«Йәшлек» гәзите » Спорт » «Салауат Юлаев»та – яңы баш тренер



17.04.2018 «Салауат Юлаев»та – яңы баш тренер

«Салауат Юлаев»та – яңы баш тренер
«Салауат Юлаев» клубы етәкселеге командаға баш тренер итеп быға тиклем Эркка Вестерлундтың ярҙамсыһы вазифаһын башҡарған Николай Цулыгинды тәғәйенләне.
Килешеү бер йылға төҙөлгән. Цулыгинға элекке тәрбиәләнеүсебеҙ, быға тиклем «Автомобилист» командаһында тренер булып эшләгән Николай Заварухин ярҙам­ға киләсәк. Улар заманында бергә юлаевсылар составында уйнай. Оҙаҡламай 43 йәшен билдәләйәсәк белгес, төп составтан тыш, «Толпар» үҫмерҙәрен дә тәрбиәләй. Уйынсы булараҡ, «Салауат Юлаев»тан тыш, «Аҡ барс», «Северсталь», «Металлург» (Мг.), «Нефтехимик», «Динамо» (Мәскәү), «Себер», «Торпедо»ла һәм НХЛ менән АХЛ-да өс миҙгел уйнай. Етәкселәр беҙҙеке булғас, бәлки, үҙ уйынсыларыбыҙға ла иғтибар артыр… Тик әлегә һаман ситтәгеләргә күҙ һалалар. Әйтәйек, яңыраҡ уҙған миҙгелдә «Амур» клубы ҡапҡаһын һаҡлаған Финляндия легионеры Юха Метсоланың Өфөгә киләсәге хаҡында һүҙ таралды.
29 йәшлек ҡапҡа һаҡсыһы Хабаровскиҙа өс миҙгел уҙғарып, быйыл Көньяҡ Кореяла уҙған Олимпия уйындарында ла ҡатнаша. Әлегә уның менән һөйләшеү уҙғарылған. Шулай уҡ «Авангард»тан һөжүмсе Дмитрий Кугрышев һәм Петр Хохряковтың да килеүе ихтимал. Тәүгеһе уҙған миҙгелдә ЦСКА-нан Омскиға күсһә, Хохряков иһә СКА командаһынан бынан ике йыл элек уларға килгәйне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға