«Йәшлек» гәзите » Спорт » Яҡташыбыҙ миҙалһыҙ ҡалды



01.12.2017 Яҡташыбыҙ миҙалһыҙ ҡалды

Яҡташыбыҙ миҙалһыҙ ҡалды
Белорет ҡыҙы Ольга Вилухина, допинг шауҡымына эләгеп, Сочи уйындарында яулаған ике «көмөш»өнән мәхрүм ителде

Сочиҙан һуң карьераһын тамамлаған Ольга Вилухина ла уйындарҙың ике көмөш миҙалын Олимпия комитетына ҡайтарырға тейеш. Ул береһен биатлон буйынса спринтта яулаһа, икенсеһен эстафета командаһы составында алғайны. Вилухина бигерәк тә йәл. Күптәр уға өмөт бағлағайны. Сөнки уны Светлана Ишморатова, Альбина Әхәтова, Ольга Медведцева, Ольга Зайцева кеүек билдәле биатлонсылар урынына лайыҡлы алмаш тип күрҙеләр. Олимпиадаға тиклем Донъя кубогы этаптарында уңышлы ғына сығышынан һуң, Сочи уйындарында ул ғына командалаш иптәштәре араһынан шәхси беренселектә икенсе урын яулап ҡыуандырҙы. Уйындарҙан һуң, һаулығына зарланып, бер миҙгел ярышҡа сыҡманы. Ә инде унан һуң күпме генә тырышып ҡарамаһын, төп составҡа эләгә алмай, һөҙөмтәлә былтыр карьераһына нөктә ҡуйырға булды. Ә бит уға ни бары 28 генә йәш. Сөнки күптәр ошо йәштән һуң ғына уңышҡа өлгәшә башлай. Хәҙер бына иҫәпле генә уңышынан да тороп ҡаласаҡ. Командалаш иптәше Яна Романова ла «көмөш»өнән мәхрүм ителде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға