп ҡайтҡанда, унда ни бары һигеҙ ил генә еңеү бәхетен кисерә. Иң күп уңыш Бразилия уйынсыларына йылмая. Улар биш тапҡыр төп Кубокты яулай (1958, 1962, 1970, 1994, 2002 йылдар). Шулай уҡ бер чемпионатта ла ҡатнашмай ҡалмайҙар. Футболсылар ара­һында ла өс тапҡыр чемпион булып берҙән-бер данлыҡлы Бразилия уйынсыһы Пеле һанала.
Германия менән Италия командалары дүртәр тапҡыр еңеүсе була. Аргентина менән Уругвай икешәр тапҡыр уңышҡа өлгәшә. Англия, Франция менән Испания берәр тапҡыр чемпион исемен ала. Ә инде беренсе еңеүҙе 1930 йылда Уругвай командаһы яулай. Беҙҙекеләр, йәғни элекке СССР йыйылма командаһы бер тапҡыр ғына финал уйындарында ҡатнашып, өсөнсө урын өсөн Португалияға 2:1 иҫәбенә еңелә. Был хәл 1966 йылда була. Дөйөм алғанда, уҙған беренселектәрҙә бөтәһе 207 ил командаһы төп приз өсөн көрәшә. Шуларҙың 24-е генә донъяның көслө дүрт командаһы иҫәбенә инә.
Уйынсылар араһында иң мәргәне булып Германия уйынсыһы Мирослав Клозе иҫәпләнә. Ул чемпионаттарҙа 16 гол индерә. Бразилиянан Роналдо 15 тапҡыр уңышҡа өлгәшһә, Германия футболсыһы Герд Мюллер – 14 гол авторы. Франция һөжүмсеһе Жюст Фонтен дәғүәсе ҡапҡаһын 13 тапҡыр борсоһа, данлыҡлы Пеле унан бер тупҡа ҡалыша.
Быға тиклемге 20 чемпионат 18 илдә үткәрелә. 1986 һәм 2002 йылдарҙа икешәр ил берләшеп, беренселекте үҙендә ойоштора. Италия, Франция, Бразилия һәм Германия икешәр тапҡыр чемпионат хужалары була. Һәм бына был юлы бәхет Рәсәйгә лә йылмая.
Уйындар илебеҙҙең 11 ҡалаһында – Мәскәү, Санкт-Петербург, Сочи, Ҡазан, Волгоград, Дондағы Ростов, Саранск, Һамар, Түбәнге Новгород, Калининград һәм Екатеринбургта үтәсәк. Ҙур футбол байрамы 14 июндә Мәскәүҙә «Лужники» стадионында асылып, беренсе осрашыуҙа чемпионат хужаһы менән Сәғүд Ғәрәбстаны футболсылары көс һынашасаҡ. 20 июндә Санкт-Петербургта беҙҙең команда Мысыр уйынсылары менән осрашһа, 25-ендә Һамар ҡалаһы стадионында Уругвай менән төркөм уйынын тамамлай. Төркөм уйындарының һуңғы осрашыуҙары 28 июндә һигеҙ команданың уйнауы менән бөтәсәк. Һәр төркөмдөң икешәр көслө командаһы төп бәйгелә юлын дауам итеп, 1/8 финалда осрашасаҡ. Чемпион 15 июлдә билдәле буласаҡ.
Чемпионаттың аҡсалата премияһы ла йылдан-йыл арта. Быйыл уның дөйөм фонды 400 миллион долларға тиң. Еңеүсе 38 миллион долларға байыһа, икенсе урын алыусыға – 28 млн, өсөнсө призер­ға 24 млн доллар аҡса биреләсәк. Шулай уҡ дүртенсе урынға сығыусы ла 22 млн доллар менән ҡайтасаҡ. Ғөмүмән, бер ҡатнашыусы ла премияһыҙ ҡалмай. Хатта, төркөм уйынында ҡатнашып, төп бәйгенән төшөп ҡалған хәлдә лә, улар 9,5 млн доллар аҡса менән ҡайтасаҡ.
Рәсәй командаһы өсөн тағы айырым премия булдырылған. Әгәр беҙҙекеләр көтмәгәндә чемпион булһа, хөкүмәт уларҙы ике миллиард һум аҡса менән байытасаҡ. Әгәр 1/8 финалға етһә – 300 миллион һум, артабан күләме арта ғына барасаҡ.
Беҙҙең төркөм дәғүәселәребеҙҙән Мысыр футболсылары быға тиклем донъя беренселегендә ике тапҡыр – 1934 һәм 1990 йылда уйнай. Ә бына Африка милләт-ара кубогында ете тапҡыр еңеп, уны өс тапҡыр рәттән яулаған берҙән-бер Африка иле булып һанала. Рәсәй командаһының быға тиклем Мысыр уйынсылары менән һис тә осрашҡаны булмай. СССР заманында ғына бер турнирҙа төп составҡа инмәгән уйынсыларҙан төҙөлгән команда уларҙан 2:1 иҫәбенә отола.
Икенсе дәғүәсебеҙ – Сәғүд Ғәрәбстаны командаһы донъя чемпионатында дүрт тапҡыр ҡатнаша. Беренсе тапҡыр 1994 йылда сығып, һуңынан өс тапҡыр унда сығыш яһай. Һуңғы өс чемпионатта туғыҙ осрашыу үткәреп, етеһендә отола һәм икеһен тигеҙ иҫәпкә тамамлай. Азия кубогының финалында алты тапҡыр уйнап, өсөһөндә еңеүсе була. Ул үҙ тарихында беҙҙекеләр менән 1993 йылда ғына бер тапҡыр дуҫтарса осрашыу уҙғара. Унда дәғүәсебеҙ Рәсәй уйынсыларын 4:2 иҫәбенә еңә.
Өсөнсөһө – Уругвай футболсылары донъя футбол күгенең түрендә тороусы, тиһәк тә, яңылышмаҫбыҙ. Улар тәү башлап уҙғарылған беренселектә еңеүсе булып таныла. Һуңынан 1950 йылда уҙған бәйгелә лә икенсе тапҡыр чемпион исемен яулай. Улар шулай уҡ ике тапҡыр Олимпия уйындарында (1924, 1928 йылдар) еңеүсе булып, Америка кубогында 15 тапҡыр чемпион исемен ала. Әлеге ваҡытта иң шәп уйынсылары булып Луис Альберто Суарес, Эдинсон Кавани һәм Диего Годин һанала.
Рәсәй командаһы менән улар 2012 йылда ғына дуҫтарса осрашыуҙа уйнап, 1:1 иҫәбенә таралышалар.
Рәсәй йыйылма командаһы үҙ тарихында дүртенсе тапҡыр ҙур бәйгелә ҡатнашасаҡ. Быға тиклем 1994, 2002, 2014 йылдарҙа ҡатнашып, барлығы туғыҙ осрашыу уҙғара, ике тапҡыр еңә, биш тапҡыр отола һәм ике уйын тигеҙ иҫәпкә тамамлана. Составҡа килгәндә, Александр Кокорин, Георгий Джикия һәм Виктор Васин, йәрәхәт алыу сәбәпле, унда ҡатнашмаясаҡ. Шулай уҡ Константин Рауш, Роман Нойштедтер, Александр Ташаев, Федор Чалов һәм ҡапҡасы Сослан Джанаев чемпионатҡа бармаясаҡ. 23 уйынсының етеһе – Акинфеев, Игнашевич, Гранат, Дзагоев, Семенов, Жирков һәм Самедов уҙған беренселектә һынау үтте. Ҡалған 16-һы өсөн дебют буласаҡ.

