«Йәшлек» гәзите » Спорт » Фәһем алырлыҡ йәштәр бар



10.04.2017 Фәһем алырлыҡ йәштәр бар

Фәһем алырлыҡ  йәштәр барСпортты үҙ иткән, сәләмәт тормош алып барған кешеләр һаны артҡандан-арта бара. Был бик ҡыуаныслы күренеш, әлбиттә. Күптән түгел генә Әбйәлил районының Хәмит ауылында район волейбол ярышы уҙғарылды. Ул ябай ярыштан айырылып торҙо. Сөнки Хәмит командаһының алмаштыр­ғыһыҙ уйынсыһы, йәшләй генә фажиғәле рәүештә беҙҙең аранан китеп барған Сафуан Ниғмәтуллиндың яҡты иҫтәлегенә арналып өсөнсө тапҡыр ойошторолдо.

Хәҙерге ығы-зығылы тор­мошта ысын дуҫ, тоғро юлдаш табыуы бик ауыр, ләкин Илдар Вәлиев Са­фуан дуҫының исемен мәңгеләштереү өсөн күп тырышты, ысын дуҫ булып ҡала белде. Афарин!
Ярышты ойоштороу өсөн Илдар Вәлиевҡа (һүрәттә) күп көс һалырға тура килде: райондан ризалыҡ алыу, командаларҙы саҡырыу, уларҙы төшкө аш менән тәьмин итеү, ярыш өсөн бағыусы булыу һ.б. Ләкин ул ярты юлда туҡтап ҡала торғандарҙан түгел, алдына ҡуйған маҡсатына тулыһынса иреште.
Һәр башланғысыңды аңлап, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер ғаиләң булғанда, бар кәртәләрҙе аша сығырға мөмкин тигәнгә тағы бер ҡат инандым, сөнки Ил­дарҙың кәләшенең, ата-әсәһе Зарифа һәм Сәғәҙи Вәлиевтарҙың ярыштың башынан аҙағынаса ҡатнашыуы быға асыҡ дәлил.
Шулай уҡ ауыл биләмәһе хакимиәте рәйесе Ф. Ғә­ҙел­шинаға, мәктәп коллективына, директоры Ғ. Хаҙыевҡа, ауылдаштарыбыҙға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Сәмле ярышта 1-се урынды – Ҡыҙыл ко­ман­даһы, 2-сене – Ишбулды ауылы командаһы, 3-сөнө Бело­рет районының Үҙән ауылы командаһы яуланы. Шулай уҡ һәр команданан иң яҡшы уйынсылар ҙа билдәләнде. Волейбол ярышында Са­фуан Ниғмә­тул­линдың ата-әсәһе, ту­ғандары ҡатнашып, командаларға иҫтәлекле бүләктәр, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.
Арабыҙҙа Илдар кеүек изге күңелле, дуҫтары, туғандары өсөн янып йөрөгән кешеләр күберәк булһа ине!

Зөлфиә ҠАРАСОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға