«Йәшлек» гәзите » Спорт » Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...



04.11.2017 Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...

Үҙҙәре «һауын»ға  әйләнеп бара...Быйылғы миҙгелдә «Салауат Юлаев» командаһы бигерәк тә ҡыҙыҡ уйнай. Улар элек беренселектең артта һөйрәлеүсе клубтарынан еңелһә лә, уҙғанындағы кеүек мәсхәрәгә ҡалғаны юҡ ине. «Адмирал» кеүектәр, уларҙы кәмһеткәндән түгел, һәр ваҡыттағыса, уртаса көслө команда өсөн һауын һыйыр ролен башҡар­ҙы. Русса уны «проходной матч» тип йөрөтәләр. Хәҙер, бәлки, улар ҙа үҙ көсөнә ышана башлағандыр, әммә юлаевсылар өсөн һәр команда ҡаты сәтләүек һымаҡ тойола кеүек. Составты нығытабыҙ тип, күпме сығым сығарһалар ҙа, ыңғай һөҙөмтә һаман юҡ. Өс йыл элек командабыҙ тулыһынса үҙгәрештәр кисереп, миҙгел һайын ҙур маҡсаттар ҡуйһа ла, күҙгә күренерҙәй әйләнеш тойолманы. Киләсәктә иғтибарҙы үҙ тәрбиәләнеүселәребеҙгә биреүҙе төп маҡсат итеп алһалар ҙа, улар составта юҡ тиерлек. Булғандарынан тик ҡотолалар ғына. Бөгөнгөһө менән генә йәшәйҙәр. Шунан, бер мәл килеп төртөлгәс, ҡайҙа ул беҙҙең алмаш, тип баш ватҡан булалар. Ҡыҫҡаһы, ҡайҙа булһа ла, бер балыҡ башы.
Бына әле йәнә бер ҡиммәтле уйынсы менән тулыландылар. Силәбе хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, СКА составында Гагарин кубогын яулаған Антон Бурдасов (һүрәттә) менән килешеү төҙөлдө. Быға тиклем 26 йәшлек һөжүмсе ЦСКА командаһы өсөн 12 осрашыу үткәреп, дүрт гол индерә һәм өсөһөндә уға булышлыҡ итә. Унан тыш, «Авангард» командаһында ла уйнай.
Әлегә өфөләр 43 мәрәйе менән Көнсығыш конференцияһының алтынсы баҫҡысына төштө. Плей-офф зонаһынан ҡолаҡ ҡағыр өсөн уларға бер еңелеү ҙә етә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға