22.03.2018 Иң етеҙ саңғысылар ҡайҙа? Учалыла һәм Ҡалтасыла!
Йәш саңғысылар араһында «Йәншишмә» гәзите призына быйылғы республика ярышы Күмертауҙа үтте. Унда барлығы 24 команда, йәғни 140 уҡыусы ҡатнашты.
Шәхси беренселектә 2006 – 2007 йылғылар араһында өс километр араға малайҙарҙан Лёня Колбин (Ҡалтасы), ике километр араға ҡыҙҙарҙан Наташа Ковнир (Күмертау) еңһә, ә 2004 – 2005 йылғылар араһында өс километр араға Ғаян Кәримов менән Саша Новикова (икеһе лә – Учалынан) иң етеҙе булды. Ҡатнаш эстафетала учалылар беренсе урын алды.
Командалар араһында дөйөм һөҙөмтә буйынса кесе йәш төркөмөндә ҡалтасылар «иң-иң»е булһа, ә оло йәш төркөмөндә учалылар – чемпион!
Күмертауҙа «Йәншишмә» гәзите призына уҙған саңғы ярыштары еңеүселәрен бүләкләүҙә ярҙам иткәндәре өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғоловҡа, «РИА-Медоптик» офтальмология үҙәге директоры Рәшит Искәндәровҡа һәм «Башбланкиздат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры Гөлсәсәк Әлибаеваға ҙур рәхмәт !
М. КӨЙӘРМӘНОВ.
И. ҒӘЙНУЛОВ фотоһы.