«Йәшлек» гәзите » Спорт » Олимпия чемпионы Ҡабыҡҡыуышта йәшәй



27.11.2017 Олимпия чемпионы Ҡабыҡҡыуышта йәшәй

Олимпия чемпионы Ҡабыҡҡыуышта йәшәй
йәки Яҡташыбыҙҙың бөйөк ҡаҙаныштары Гиннесс рекордтар китабына индерелгән

Ысын мәғәнәһендә ул үҙенең шаҡтай дәрт-дарманы һәм яңы ҡаҙаныштарға ынтылышы менән барыһын да ғәжәпләндереүҙән туҡтамай. Уҙған йылда күптәр Стәрлебаш районының Ҡабыҡҡыуыш ауылынан данлыҡлы гер күтәреүсе, күп тапҡыр донъя чемпионы һәм башҡа юғары титулдарға эйә булған 69 йәшлек Мансур Сөйәрғолов ҙур спорттан китер тип уйлағандыр, бәлки. Сөнки уның еңеүҙәре һанап бөткөһөҙ. Былтыр ул Сочиҙа үткән Евразия һәм бер үк ваҡытта Союз дәүләте (Рәсәй – Беларусь) гер спорты буйынса чемпионатта ҡатнашып, еңеү яуланы!

Спорт өлкәһендәге беренсе таныҡлығын 1959 йылда алған – мәғариф бүлеге Ҡабыҡҡыуыш мәктәбенең 5-се класс уҡыу­сыһы М. Сөйәрғоловты «Спорттың йәш активисы» значогы менән бүләкләй. 1960 йылда ауыл клубында Рим Олимпиадаһы тураһында киножурнал күрһәтелә. Билдәле штанга күтәреүсе Юрий Власов тураһында кадрҙы күреп, уға һоҡланып ҡайта. «Үәт, ниндәй көслө кеше!» – тип һоҡланыуын белдерә Мансур иптәштәренә. «Әллә һин дә Власовҡа оҡшарға теләйһеңме?» – тип йылмаялар уға. «Белмәйем», – тип яуап бирә үҫмер. Әммә шул мәлдә уның күңеленә ниндәйҙер хис-тойғо үтеп инә, күрәһең. Йорт алдында үҙе штанга яһап, күнекмәләр эшләй башлай. Урта мәктәпте Мансур Стәрлебашта тамамлай. Артабан – армия хеҙмәте. Ҡайтҡас, Башҡорт ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. Студент йылдарын ғына алып ҡарайыҡ.
– Һине бөтә спортсыларыбыҙ араһында рекордсы тип атарға мөмкин, – ти бер ваҡыт юғары уҡыу йорто тренерҙарының береһе.
– Ниңә? – ти Мансур, бер нимә лә аңламайынса.
– Ә бына шулай. Һин 200, 400, 800 метрға йүгереүҙә, йәҙрә ырғытыу буйынса Башҡортостан студенттары араһында чемпион, оҙонлоҡҡа һикереүҙә призер. Шул уҡ ваҡытта көрәш, ауыр атлетика буйынса еңеүсе. Быларҙың барыһы менән дә нисек шөғөлләнеп өлгөрәһең?
– Студент йылдарында төрлө спорт ярыштарында ла еңеүсе булып, алдынғылыҡты бирмәй йөрөнөм. Әммә күңелемә күберәк көс талап итә торған төрҙәр оҡшай.
Тыуған районына, тыуған Ҡабыҡҡыуыш ауылына «Маяҡ» колхозының баш агрономы була эшкә ҡайта. Спорт яйлап ҡына ситкә күсә. Ауыл хужалығы эштәре, көндәлек мәшәҡәттәрҙән һуң уға ваҡыт ҡалмай. Артабан – район ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы. Һуңынан ауылдаштары уны колхоз рәйесе итеп һайлай. Был үҫемлекселек һәм малсылыҡ продукциялары етештереүҙе арттырыу, төҙөкләндереү, хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу мәсьәләләрендә ярайһы уҡ һөҙөмтәле йылдар була. Бер ваҡыт, колхоз рәйесе булып эш башлағас та, Мансур Таштимер улы мәҙәниәт йортона төкәтмә эшләп, ҡалалағы кеүек иркен, йылы спорт залы төҙөргә тәҡдим итә. Ир-егеттәр һөйләнеп-һөйләнеп ала ла, ризалаша. Һәм районда иң яҡшы, бик һәйбәт спорт залы төҙөлә. Унда тренажер залы ла булдырыла. Уның өсөн ҡорамалдарҙы колхоз оҫтаханаһында эшләйҙәр. Шулай уҡ ауыл үҙәгендә ҙур булмаған стадион төҙөйҙәр. Әммә тормошта ниндәй генә хәлдәр булмай. Туғыҙ йыл рәйеслек иткәндән һуң, Сөйәрғолов тағы бер тапҡыр бөтә ауылды таң ҡалдыра: күңеле был вазифаға тартмай, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырырға – ҙур чемпион булырға теләй. Һәм ул үҙ ауылында һәм район үҙәгендә: «Спортҡа китәм», – тип хәбәр итә.
Штанга, гер күтәреүҙе һәм көрәште ярат­ҡас, шөғөллән, тиҙәр. Күптәр Мансурҙы аңламай. Улар уның бала сағынан уҡ СССР-ҙың спорт мастеры булырға теләгәнен ҡайҙан белһен. Бына бит быға тиклем килеп сыҡмай: йә уҡыу, йә эш. Шулай итеп, юғары исемһеҙ ҡала ул. «Маяҡ» колхозы етәксеһе Фәүҡәт Усманов спортҡа битараф кеше түгел. Мансурҙың уҡыусыһы. Ирекле көрәш буйынса Рәсәй чемпионы, СССР-ҙың спорт мастеры була. Ул элекке рәйес менән бергә спорт менән шөғөлләнә.
– Беҙҙең ауыл элек-электән көслө ир-егеттәре менән дан тотҡан, – ти ул бер ваҡыт. – Үҙең беләһең, тирә-яҡта милли көрәш буйынса уларға тиңдәр юҡ. Шулай булғас, әйҙә, Мансур ағай, ошо традицияны дауам итәйек.
Бына шулай Сөйәрғолов ҙур ныҡышмалылыҡ менән эшкә тотона. Егеттәр спортҡа ылыға. Йәштәр ҡыҙыҡлы күнекмәләргә теләп йөрөй. Район ярыштары. Һәм ҡабыҡҡыуыштарҙың үҙҙәре араһында уҡ конкуренция үҫә. Ә иң яҡшылары Башҡортостан чемпионаттарына сыға. Бына уникаль факт: дүрт йылда – гер күтәреү буйынса республика кимәлендә биш чемпион. Тағы призерҙар һаны арта. Милли көрәш һәм гер күтәреүҙән тыш, Мансур йәнә бер ғәҙәти булмаған секция булдыра. Пауэрлифтинг, беҙҙеңсә, өс төрлө бәйге. Механизатор Альберт Ибраһимовҡа ла шул пауэрлифтинг бик оҡшай, ул спорт мастерына кандидат нормативын үтәп, Башҡортостан чемпионы исемен яулай. Ә Сөйәрғолов үҙе? Ҙур ярыштар уның өсөн күптән артта ҡалған кеүек тойола. Әммә 46 йәшендә ул спорттың күп көс талап иткән төрҙәре (гер күтәреү, пауэрлифтинг) буйынса ныҡышмалы күнекмәләр башлай. Икенсе һулышы асылғандай була. Уңыш оҙаҡ көттөрмәй. 90 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында гер спорты буйынса республика чемпионаты призеры, еңеүсеһе була, өҫтәүенә, үҙенән ике тапҡыр йәшерәктәрҙе лә артта ҡалдыра. Пауэрлифтинг буйынса Башҡортостан беренселегендә ике тапҡыр еңеү яулай. Ошо төр буйынса Рәсәй чемпионатында өсөнсө урын ала. Башҡа ҙур ярыштарҙа ла үҙен һынап ҡарарға теләй. 1997 йылдың йәйе башында Липецк ҡалаһында ветерандар араһында гер спорты буйынса Рәсәй чемпионаты үтә. М. Сөйәрғолов бында ла юғалып ҡалмай. 90 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында Рәсәй чемпионы исемен яулай. Ошонда уҡ ветерандар араһында донъя чемпионаты ла үтә. Унда Башҡортостандан ике кеше – Мансур Сөйәрғолов һәм Октябрьский ҡалаһынан спорт мастеры Ринат Юнысов бара. Икеһе лә еңеү яулай. Халыҡ-ара гер спорты мастер­ҙары конфедерацияһы президенты А. Ежов көмөш миҙал тапшыра. Ә һуңынан, Сөйәрғоловтың ҡайҙан икәнлеген белгәс: «Мин һеҙгә ҡарап һоҡланам, хайран ҡалам. Быға тиклем ошондай ярыштарҙа шундай төпкөл ауылдан килгән спортсының призер булғанын күргәнем булманы», – ти.
