12.04.2017 Юлаевсылар фин белгесенә ышаныс белдерҙе
«Салауат Юлаев» командаһы үҙ тарихында тәүгә сит ил белгесенә мөрәжәғәт итеп, үҙенә баш тренер итеп Финляндия вәкиле Эркка Вестерлундты һайланы.
59 йәшлек белгес юлаевсылар менән ике йылға килешеү төҙөгән. Ул үҙенең тренерлыҡ карьераһын 1981 йылда башлай. Финляндияның төрлө клубын етәкләп, иленең үҫмер, йәштәр һәм төп команда баш тренеры вазифаһын да үтәй. Уның етәкселегендә Финляндия йыйылма командаһы Олимпия уйындарының көмөш, донъя беренселегенең көмөш һәм бронза миҙалы призеры була. Быға тиклем «Йокерит» хоккей клубында баш тренер булып эшләй. Уның ярҙамсыһы юлаевсыларҙың элекке һаҡсыһы, 41 йәшлек Николай Цулыгин буласаҡ. Быға тиклем ул «Толпар»ҙың баш тренеры ярҙамсыһы булып эшләй.
Команда составында ла үҙгәрештәр бар. «Салауат Юлаев»тың тотороҡло һөжүмсеһе, яңы белгестең яҡташы Тему Хартикайнен да, оҙаҡ уйлап тормай, өфөләр менән йәнә ике миҙгелгә контракт төҙөнө. Шулай уҡ Игорь Макаров, Энвер Лисин һәм Антон Лазарев та беҙҙә ике йылға тороп ҡалды. Һаҡсы Максим Гончаровтың килешеүен бер йылға оҙайттылар.
Китеүселәрҙән Дмитрий Макаров, Игорь Григоренко менән Денис Бодров күрше өлкәнең «Автомобилист» командаһында урын тапты. Ғөмүмән, Екатеринбург клубы Өфө уйынсылары өсөн ҡотҡарыусы «карап» һанала. Сөнки элек-электән юлаевсылар рәтенән киткән хоккейсылар унда урын таба. Тағы килеп унда беҙҙең элекке генераль менеджер Олег Гросс эшләй.
Башҡа командалар ҙа етәксе һайлап баш вата. Өфөләрҙең элекке тренеры Игорь Захаркин эшһеҙ оҙаҡ йөрөмәне. Уны шунда уҡ Ханты-Манси Автономиялы Округының «Югра»һы үҙенә «баш» итеп саҡырҙы. Омскиҙың «Авангард» командаһы «Себер»ҙә оҙаҡ ваҡыт эшләгән Андрей Скабелкаға ышаныс белдерҙе. Әлегә Мәскәүҙең «Динамо»һы һәм ЦСКА клубы баш тренерһыҙ.
Ҡазандың «Аҡ барс»ы ла Зиннәтулла Билалетдиновты Дмитрий Квартальновҡа алмаштырмаҡсы. Тик әлегә имеш-мимештәр генә йөрөй. Ҡытайҙың «Куньлунь Ред Стар» клубы КХЛ-дағы уңышлы дебютынан һуң, йәнә яңы үрҙәр яулау маҡсатында үҙенә баш тренер итеп билдәле Канада белгесе Майк Кинэнды тәғәйенләгәйне. Кинэн үҙенә ярҙамға Өфө хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, НХЛ-да уйнап тәжрибә туплаған яҡташыбыҙ Игорь Кравчукты алды. Кравчук бынан дүрт йыл элек Рәсәй юниорҙар йыйылма командаһын етәкләп, «Северсталь» клубында ла эшләп өлгөрә. «Куньлунь» тигәндән, әлеге ваҡытта Ҡытай хоккей етәкселеге Рәсәйҙең ВХЛ һәм МХЛ лигаларында уйнар өсөн командалар булдырып ята.