26.03.2011 Александр СВИТОВ: «Хоккей – ул ғүмерлек юлдашым»
йәки Дүрт йәшлек малай атаһы менән хоккейға барып, унда бөтөнләйгә тороп ҡала яҙған
СССР, Рәсәй хоккейы элек-электән үҙенең таҙа, матур комбинацион уйыны менән дан тотто һәм шул юҫыҡта яҡты юлын дауам итә. Тик хәҙер, беренселек асыҡ булғас, ситтән күп легионерҙар йәлеп ителә башланы. Берәүҙәр оҫта уйынсылар менән тулыланһа, икенселәр ҡәтғи рәүештә физик яҡтан көслө, команда уйынына аяҡ салыусы, икенсе төрлө әйткәндә, «тафгай»ҙарҙы уҙенә йәлеп итә. «Витязь»де генә алайыҡ... Улар, күптән ошо юлды һайлап, беренселектә иң тәртипһеҙҙәренән һанала. Беҙҙең «Салауат Юлаев»та ла бәһлеүән Александр Свитовты шулар рәтенә индереп маташалар, тик ул үҙен улай тип һанамай. һүҙебеҙ уның хаҡында.
Александр Свитов 1982 йылдың 3 ноябрендә Омскиҙа тыуған. Һөжүмсе. Үҙ карьераһында «Авангард», ЦСКА, НХЛ-дың «Тампа-Бэй Лайтнинг», «Коламбус Блю Джакетс» һәм шулай уҡ урындағы түбәнге лига командаларында нығынып өлгөрә. Рәсәй йыйылма командаһы составында үҫмерҙәр араһында донъя чемпионы исемен яулай. 2001, 2006 йылдарҙа «Авангард» командаһы составында Рәсәй беренселегенең көмөш миҙал призеры. Өйләнгән, ҡыҙы бар.
Свитовты Рәсәй уйынсылары араһында физик яҡтан иң бәһлеүәндәренән һанайҙар. НХЛ-да уны уйынсы булараҡ «тафгай», беҙҙеңсә, һуғыш суҡмары урынына файҙаланалар. Уларҙан айырмалы рәүештә, Александр оҫта хоккейсы булараҡ танылыу тапты. Ул, үҙе әйтмешләй, һуғышырға яратмай. Кәрәк саҡта ғына яуап ҡайтара, йә булмаһа, командалаш иптәштәрен яҡлап ҡына ғауғалаша. Уға уйнау нығыраҡ оҡшай. Шуға, һәр осрашыуға ҙур теләк менән сыға.
Ғөмүмән, Саша 16 йәшенән үк «Авангард»тың төп составына эләгеп, тренерҙарҙың ышанысын аҡлай. Әммә «Авангард» клубы етәкселеге менән килешмәүсәнлек килеп тыуа, йәнәһе, Свитов йәшерен рәүештә НХЛ-дың «Тампа» командаһы менән килешеү төҙөгән. Күп тә үтмәй, командалаш иптәштәре Станислав Чистов һәм Кирилл Кольцов менән бергә уларҙы әрме сафына саҡыралар. Александр, Мәскәү гарнизонына эләгеп, бер ай тирәһе сылғау урау оҫталығын үҙләштерә. ЦСКА – 2 клубы өсөн бер нисә осрашыу үткәрә. Был мәл уның хәтерендә ныҡ уйылып ҡалған. Сентябрь айында була был хәл. Беренселек башланыуға бер нисә сәғәт элек «Авангард» командаһы етәкселеге Свитовты саҡырып алып, әрмегә алыныуы хаҡында иҫкәртә. Физик һәм психологик яҡтан аптырауға ҡалған хоккейсы, бер ни аңламай, бер нисә көн шаңҡып йөрөй. Күп тә үтмәй, спорт костюмын килтереп, формаһын юғалтмаһын өсөн уға шөғөлләнергә рөхсәт бирәләр. Тик Сашаның әрме тормошо оҙаҡҡа һуҙылмай – ҡабаттан Омскиға туған клубына әйләнеп ҡайта. Күптәр, шаяртып, уға «дезертир» тигән ҡушамат та тағып өлгөрә. Шулай