Ҙур футбол килә беҙгә, ҙур футбол...

Уйындар календары:

14 июнь
Рәсәй – Сәғүд Ғәрәбстаны

15 июнь
Мысыр – Уругвай
Марокко – Иран
Португалия – Испания

16 июнь
Франция – Австралия
Аргентина – Исландия
Перу – Дания
Хорватия – Нигерия

17 июнь
Коста-Рика – Сербия
Германия – Мексика
Бразилия – Швейцария

18 июнь
Швеция – Коньяҡ Корея
Бельгия – Панама
Тунис – Англия

19 июнь
Колумбия – Япония
Польша – Сенегал
Рәсәй – Мысыр

20 июнь
Португалия – Марокко
Уругвай – Сәғүд Ғәрәбстаны
Иран – Испания

21 июнь
Дания – Австралия
Франция – Перу
Аргентина – Хорватия

22 июнь
Бразилия – Коста-Рика
Нигерия – Исландия
Сербия – Швейцария

23 июнь
Бельгия – Тунис
Көньяҡ Корея – Мексика
Германия – Швеция

24 июнь
Англия – Панама
Япония – Сенегал
Польша – Колумбия

25 июнь
Уругвай – Рәсәй
Сәғүд Ғәрәбстаны – Мысыр
Испания – Марокко
Иран – Португалия

26 июнь
Австралия – Перу
Дания – Франция
Нигерия – Аргентина
Исландия – Хорватия

27 июнь
Көньяҡ Корея – Германия
Мексика – Швеция
Сербия – Бразилия
Швейцария – Коста-Рика

28 июнь
Япония – Польша
Сенегал – Колумбия
Панама – Тунис
Англия – Бельгия








Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға