11.04.2014 «Металлург» бер аяғы менән финалда
Шулай ҙа беҙҙең өмөт бөтөнләй һүнмәгән әле
«Алышта еңелдек, әммә көрәш дауам итә», – тине «Салауат Юлаев» менән «Металлург» (Магнитогорск) командалары араһында булған дүртенсе осрашыуҙан һуң өфөләрҙең һаҡсыһы Артурс Кулда. Эйе. Әлегә дөйөм иҫәп дәғүәсе файҙаһына 3:1 булһа ла, күптәрҙең ошондай ауыр хәлде йырып сыҡҡаны бар. Юлаевсылар ҙа төшөп ҡалғандарҙан түгел. Йәл, әлбиттә, футбол иҫәбенә еңелеүе. Икенсе осор урталарында хужаларҙың кәмселектә уйнап, бер генә тапҡыр хаталаныуы уйындың һөҙөмтәһен хәл итте лә ҡуйҙы. Ҡотҡарырға ваҡыт та етерлек һымаҡ ине лә, тик һөжүмселәребеҙ был юлы Кошечкиндың ҡапҡаһына үтә алырлыҡ урын тапманы. Төп ваҡыттың һуңғы минутында өфөләрҙең, тәртип боҙоп, әҙселектә ҡалыуы бөтә өмөттө юҡҡа сығарҙы. Нишләйһең, бәхет был юлы ҡунаҡтар яғында булды. Ғөмүмән, плей-офф башланғандан бирле бәхет күберәк «Металлург»ҡа йылмая. Бының да ҡасандыр сиге булыр ҙа ул… Моғайын, бөгөн Владимир Юрзинов һәм уның тәрбиәләнеүселәре, кемдең-кем икәнен күрһәтеп, серияны Өфөгә алып ҡайтыр. Ә унда ҡарарбыҙ.
Көнбайыш конференцияһында ла Чехияның «Лев» клубы «Локомотив»тан 3:1 иҫәбенә өҫтөнлөк итә. Әкиәттәгесә, бүрене лә үттем мин, айыуҙы ла үттем мин, ә һине, төлкө, күптән үтеп китәсәкмен, тигән һығымта «Локомотив» уйынсыларына хас була түгелме? Тап ошо әкиәттәге һымаҡ, «Лев» төлкө ҡиәфәтенә инеп, ныҡышмал Ярославль хоккейсыларына ҡаршы кәрәкле асҡыс тапты, буғай. Дүртенсе хәл иткес бәйгелә «Локомотив» үҙендә көс табыуын тапты ла ул, тик серияны ҡотҡарып ҡалыу өсөн, ай-һай, бик тырышырға кәрәк.
Шулай итеп, ике Конференцияла ла бер аяғы менән финалда баҫып тороусылар бар.
Н. ТИМЕРОВ.