«Йәшлек» гәзите » Спорт » Бәләкәй ауылдың оло спорты



13.11.2015 Бәләкәй ауылдың оло спорты

Бәләкәй ауылдың оло спорты Кушнаренко районының Ҡалтай ауылында эшләп килгән «Витязь-Юниор Спартак» хәрби-патриотик клубы тәрбиәләнеүселәре республикала ғына еңеп ҡалмай, Рәсәйҙә лә танылыу яулай.

30 октябрь иртәһе. Ҡар яуып, буранлы, боҙлауыҡлы булыуға ҡарамаҫтан, беҙ Ҡалтай ауылына ашығабыҙ. Руль артында – Рөстәм Ғилманов үҙе. Запастағы диңгеҙ пехотаһы һалдаты, республиканың көнсығыш алышы спортында бик билдәле шәхестең уҡыусылары төрлө ярышта еңеү яулай.

– Иптәштәрем – Баймаҡ ҡалаһынан Резван Гаджиев һәм Сибайҙан Булат Йәндәүләтов менән бергә эшләйбеҙ. Балаларҙы беҙ йәлеп итмәһәк, уларҙы урам һаҙы үҙенә һөйрәйәсәк, – ти Дамир Фәнүз улы. – Ошо көндәрҙә илебеҙ Президенты Владимир Путиндың, балаларға илһөйәрлек тәрбиәһе биреү мөһим, тиеүе лә бик яйлы булды. Моғайын, беҙгә ҡарата иғтибар артыр һәм эшебеҙ ҙә күренер, тип ышанғы килә.

Алдан әйтәйек, был һүҙҙәр артабан үҙенең хаҡлығын раҫланы. “Витязь-Юниор Спартак” хәрби-патриотик клубы ауылдағы балаларҙың көнитмешен тулыһынса үҙгәрткән. Унда малай-ҡыҙҙар бик теләп шөғөлләнә, ҡул көрәше, кикбоксинг, ушу-саньда һәм бокстан тыш, хәрби туризм, шахматта, футболда ла һынатмай, уҡыуҙары ла шәп. Ҡалтай мәктәбе клуб менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Һөҙөмтәлә уҡыусылар команда спортында, полиатлон, йүгереү, атыу кеүек ярыштарҙа гел тәүге урындарҙы яулай.

Беҙҙең сәфәр мәлендә клуб етәкселәре һәм тәрбиәләнеүселәре “Спартак” физкультура-спорт хәрәкәтенең 80 йыллығын билдәләне. “Витязь-Юниор” үҙе лә был спорт ойошмаһы аҫтында эшләй. Уның эшмәкәрлегенә ағалы-ҡустылы Ғилмановтар бар көсөн һала. “Ҡалтай-Агро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Дамир Фәнүз улы клубтың бағыусыһы булһа, Рөстәм Фәнүз улы клубтың етәксеһе вазифаһын үтәй. Балалар менән күнекмәләрҙе Өфөнән Сергей Евграфов үткәрә.
“Витязь-Юниор Спартак” хәрби-патриотик спорт клубы 2009 йылда барлыҡҡа килгән. Спортсылар тәүге йылда ауыл клубында шөғөлләнгән. Уның бинаһы авария хәлендә – быны үҙебеҙгә лә күрергә тура килде, күнекмәләр өсөн тейешле шарттар ҙа булмаған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, спорт яғынан үҫешергә теләгән, ауырлыҡтарҙы еңеүгә көс тойған балалар сыныға, өҫтәүенә, республика ярыштарында тәүге урындар яулай.

2010 йылдың йәйе “Витязь-Юниор”ға бик һөйөнөслө яңылыҡ алып килә. Ауылдағы элекке магазин бинаһы күнекмәләр өсөн үҙгәртеп ҡорола. Унда ремонт яһала, йылытыу системаһы ҡуйыла, спорт ҡорамалдары һатып алына. Һатыу залы күнекмәләргә тәғәйенләнһә, келәт сисенеү бүлмәһе ителә. Махсус бирсәткәләр, ҡалҡандар, бокс грушалары, көрәш келәмдәре дәрестәрҙе һөҙөмтәле һәм хәүефһеҙ итеп үткәреү мөмкинлеге бирә.

Бәләкәй ауылдың оло спорты Хәҙер клубта утыҙға яҡын бала шөғөлләнә. Улар өсөн күнекмәләр, ярыштарға барыу бушлай. Ә һөҙөмтәләр бар – Волга буйы федераль округы ярыштарында, 2012 йылда Белгород өлкәһендә үткән Рәсәй чемпионатында, республика һәм Өфөләге еңеүҙәр быны дәлилләй. Төрлө разрядты яулаусылар менән бергә, дүрт спорт мастерына кандидат бар. Улар Мәскәүҙә, Ҡазанда юғары һөнәри белем ала, әрмелә хеҙмәт итә, спортты ла ташламаған. Клуб етәкселеге әйтеүенсә, спортсылар араһында артабан хәрби офицер булырға теләүселәр байтаҡ икән. Иң мөһиме – спорт күнекмәләре алған малайҙар һәм ҡыҙҙар артабанғы тормошта, төрлө хәлдәр килеп тыуғанда юғалып ҡалмай, рухлы була, ауырлыҡтарҙы йырып сыға ала.
– Иң мөһиме – күнекмә мәлендә балаларҙы көрәш, бокс, алып ташлау алымдарына өйрәтәбеҙ, – ти Рөстәм Фәнүз улы. – Әлегә ауылда йәшәгән малай-ҡыҙҙар шөғөлләнә. Башҡа төбәктәр балаларын да йыйып өйрәтер инек, быға ҙур спорт залы кәрәк. Ауылдар буйлап йөрөп, беҙҙәге спорт төрҙәрен аңлатырға, рекламаларға кәрәк. Балалар клубҡа бик теләп йөрөй. Ауырып килеүселәрҙе хатта кире бороп ҡайтарабыҙ. Беҙҙең эшкә балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм Пионерҙар йорто ныҡ ярҙам итә, уларға рәхмәт. Ата-әсәләр ҙә – бик ҙур таяныс. Улар бар нәмәлә ярҙам итә, балаларын еңеүгә әйҙәй.
Клуб етәксеһе киләсәккә уй-пландары менән дә бүлеште. Әле балалар 21 ноябрҙә үтәсәк ҙур һынауға – Өфөлә уҙасаҡ ушу-саньда буйынса республика ярышына әҙерләнә. Унан һуң – Волга буйы федераль округы турнирына, артабан Рәсәй беренселегенә барырға ниәтләйҙәр.

Ҡыҙҙар егеттәрҙән һис тә ҡалышмай

Бәләкәй ауылдың оло спорты Әңгәмә менән ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәй. Төп геройҙар – балалар менән дә һөйләшергә кәрәк. Малайҙар, егеттәр менән бер рәттән груша дөмбәҫләгән, бер-береһен оҫта итеп йығып һалған ҡыҙҙарҙы күҙәтеү ҡыҙыҡ ине.

Алтынсы класта уҡыған Аида Ғилманова һәм Ильвина Кәримова клуб барлыҡҡа килгәндән бирле шөғөлләнә. Улар әллә нисәмә еңеү яулаған, миҙалдары ла бар. “Спортты, көрәште бик ныҡ яратабыҙ, ташларға йыйынмайбыҙ. Артабан да спорт йүнәлешен дауам итербеҙ”, – ти ҡыҙҙар. Бергә уҡыған иптәштәре лә клубта күнекмәләр ала. Башлағанда нисек булды, тигән һорауға ҡыҙҙар, бер аҙ ауырға тура килде, ләкин тиҙ өйрәндек, тип яуапланы. Нимәһе ҡыҙыҡ – тиҙ арала барыһына ла төшөнгән Аида менән Ильвина үҙҙәренән кесерәктәрҙе өйрәтә башлаған.

Әйткәндәй, клуб үҙ эшен башлағандан бирле йөрөүселәр араһында Илвир Ғәлләмов та булған. Спорт мастерына кандидат егет мәктәпте тамамлап, Ҡазан юғары хәрби танк училищеһында белем ала. Уның атаһы – Илмир ағай менән һөйләштек:
– Улым 2009 йылдан спорт менән шөғөлләнде, гел тәүге урындарҙы алды. Дамир һәм Рөстәм Ғилмановтарға ҙур рәхмәт. Уларҙың клубы асылғандан бирле урамда буш йөрөгән балалар күренмәй, барыһы ла күнекмәләрҙә. Илвир училищела спорт йүнәлешен дауам итә, каратэ менән дә шөғөлләнә.

Буласаҡ спорт мастерҙары исемен унынсы класта уҡыусы Илнар һәм Таһир Ғилмановтар ҙа алған. Улар ҙа клуб асылғандан бирле шөғөлләнә. Егеттәр ушу-саньда буйынса Өфө, республика, федераль округ кимәлендә еңеү яулаған. Артабан яҙмыштарын хәрби хеҙмәт менән бәйләргә уйлайҙар.

– Ушу-саньда – контактлы алыш. Дошманды алып ташлау, бәреү-тибеү алымдары ҡулланыла, – ти улар. – Тормошта үҙ-үҙеңде яҡлағанда, һаҡланғанда ҡулланырға мөмкин. Күнекмәләрҙән һуң иң мөһиме – яҡшылап ял итеү. Ит, һөт, эремсек кеүек аҡһымға бай аҙыҡ ашарға кәңәш ителә.

Был көндө Ҡалтай мәктәбендә хәрби-патриотик клуб, Башҡор­тостандың “Спартак” спорт ойошмаһы вәкилдәре, спорт ветерандары менән осрашыу үтте. Тантанала район хакимиәтенең мәғариф бүлеге, балаларға өҫтәмә белем биреү учреждениелары вәкилдәре лә булды. Уҡыусылар ҡунаҡтарға йырлы-моңло тамаша күрһәтте, ә клуб тәрбиәләнеүселәре диңгеҙ пехотаһы алымдары менән сағыу тамаша яһаны.

Айбулат ИШНАЗАРОВ.
Автор фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға