RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ауырлыҡтарҙы еңеп. Еңеүҙәр яулап. Рухландырып

07.03.2014 Ауырлыҡтарҙы еңеп. Еңеүҙәр яулап. Рухландырып

Ауырлыҡтарҙы еңеп. Еңеүҙәр яулап. Рухландырып3 мартта Өфөлә үткән Паралимпия уты эстафетаһы ошо девиз аҫтында ойошторолдо
Бөгөн Сочиҙа башланған XI Ҡыш­ҡы Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы спортсылар көн һайын үҙҙәрендә бар ауырлыҡты еңергә көс таба, яңынан-яңы рекордтарға ирешә. Ошондай рух батырлығы менән улар бар кешелеккә өлгө күрһәтә, йәшәргә көс-дәрт бирә.

Дүшәмбеләге Паралимпия уты эстафетаһы Өфө тарихында онотолмаҫлыҡ байрам булараҡ урын алды тиергә мөмкин. Иртә менән баш ҡаланың тарихи үҙәгендәге, ғәҙәттә, транспорт, кешеләр менән лыҡа тулы урамдарҙың бушап ҡалғанын күреү бер аҙ сәйер тойғо уятты. Бар урында һиллек. Шулай ҙа тамашасыларҙың ҡулдарына төрлө флажоктар, шарҙар тотоп сығыуы байрам кәйефе өҫтәне. Аҙаҡтан балалар, йәштәр, өлкәндәр факелсыларҙы ҡыуанып тәбрикләне, хатта тротуар буйлап йүгереп, уларға ҡушылыусылар ҙа осраны.
Байрам Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры алдындағы майҙанда башланды. Тәүҙә бында башҡорт легенда-риүәйәттәре буйынса театрлаштырылған тамаша ҡуйылды. Аҡ төлкө, Ете ҡыҙ, ҡара һәм аҡ көстәр, халҡыбыҙҙың ете ырыуы боронғоноң хәҙерге заманға күсеүен, уларҙың айырылмаҫ булыуын күрһәтте. Ырыуҙар һанын күрһәткән ете усаҡ ҡабынғас, эстафета уты ла яндырылды. Артабан беренсе факел тоҡандырылды һәм дзюдо буйынса күп тапҡыр чемпион исемен яулаусы, донъя, Европа, Рәсәй кимәлендәге ярыштар еңеүсеһе Светлана Ғәниева Паралимпия уты эстафетаһына старт бирҙе.
Артабан илле факелсы Башҡорт дәүләт медицина университеты, Ленин исемендәге сквер, «Буревестник» бассейны, Маяковский исемендәге сквер, Өфө дәүләт сәнғәт академияһы, БР Милли музейы, Археология һәм этнография музейы, «Динамо» стадионы янынан Пушкин, Ленин, Коммунистик, Цюрупа, Октябрь революцияһы, Совет, Туҡай, Карл Маркс, Зәки Вәлиди урамдары буйлап йүгереп үтте. Әйткәндәй, был эстафета кешелеклелек маҡсатын ҡуйҙы. Шуға ла һәр спортсы 60 метрға яҡын араға йүгерҙе, маршрут үҙе лә биш саҡрымға һуҙылды.
Байрамдың финалы Салауат Юлаев исемендәге майҙанда үтте. Дзюдо буйынса Рәсәй, Европа һәм донъя чемпионаттарында призлы урындар яулаусы Юрий Акшенцевҡа һуңғы факел йөрөтөүсе булыу бәхете тейҙе. Ул БР Президенты Рөстәм Хәмитов менән бергә Паралимпия эстафетаһының Өфө ҡалаһындағы төп утын ҡабыҙҙы.
– Ҡәҙерле дуҫтар! Күптән түгел Сочиҙа Олимпиада тамамланды. Хәҙер эстафета Паралимпия уйындарына тапшырылды, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙең республика, беҙҙең Өфө үҙенең көслө спортсылары менән дан ҡаҙана. Улар Олимпиадала алтын миҙалдар яуланы. Паралимпия уйындарында ла миҙалдар булыр, тип уйлайым. Беҙҙең йыйылма команда көслө, спортсылар ҙа лайыҡлы. Рәсәй командаһының нисек сығыш яһауына борсолған көйәрмәндәрҙе лә ҡотлайым. Спортсыларыбыҙ – көслө кешеләр, улар­ға ҙур рәхмәт әйтәм.
Тәбрикләү һүҙҙәре менән Юрий Акшенцев та сығыш яһаны. Ул барыһын да был тарихи ваҡиға менән ҡотланы һәм Сочиҙа сығыш яһаясаҡ спортсыларға уңыштар теләне.
5 мартта Сочи ҡалаһының үҙәк майҙанында барлыҡ төбәктәрҙән килгән Паралимпия уттарын «берләштереү» тантанаһы үтте. Эстафета бөгөн «Фишт» стадионында XI Ҡышҡы Паралимпия уйындарын асыу менән тамамланды.

Айбулат ИШНАЗАРОВ.
Автор фотолары.


Паралимпия уйындары мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең халыҡ-ара спорт уйындары булып һанала. Йәйгеһе 1960 йылдан уҙғарылһа, ҡышҡы уйындар 1976 йылдан ойоштора башлай. Башта туғыҙынсы Халыҡ-ара Сток-мандевильский уйындар исеме менән үткәрелә. 1984 йылда Паралимпия уйындары статусын ала. 1988 йылда Паралимпия уйындары шул уҡ Олимпия уйындары уҙған объекттарға күсеп, физик мөмкинлектәре сикләнгән спортсылар шунда ярыша башлайҙар.

Бөгөн Сочиҙа асылған Паралимпия уйындарында Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортос­тандан биш спортсы ҡатнаша – уҙған Паралимпия уйындарының дүрт тапҡыр чемпионы Ирек Зарипов, ике тапҡыр юғары урынға күтәрелеп, өс тапҡыр призер булған Кирилл Михайлов һәм Александр Давидович, шулай уҡ улар араһында Азат Ҡарасурин менән Надежда Андреева ла бар.
Туғыҙ көн һуҙымында 45 илдән 1650 спортсы 72 комплект миҙал өсөн көрәшәсәк. Улар ҡышҡы спорт төрҙәренән тау саңғыһы, саңғыла йүгереү, биатлон, следж-хоккей һәм коляскалы керлинг ярыштарында ҡатнашасаҡ.

Ирек Зарипов 1983 йылдың 27 мартында тыуған. 2010 йылда Ванкуверҙа дүрт тап­ҡыр Паралимпия чемпионы була. Өйләнгән, улы, ҡыҙы бар. Сочиҙа саңғы ярышында 1, 10, 15 саҡрым араға уҙышып, биатлондың бер төрөндә ярышасаҡ.


Кирилл Михайлов 1983 йылдың 2 апрелендә Мишкә райо­нының Ҡайраҡ ауылында тыуған. 2006 йылда тәүге Паралимпия уйынында ҡатнашып, чемпион була. Шулай уҡ өс тапҡыр бронза миҙал да яулай. Ванкуверҙа өс алтын һәм ике көмөш миҙал призеры була. Өйләнгән, ике ул үҫтерә. Сочиҙа саңғы ярышында 1, 10, 20 саҡрым араға ярышып, биатлондың өс төрөндә үҙен һынаясаҡ.


Александр Давидович 1984 йылда Беларусь Респуб­ликаһында донъяға килгән. 2010 йылда Ванкуверҙа үткән Паралимпия уйындарында ҡатнаша. Донъя кубогы этаптарының еңеүсеһе һәм призеры. Әлеге ваҡытта Өфөлә йәшәй.
Саша уйындарҙа саңғы ярышында ике дистанцияла ярышасаҡ һәм биатлонда стартҡа сығасаҡ.


Азат Ҡарасурин 1995 йылдың 8 ноябрендә Шишмә райо­нының Ҡалмаш ауылында тыуған. Саңғы буйынса Рәсәй чемпионы. Донъя кубогы этабы еңеүсеһе.
Азат Сочиҙа саңғы ярышында һәм биатлонда уҙышасаҡ.


Надежда Андрееваға 35 йәш. Ул Тольяттиҙа тыуған. Өс йыл элек кенә саңғы спорты менән шөғөлләнеп, донъя кубогы этаптарының еңеүсеһе һәм призеры була. Сочиҙа саңғы ярышында бер дистанцияла уҙышһа, биатлондан өс төрҙә стартҡа сығасаҡ.

Н. ТИМЕРОВ әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына