15.11.2017 КХЛ тәнәфескә туҡтаны
«Салауат Юлаев» хоккейсылары һуңғы дүрт осрашыуҙа, дәғүәсе ҡапҡаһына бары биш гол индереп, бер генә еңеү яулай.
Магнитогорскиҙың «Металлург»ын һанамағанда, улар хатта «Адмирал», «Амур» һәм дә Ҡытай клубының һағын үтә алмай, дүрт кенә тапҡыр уңышҡа ирешә ала. Һөжүм дә, һаҡ та юҡ тип әйтерлек.
Беренселек 13 ноябргә тиклем ҡыҫҡа ғына тәнәфескә туҡтаны. Моғайын, ошо ял юлаевсыларға әҙерәк файҙаға булыр тип ышанайыҡ. Сөнки алда уларҙы йәнә дүрт осрашыуҙан торған ҡырҙағы уйындар көтә. Өфөләргә һынауҙы «Слован» (28 мәрәй, 12-се урын), ЦСКА (61 мәрәй, 2-се урын), «Локомотив» (51 мәрәй, 4-се урын) һәм «Сочи» (42 мәрәй, 7-се урын) командалары тотасаҡ. Артабан беҙгә «Аҡ барс»тың килеүе көтөлә.
Әлегә турнир таблицаһына күҙ һалғанда, Көнсығыш конференцияһында «Барыҫ» йәнә тиҙлек алып, «Аҡ барс»ты ҡыҫырыҡлап, юғары баҫҡысҡа күтәрелде. Уларҙың иҫәбендә – 57 мәрәй. Икенсе – «Аҡ барс» (56 мәрәй) һәм өсөнсөлә – «Авангард» (53 мәрәй). Беҙҙекеләр 46 мәрәйе менән – алтынсы.
Көнбайышта СКА-ға (81 мәрәй) етеүсе юҡ. ЦСКА менән «Йокерит» клубтары, 61-әр мәрәй яулап, икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлешә.
Тәнәфес тигәндән, Рәсәй йыйылма командаһы Евротурҙың беренсе этабында ҡатнашыу өсөн Финляндияға юлланды. Унда быйылдан башлап, Рәсәй, Чехия, Швеция һәм Финляндия хоккейсыларынан тыш, Швейцария менән Канада командалары ла ҡатнаша. Составҡа килгәндә, быйыл да Олег Знарок СКА менән ЦСКА клубтары уйынсыларына баҫым яһаны. СКА-нан – 10, ЦСКА-нан 8 хоккейсыға ышаныс белдергән. Шулай уҡ «Локомотив» менән «Аҡ барс»тан – икешәр, «Металлург», «Локомотив» һәм «Салауат Юлаев»тан берәр уйынсыны алды. Юлаевсыларҙың ҡапҡасыһы Андрей Кареевты командаға өсөнсө запас уйынсы итеп саҡырған.