«Йәшлек» гәзите » Спорт » «Металлург» юлаевсыларҙы туҡтатты...



04.12.2010 «Металлург» юлаевсыларҙы туҡтатты...

Гел генә еңеп тә булмай шул. «Салауат Юлаев» командаһы дүрт уйын рәттән дәғүәселәрен еңеп, һуңғы өсәүһен ҡоро иҫәпкә отҡас, Магнитогорскиҙа урындағы «Металлург»тың ҡапҡаһына асҡыс таба алманы. Был аңлашыла ла. Сөнки һуңғы осрашыуҙарҙа хужалар күберәк мәрәйҙәр өләшеп, хәле бер аҙ мөшкөлләнгәйне. Түбәнге Камала урындағы «Нефтехимик» хоккейсылары уларҙы 8:1 иҫәбенә ҡыйратҡайны. Шуға ла «Металлург» үсен юлаевсыларҙан алырға булды һәм маҡсатына өлгәште. Улар уйындың тәүге минутында уҡ уңышҡа иреште һәм, осрашыу аҙағынаса темпты юғалтмай, ҡунаҡтарҙы отто. Иҫәп хужалар файҙаһына – 4:1. Берҙән-бер голды өфөләрҙән әлеге лә баяғы Александр Радулов индерҙе. Хәҙер юлаевсылар, 31 уйындан һуң 58 мәрәй туплап, турнир таблицаһының дүртенсе баҫҡысында. Лидер – «Динамо» (Мәскәү) (64 мәрәй). Икенсе-өсөнсө урындарҙы «Металлург» (Мг.) (60 мәрәй) менән «Локомотив» (57 мәрәй) бүлешә.
Уҙған турҙа ошондай иҫәп билдәле булды: «Динамо» (Рига) – «Металлург» (Нк.) – 4:1, «Динамо» (Минск) – «Амур» – 3:5, ЦСКА – «Себер» – 3:4, «Локомотив» – «Торпедо» – 4:2, «Трактор» – «Аҡ барс» – 3:2 /буллит/, «Динамо» – «Нефтехимик» – 3:0, «Спартак» – «Барыҫ» – 3:2, «Витязь» – «Автомобилист» – 4:3, «Северсталь» – «Авангард» – 3:1.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға