«Йәшлек» гәзите » Спорт » “Тормош – ул үҙе үк көрәш”



31.08.2016 “Тормош – ул үҙе үк көрәш”

“Тормош –  ул үҙе үк көрәш”Рөстәм Һатлыҡов имгәнеүҙәр һәм ғәҙелһеҙлектәрҙән үҙенә һабаҡ ала

Һәр кемдең тормошонда яратҡан шөғөлө була. Кемдер уға тәүлегенең бер нисә минутын бүлһә, кемдер бар ғүмерен арнай. Ауырғазы районының спорт мәктәбе тренеры Рөстәм Һатлыҡов бала саҡтан яратҡан шөғөлөн үҙенә һөнәр итеп һайлаған. Ике йыл элек ул тыуған яғында хеҙмәт юлын башлаған һәм балаларҙы милли һәм билбау көрәше серҙәренә өйрәтә. Был спорт төрҙәре буйынса ул күп тапҡыр район һәм республика ярыштарында чемпион исемен яулай, Рәсәй кимәлендә лә сығыш яһап, призлы урындар алған. Уларҙы һанап бөтөрөрлөк түгел, сөнки Рөстәм ағымдағы йылда ғына төрлө бәйгеләрҙә биш тапҡыр – 1-се, дүрт тапҡыр – 2-се, өс тапҡыр 3-сө урын яулаған.

Ул тәүге тапҡыр көрәш майҙанын ағаларына эйәреп спорт залына килгәнендә күрә. Рөстәмгә ул саҡта ни бары биш кенә йәш була. Шул көндән малайға спорт ене ҡағыла ла инде. Көн һайын күнекмәләр, төрлө ярыштар, тренеры Илдус Йәғәфәр улы Нәҙершин менән дуҫтарса аралашыу... Һәм, әлбиттә, төрлө ярыштар ваҡытында уға имгәнеүҙәр алырға ла, ғәҙелһеҙлектәргә осрарға ла тура килә. Әммә күңелен һис кенә лә төшөрмәй.
– Йәрәхәттәр миңә киләсәктә дөрөҫ көрәшер өсөн һабаҡ ҡына. Артабан ул хаталарҙы ҡабатламаҫҡа тырышаһың, күнекмәләр мәлендә бығаса иғтибар итмәгән алымдарға яңыса ҡарай башлайһың, – тине Рөстәм, улар хаҡында һүҙ ҡуҙғат­ҡас. – Ә ғәҙелһеҙлектәргә килгәндә, мин бит дан-шөһрәт өсөн көрәшкә килмәнем. Кемгәлер ул мөһим икән, рәхим итһендәр, әммә ундай еңеүҙең тәме әсе, ә даны көлкөлө буласаҡ бит. Тик һуңғы йылдарҙа йыш осраған бындай күренештәр милли спорт төрөнөң бәҫен төшөрә. Ә минең өсөн көрәш – ярат­ҡан шөғөл, һөнәрем, күңел талабы һәм сәләмәтлек өсөн файҙалы күнекмә. Ғәҙеллек кешенең күңелендә булыр­ға тейеш. Ярыш майҙанына сыҡҡан һайын дәғүәсемә ҡарата ихтирамлы, иғтибарлы булырға, уны осраҡлы рәүештә лә имгәтмәҫкә тырышам.
Рөстәм Урал дәүләт физик культура университетының Стәрле­тамаҡ институтын тамамлап, әрме хеҙмәтен үтергә лә өлгөргән. Спорттан тыш, дин тәғлимәттәрен өйрәнә, мәсеткә йөрөй, вәғәздәр тыңлай. Үҙенең тәртиплелеге, сәләмәт тормош алып барыуы менән өлгө булған йәш уҡытыусыға ата-әсәләр балаларын теләп йөрөтә. Һәр дәресенә егермеләп бала килә. Спорт мәктәбендә ике йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, йәш тренер­ҙың тәрбиәләнеүселәре район ярыштарында призлы урындар яулай башлаған да инде. Уның эшенең һөҙөмтәһен күргән Ауырғазы күп профилле колледжы етәкселеге Рөстәмгә үҙҙәренең уҡыу йортонда ла эш тәҡдим итә. Хәҙер ул студенттарға физкультура дәрестәрен дә үткәрә. Өлгөр егет үҙенә күрһәтелгән ышанысты аҡларға тырышып, ваҡытын һәм көс-ғәйрәтен йәлләмәй эшләй, тәжрибә туплай.
Рөстәм көрәшселәре менән дан тотҡан Мораҙым ауылында тыуып үҫкән, атаһы Филүс ағай ҙа йәш сағында һабантуй батыры булараҡ дан яулаған. Таһыллыҡ, көрәшкә, спортҡа һөйөү уның ҡанында бар, тип әйтһәк тә, хата булмаҫ.
– Һәр кешегә, айырыуса ир-егеттәргә спорт иң тәүҙә үҙ-үҙеңдә ныҡышмалылыҡ, сәм, рух тәрбиәләү өсөн кәрәк. Тормош бит ул үҙе үк көрәш, төрлө һынауҙары менән кешенең ныҡлығын, көс-дарманын да һынап ҡына тора. Миңә һәр ваҡыт сыныҡҡан характерым ярҙам­ға килә. Ошондай уҡ ныҡышмалылыҡты, ярыш сәмен, һынмаҫ рухты үҙ уҡыусыларымда ла тәрбиәләгем килә, – ти Рөстәм Филүс улы.
Күп осраҡта ауырлыҡтар ғына түгел, ә еңеүҙәр ҙә, матур тормош та үҙенә күрә һабаҡ булып тора. Еңеүҙәренә маһаймаған, ололарға кеселекле, уҡыусыларына иғтибарлы булған йәш егет, ысынлап та, күптәргә өлгө булырлыҡ.

Гөлнур ЮЛДАШЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға