07.03.2014 Алтынсы «Гагарин»ға һунар ҡыҙыу булмаҡсы
йәки КХЛ беренселегенең 16 көслө командаһы төп кубок өсөн плей-офф уйындарын башланы
Шулай итеп, хоккей буйынса КХЛ беренселегенең сираттағы алтынсы даими бәйгеһе тамамланды. Уның еңеүсеһе булып ике йыл рәттән Гагарин кубогын яулаусы Мәскәүҙең «Динамо» командаһы танылды.
Ғөмүмән, быйылғы чемпионат сюрприздарға ла бай булды. Уҙған миҙгелдәге төп бәйгенең финалсыһы – Силәбенең «Трактор» командаһы быйыл хатта плей-оффҡа ла сыға алманы. Шулай уҡ миҙгел һайын Гагарин кубогы өсөн көрәшеүсе Омскиҙың «Авангард» клубы ла быйыл төп бәйгене ситтән күҙәтәсәк. «Нефтехимик», «Атлант», «Северсталь» кеүек көслө генә командалар ҙа үҙ маҡсатына ирешә алмай, күңелен өмөт кубогы бәйгеһендә йыуатасаҡ. Ә бына КХЛ дебютанты – Хорватияның «Медвешчак» һәм Владивостоктың «Адмирал» уйынсылары тәүге миҙгелдән үк «тешләшмәксе». Екатеринбургтың «Автомобилист» клубы ла, ниһайәт, үҙен көслөләр араһында һынаясаҡ. Ике конференцияның 8-әр көслө командаһы, үҙ-ара парҙарға бүленеп, Гагарин кубогына һунар башланы. Көнсығыш конференцияһында сығыш яһаған «Салауат Юлаев» хоккейсылары, һуңғы осрашыуҙа «Витязь» клубын 3:2 иҫәбенә еңеп, дүртенсе урынға сығыуға өлгәште. Был өфөләргә плей-оффтың тәүге уйынын үҙ майҙанында башлау мөмкинлеге бирҙе. Хәҙер юлаевсылар тәүге стадияла буласаҡ дәғүәсеһе – Түбәнге Новгородтың «Торпедо» уйынсылары менән тәүге ике осрашыуын 8, 9 мартта үҙ майҙанында үткәрәсәк. «Торпедо» тигәндән, әлегә КХЛ-да әллә ни уңыш ҡаҙанғаны юҡ. Бер мәл плей-оффтың сирекфиналына барып етһә лә, ары үтә алмай. Шулай итеп, ике Конференцияның парҙары ошолай бүленде:
Көнсығыш конференцияһы:
«Металлург» (Магнитогорск) – «Адмирал» (Владивосток)
«Барыҫ» (Астана) – «Автомобилист» (Екатеринбург)
«Аҡ барс» (Ҡазан) – «Себер» (Новосибирск)
«Салауат Юлаев» (Өфө) – «Торпедо» (Түбәнге Новгород)
Көнбайыш конференцияһы:
«Динамо» (Мәскәү) – «Локомотив» (Ярославль)
СКА (Санкт-Петербург) – ЦСКА (Мәскәү)
«Лев» (Прага) – «Медвешчак» (Загреб)
«Донбасс» (Донецк) – «Динамо» (Рига)
«Торос» менән «Толпар» плей-оффты уңышлы башланы
Ике миҙгел рәттән Братина кубогын яулаусы Нефтекаманың «Торос» хоккейсылары 1/8 финал бәйгеһен Красноярскиҙың «Сокол»ы менән башланы. Плей-оффтың тәүге ике уйынын «Торос» үҙендә үткәрҙе. Башта «Сокол» командаһын 4:0 иҫәбенә еңһә, икенсеһендә 3:2 иҫәбенә өҫтөнлөк итеп, алға сыҡты. Өсөнсө уйында ла «Торос», ҡунаҡта «Сокол»ды 2:0 иҫәбенә отто. Шулай уҡ Йәштәр лигаһында ла хәл иткес осрашыуҙар башланды. «Толпар» уйынсылары ла 1/16 финал уйындарын үҙ майҙанында уҙғарҙы. Улар Екатеринбургтың «Авто» үҫмерҙәре менән сәкәләште. Тәүгеһендә хужалар тик өҫтәмә ваҡытта ҡунаҡтарҙы 7:6 иҫәбенә отһа, икенсеһендә 2:1 иҫәбенә еңде.