«Йәшлек» гәзите » Спорт » Уйынға – «бишле», һөҙөмтәгә – «өслө»



14.11.2014 Уйынға – «бишле», һөҙөмтәгә – «өслө»

Уйынға – «бишле», һөҙөмтәгә – «өслө»«Салауат Юлаев» хоккейсылары бер нисә көн ял итеп алғандан һуң үҙ майҙанында КХЛ дебютанты, дөрөҫөрәге, быйыл ғына төҙөлгән «Сочи» хоккей клубын ҡабул иткәйне.
Белеүебеҙсә, өфөләр уларҙы еңел генә 6:2 иҫәбенә еңде. Шунан беҙгә ҡунаҡҡа Көнсығыш конференцияһы лидеры – «Авангард» командаһы килде. Быйылғы миҙгелдә юлаевсылар улар менән бер тапҡыр көс һынашып өлгөргәйне. Иҫләүегеҙсә, Владимир Юрзиновтың тәрбиәләнеүселәре Омск уйынсыларына 6:2 иҫәбенә еңелде. Шуға ла Өфөлә үтәсәк осрашыу «Салауат Юлаев» өсөн бигерәк тә мөһим ине. Бәйге уны иҫбатланы һәм өфөләр, бөтә яҡлап та дәғүәсенән өҫтөнлөк итеп, быйылғы көсөргәнешле матур уйындарҙың береһен күрһәтте. Физик яҡтан көслө, комбинацион, тиҙлек, хәрәкәт кеүек күрһәткестәргә өлгәшеп, еңеүгә лайыҡ ине. Быны хатта «Авангард»тың баш тренеры матбуғат конференцияһында ла билдәләп үтте. Эйе, дөрөҫ. «Салауат Юлаев» командаһы плей-оффҡа торошло бик матур уйын күрһәтте. Тик бына еңә генә алманы. Өсөнсө тапҡыр буллит серияһында мәргәнлеген күрһәтә алмай, еңелергә мәжбүр булды. Бөгөн юлаевсыларҙы бик ауыр уйын көтә. Улар Мәскәүҙә ЦСКА менән сәкәләшәсәк. ЦСКА тигәндән, әлегә был команда 64 мәрәй яулап, беренселек лидеры – СКА-нан өс мәрәйгә генә ҡалыша. Уҙған турҙа ул «Локомотив»ты көскә буллит серияһында еңә.
СКА иһә үҙендә Мәскәүҙең «Динамо» хоккейсыларына 1:4 иҫәбенә еңелеп, өсөнсөгә төп ваҡытта еңелеү кисерә. Өфөләрҙән өс мәрәйгә өҫтөнлөк иткән «Барыҫ» клубы «Сочи»ҙы шулай уҡ буллит серияһында еңә. Ә бына беҙҙән бер баҫҡысҡа артта килеүсе «Себер» уйынсылары яйлап булһа ла мәрәй айырмаһын ҡыҫҡарта килә. Уҙған осрашыуҙа улар Конференция лидеры – Магнитогорскиҙың «Ме­таллург»ын 4:1 иҫәбенә еңеп ҡайтарҙы. Ҡалғандар ошондай иҫәпкә таралышты: «Торпедо» – «Атлант» – 0:2, «Йокерит» – «Динамо» (Минск) – 3:1, «Слован» – «Медвешчак» – 1:2 (буллит), «Адмирал» – «Аҡ барс» – 1:5, «Амур» – «Автомобилист» – 0:1.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға