08.06.2018 «Салауат Юлаев» – туғыҙынсы
Континенталь хоккей лигаһы уҙған миҙгел һөҙөмтәһе буйынса клубтарҙың рейтингын билдәләне
Беренсе урында – СКА командаһы. Ул быға тиклем дә юғарыла булды. Ә бына ЦСКА менән Финляндияның «Йокерит» клубтары урындары менән алмашып, әрмеләр икенсегә үрләне.
«Металлург» дүртенсе булһа, быйылғы чемпион – «Аҡ барс» хоккейсылары, уңыш ҡаҙаныуына ҡарамаҫтан, элеккесә, бишенсе. «Локомотив» – алтынсы, «Динамо» (Мәскәү) – етенсе, «Авангард» – һигеҙенсе һәм беҙҙең «Салауат Юлаев» туғыҙынсы урынын һаҡлап ҡалды. Иң түбән күрһәткес – «Лада» менән «Югра»ныҡы. Шуғалыр ҙа улар киләһе миҙгелдән КХЛ-да ҡатнашмаясаҡ.
Рейтинг тигәндән, ул командаларҙың бар күрһәткесенән сығып билдәләнә.
Шулай уҡ үткән аҙнала КХЛ беренселегенә йомғаҡ яһалып, иң яҡшылар төрлө приз менән бүләкләнде. Әйтәйек, СКА клубы һөжүмсеһе Никита Гусев иң көслө хоккейсы булып танылды. Уға «алтын сәкән» призы бирелде. «Салауат Юлаев» клубынан дүрт уйынсы юғары баһа алды. Дания легионеры Филипп Ларсен иң һөҙөмтәле һаҡсы булһа, Йонас Кемппайнен, Линус Умарк һәм Тему Хартикайнен, өсөһөнә 42 шайба индереп, иң һөҙөмтәле «тройка» булараҡ билдәләнде.