Донъяла иң көслөһө тигән исемде яулау хыялы уны ташламай. Архангельск ҡалаһында үткән чемпионатта ул был теләгенә ирешә. Хәҙер Мансур Таштимер улының 18 донъя, 12 Европа, 17 Рәсәй чемпионы титулы бар. Ул Рәсәй – Беларусь союз дәүләте беренселектәрендә өс тапҡыр еңеү яулай, Азия чемпионы. 20 тапҡыр донъя, Европа, Рәсәй рекордтарын ҡуя. Тураһын әйтәйек, һөҙөмтәләр бик ҙур. Олимпия чемпионы исеме – уның иң ҙур ҡаҙанышы. Эйе, эйе, был хыялы ла тормошҡа аша. 2011 йылдың авгусында Архангельск ҡалаһында I Бөтә донъя гер спорты мастерҙары олимпиадаһы була. 44 ил спортсыһы унда ҡатнашыуға заявка бирә. Мансур үҙенең йәш төркөмөндә йәнә бик һәйбәт сығыш яһап, ике номинацияла ла (герҙе этеп күтәреү һәм кинәт күтәреү) еңеүсе була. Ошонда уҡ юғары спорт ҡаҙаныштары һәм донъяла гер спортын үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн уға «Алтын гер» тапшырыла. Ул Башҡортостан гер күтәреүселәре араһында беренсе булып халыҡ-ара класлы спорт мастеры таныҡлығын ала. 2010 йылда Рыбинск ҡалаһында үткән Рәсәй чемпионатында уға «Ҡанатлы арыҫлан» халыҡ-ара орденын тапшыралар. Бындай ҡарарҙы Халыҡ-ара аттестация советы ҡабул итә. Ҡабыҡҡыуыш батыры был наградаға гер спортын тергеҙеү эшендә ҙур уңыштары өсөн лайыҡ була. Ул шулай уҡ «Спортта уңыштары өсөн» миҙалы менән дә бүләкләнә. 2009 йыл йомғаҡтары буйынса халыҡ-ара гер спорты мастерҙары конфедерацияһында абсолют иң яҡшы гер күтәреүсе тип таныла. Мансур Таштимер улының исеме Гиннесс рекордтар китабына индерелгән. Уға «Башҡортостан Республи­каһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре», «Стәрлебаш районының маҡтаулы гражданы» исемдәре бирелгән. Уның маҡсатҡа ынтылыусанлығына иҫ китерлек. Төрлө хәл, финанс яғынан да ауыр саҡтар була. Бер ваҡыт, 1997 йылдың декабрендә, М. Сөйәрғоловты Запорожье ҡалаһына – В. Омельченко иҫтәлегенә арналған халыҡ-ара ярыштарға саҡыралар. Мансур бер нисә кешегә барып, ярҙам һорай. Аҡсаһы етеңкерәмәй, юл алыҫ бит. Шулай ҙа ярыштарға бара һәм приз менән ҡайта. Ә һуңынан «Индустриальное Запорожье» гәзитендә ошо ярыштар тураһында ҙур мәҡәлә баҫылып сыға, унда шундай һүҙҙәр бар: «Мансур Сөйәрғолов ауылда йәшәй, нисек ул үҙен финанслай, тигән һорауға: «Запорожьеға килеү миңә арзанға төшмәне, бында килеү өсөн ҡатыныма күп көс һалып үҫтергән ҡаҙҙарҙың бер өлөшөн һатырға тура килде», – тип яуап бирә. М. Сөйәрғолов – дини кеше, Ҡабыҡҡыуыш ауылы имамы. Ул, әйткәндәй, ауылдарында мәсет төҙөү идеяһын биреүсе һәм ойоштороусыларҙың береһе.
Әммә ул ауыр спорт менән хушлашырға ашыҡмай. Бөтә донъя гер спорты мастерының өсөнсө олимпиадаһында ҡатнашырға ниәте бар. Киләсәктә лә уға яңы үрҙәр, уңыштар теләргә генә ҡала.

Мансур ҒИЗЗӘТУЛЛИН.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға