«Йәшлек» гәзите » Спорт » Бер урын булһа ла бар



14.12.2010 Бер урын булһа ла бар

Биатлон буйынса Рәсәй йыйылма командаһы донъя кубогының тәүге этабында уңышһыҙ сығыш яһағас, икенсеһендә, көйәрмәндәрҙе өмөтләндереп, ыңғай һөҙөмтә булырына ышандыр­ҙы.
Әлбиттә, өмөт остоғо күренде. Ир-егеттәр араһында шәхси беренселектә билдәле Иван Черезов, финиш һыҙығын өсөнсө үтеп, Рәсәй командаһына тәүге бронза миҙал килтерҙе. Шулай уҡ Евгений Устюгов та бәйгене дүртенсе булып тамамлап, киләсәккә өмөт ҡабыҙғайны. Юҡ шул. Улар эстафетала бөтөнләй 13-сө урын­ға тәгәрәп, мәсхәрәгә ҡалды. Бында ла Норвегия биатлонсыларына етеүсе табылманы. Ике этап һөҙөмтәһе буйынса уларҙың бөтә ярыштарҙа ла әлегә алдынғылыҡты биргәне юҡ.
ҡыҙҙарыбыҙ ҙа призлы урындарҙан мәхрүм ҡалды. Эста­фетаны уңышлы башлап, йәш Екатерина Юрлова хатаһы арҡаһында тик дүртенсе һөҙөмтәгә өлгәштеләр. Шулай итеп, хәҙер инде 16 декабрҙән 19-на тиклем Словенияла уҙасаҡ өсөнсө этапҡа өмөт итергә ҡала.
Н. ТИМЕРОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға