07.12.2010 Иң көслө состав көсһөҙҙө саҡ отто
– Командала дисциплина аҡһай. Ана шуның арҡаһында ла инде үҙ ҡапҡабыҙға гол килтерәбеҙ. Күпме әйтәм, әммә һаман барып етмәй. Шулай ҙа тәрбиәләнеүселәремә дәғүәм юҡ. Улар бар көсөн биреп тырыша. Уйындарҙың тығыҙ календары ла команданы ауыр хәлгә ҡуйҙы. ҡапҡа һаҡсыларына килгәндә, плей-офф башланғансы барыһын да уйнатырға уйлайбыҙ. Кемдең нисек тороуын әле үк күҙалларға була, әммә ашыҡмай торайыҡ, – бына шулай тине «Амур» командаһы менән осрашыуҙан һуңғы матбуғат конференцияһында «Салауат Юлаев» командаһының баш тренеры Вячеслав Быков.
Ниңә, тип әйтһәң инде... Тренер беләлер. Уға бының өсөн аҡса түләйҙәр, әҙ ҙә түгел. ҡайһы бер белгестәр әйтеүенсә, шул тиклем көслө состав менән, ә ул КХЛ-да «иң-иң»дәренән һанала, Быков менән Захаркин үрҙәр яулау түгел, ә аҡса эшләү буйынса белгестәргә әйләнгән. Шулай итеп, быйылғы миҙгелдә лә «Салауат Юлаев»тың тишек шоманға ултырасағын алдан уҡ күҙаллайҙар. Әллә көнләшәләр, әллә күрә алмайҙар?.. Һәр хәлдә, шулай тип әйтергә батырсылыҡтары етә.
Состав тигәндән, бер Радулов ҡына ни тора? Әлеге уҙған осрашыуҙа ғына ул, бөтә яуаплылыҡты үҙенә алып, төп ваҡыттың һуңғы секундтарында команданы еңелеүҙән ҡотҡарҙы. Ә инде буллитта Клепиш менән Григоренко өфөләргә еңеү килтерҙе. Ғөмүмән, Радулов бер уйындан да һөҙөмтәһеҙ ҡайтмай. Хәҙер ул, КХЛ беренселегендә иң яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеп, берҙән-бер лидер. Уның иҫәбендә – 47 мәрәй /13 гол + 34 пас/. Шулай уҡ звенолаш иптәше Патрик Торесен да 36 /18+18/ мәрәй менән уның артынан икенсе булып килә.
Был еңеүҙән һуң «Салауат Юлаев» хоккейсылары 60 мәрәй менән турнир таблицаһының өсөнсө баҫҡысында урынлашты. Лидер иһә – «Динамо» /Мәскәү/ /64 мәрәй/. Уҙған турҙа улар «Аҡ барс» командаһына 0:4 иҫәбенә отолдо. Магнитогорск хоккейсылары, 63 мәрәй туплап, икенсе баҫҡыста. ҡалған осрашыуҙар һөҙөмтәһе: «Югра» – «Нефтехимик» – 3:2, «Динамо» /Минск/ – «Металлург» /Нк./ – 2:1 /буллит/, «Локомотив» – «Атлант» – 2:3, «Трактор» – «Металлург» /Мг./ – 2:3, «Авангард» – «Себер» – 3:2.
Н. ТИМЕРОВ.