Омскиҙа бер аҙ сығыш яһағандан һуң, 2002 йылда НХЛ-ға китә. Унда өс миҙгел уйнай. «Тампа»ла уйнағанда күберәк ваҡытын запас уйынсылар эскәмйәһендә уҙғарырға тура килә. Шунан түбәнге лигала көн күрә. Унда ла эше әллә ни бешмәй. «Коламбус» клубына күскәс тә, тренерҙар бәһлеүән кәүҙәле Сашаны күп ваҡыт боҙға сығармай, кәрәк мәлдә генә айырым бойороҡ менән дәғүәсегә ҡаршы уйната. Дөрөҫөрәге, Александр Свитов, өс йыл буйына НХЛ-да әсе-сөсө татып, йүнләп инглиз телен дә өйрәнә алмай, ҡабаттан Омскиға әйләнеп ҡайта. Бәлки, Америка тормошон үҙ итер ине лә, тик тап шул мәлдә һөйгәне уға ҡыҙ таба. Ә сит ерҙә тормош иптәше менән ҡыҙына ауыр буласағын күҙаллап, ул ошо ҡарарға килә. «Коламбус» етәкселеге күпме генә уны үҙендә ҡалдырырға тырышмаһын, Свитов ҡәтғи ҡарарынан баш тартмай. Ғаилә уның тормошонда алғы планда була. Нисек булмаһын инде: һөйгәне менән ул мәктәп йылдарынан уҡ дуҫлашып өйләнешәләр.
Ғөмүмән, үҫмер ваҡытына әйләнеп ҡайтҡанда, беҙҙең геройыбыҙ үҙен йыуаш, баҫалҡы малай тип һанай. Әле ике метрлыҡ бәһлеүән булып йөрөһә лә, үҫмер сағында тиңдәштәренән күпкә бәләкәйерәк була. Әлеге һымаҡ бәйләнһәләр, моғайын, ул ваҡытта туҡмалып йөрөр инем, тип хәтерләй. Хоккей уйыны менән дә ул дүрт йәшенән таныш. Сөнки шул ваҡыттағы ваҡиға хәтерендә ныҡ уйылып ҡалған. Бер хоккей матчында атаһы тәнәфес ваҡытында, ошонда ғына ултыр, бер ҡайҙа ла китмә, тип ваҡытлыса ҡалдырып, юғалып тора. Ултыра торғас, майҙандағы бар халыҡ ҡуҙғалып, сығып бөтә тиерлек. Аптыраған малай, урынынан тороп, халыҡ сыҡҡан яҡҡа йүнәлә. Тик аҙаҡ урынын таба алмай. Тәртип һаҡлаусылар күреп ҡалып, уйын башланыр алдынан уның юғалыуы хаҡында иғлан бирә. Атаһын көткән ваҡыт уға ғүмерлек һымаҡ тойола. Ошо ваҡиғанан һуң бәләкәс Свитовта хоккейға ҡарата һөйөү уяна ла инде.
НХЛ-да йөрөп, тыуған ҡалаһына әйләнеп ҡайтҡас, клуб етәкселеге һәм дә көйәрмәндәре Сашаны алҡышлап ҡаршы ала. «Авангард» менән өс йылға килешеү төҙөй. Былтыр контракты бөткәс, «Салауат Юлаев» клубы етәкселеге уға ҡарата ҡыҙыҡһыныуын белдерә. Һәм ул, күп уйлап тормай, Өфөгә юллана. Командалағы егеттәр менән шунда уҡ уртаҡ тел табып, уның алмаштырғыһыҙ һөжүмсеһенә әйләнә. Даими беренселектә «Салауат Юлаев» командаһы өсөн 39 осрашыу үткәреп, туғыҙ тапҡыр уңышҡа өлгәшә һәм туғыҙ тапҡыр гол индереүгә булышлыҡ итә. Бигерәк тә әлеге плей-оффта үҙенең һәр яҡлап оҫта уйынсы ла, кәрәк саҡта көслө һаҡсы ла икәнен иҫбатлап, өс гол индерә һәм береһендә уға булышлыҡ итә.
Әле плей-оффтың хәл иткес уйындары бара. Моғайын, беҙҙең геройыбыҙҙың батырлыҡтары алда булыр. Һәр хәлдә, уға һәм командаға уңыштар ғына теләп ҡалабыҙ.
Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.