RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Ҡыҙыл машина»быҙ ҡараға әйләнеп бара түгелме?..

21.02.2014 «Ҡыҙыл машина»быҙ ҡараға әйләнеп бара түгелме?..

«Ҡыҙыл машина»быҙ ҡараға әйләнеп бара түгелме?..йәки Рәсәй хоккейсылары 22 йыл буйы Олимпия күген яулай алмай интегә
Дә-ә... Хоккей бөткәс, күптәргә Олимпиада ла тамам. Дүрт йыл буйы көттөк, нимәгәлер ышанып. Ванкуверҙа сирекфиналда уйындар хужаһы – Канадаға 3:7 иҫәбенә еңелеп, мәсхәрәгә ҡалғас, баш тренер Вячеслав Быковка бөтә булған ғәйепте тағып, йүгәнде Зиннәтулла Билалетдиновҡа тапшырҙылар. Уныһы бөтә яуап­лылыҡты алып риза булды. Бөтә мәшәҡәттәрҙән бушатып, үҙебеҙҙә буласаҡ уйындарға чемпион составын булдырыуҙы йөкмәттеләр. Дөрөҫөрәге, бар мөмкинлек тыуҙырылды. Дүрт йыл буйы тик хоккей менән йәшәне, әҙерләнде. Үҙенә ярашлы ғына булған уйынсы­лар­ҙы йәлеп итте. Ғүмер буйы «Аҡ барс»та ҡулланған тактикаһынан арына алмай, шуның менән еңәсәгенә ышанды. Үҙебеҙҙең стеналар ҙа ярҙам итерҙәй тойолдо. Хатта Рәсәй Прези­денты ла хоккейсыларыбыҙҙы алдан күккә сөйҙө. Ғөмүмән, барыһы ла, башҡа спорт төрҙәренең уңышһыҙлыҡтарына ҡарамай, «ҡыҙыл машина»быҙға өмөт итте. Күптәр, бик күптәр Олимпия уйындарының йәмен хоккейҙан ғына күрә тиһәк, арттырыу булмаҫ, моғайын. Йылдар үтә тора, хәҙер бит Норвегия, Словения, Дания, Австрия кеүек илдәр ҙә «тешләшә» башланы. Канада, Канада тибеҙ ҙә оран һалабыҙ. Ә улар менән финалда сәкәләшер өсөн сирекфинал түгел, төркөм уйындарын да үтергә кәрәк бит әле. Рәсәй – бөйөк ил, еңеүҙәре лә алда булыр, әммә бөгөнгөһө күңелде ҡыра. Хуш, Сочи! Кореяла осрашҡанға тиклем.

Уйындар башланып, бер аҙна үтеүгә Рәсәй йыйылма командаһы ҡумтаһында ни бары ике алтын, биш көмөш һәм дүрт бронза миҙал ғына була.
13 февралдә биатлонда Евгений Гараничев финишҡа өсөнсө килеп, ошо төрҙән яуланған көмөш миҙал янына «бронза»һын өҫтәне. Сана спортынан команда эстафетаһында Рәсәй командаһын етәкләүсе Сочи уйындарының көмөш миҙалы призеры Альберт Демченко йәнә уңышҡа өлгәшеп, командалаш иптәштәре менән икенсе баҫҡысҡа күтәрелде. Ул көндө хоккей буйынса Рәсәй йыйылма командаһы төркөм уйындарын башлап, Словенияға ҡаршы һынау тотто. Дәғүәсеһен 5:2 иҫәбенә еңде. Осрашыу бөтөү менән Беренсе каналдың билдәле алып барыусыһы Андрей Малахов шунда уҡ тура эфир ойоштороп, хоккейсыларҙың туған-тыумасаһын йыйҙы. Дөрөҫөрәге, шоу үткәрҙе. Төп дәғүәсене еңеп, чемпион булғандармы ни?.. Һәр ваҡыттағыса, алдан кәпәсте күккә сөймәһәк тә булыр ине лә, юҡ шул. Ана шуның өсөн дә икенсе уйында уҡ АҠШ хоккейсылары Зиннәтулла Билалетди­новтың тәрбиәләнеүселәрен «уҡытты»… Өсөнсө уйында ла Овечкин, Малкин, Ковальчук, Дацюк… һанай китһәң, барыһы ла «йондоҙ», Словакия командаһы ҡапҡаһына 60 минут буйына юл тапмай, Олимпия уйындарының антирекордын ҡуйҙы. Сөнки СССР һәм Рәсәй тарихында беҙҙең хоккейсылар бер уйында ла голһыҙ ҡалмай.
14 февралдә беҙҙең ҡумтаға бер генә «бронза» төшөп ятты. Уны скелетондан Елена Никитина яуланы. Ә бына белорустар бер юлы ике тапҡыр юғары уңышҡа өлгәшеп, алтын миҙалдар һаны буйынса Рәсәйҙе уҙып китте. Сочиҙа Олимпия уйындары чемпионы Дарья Домрачева йәнә алдынғылыҡты бирмәй, икенсе «алтын»ына эйә булды. Рәсәй биатлонсылары был юлы ла призерҙар исемлегенән күпкә артта ҡалды. Тәжрибәле ветераныбыҙ Ольга Зайцева Олимпия уйындарын үҙ формаһын таба алмай үткәреп ебәрҙе инде. Бар өмөт эстафетаға ғына ҡала. Тик башҡа ҡыҙҙарыбыҙҙың һөҙөмтәһенә ҡарағанда, ул да аҡланмаҫ һымаҡ.
Тау саңғыһынан ярыштар үтте. Уға туҡталып тороу урынһыҙ, сөнки был төр беҙҙең ярыш түгел. Бер заман яҡташыбыҙ Светлана Гладышева 1994 йылда уҙған уйындарҙа икенсе урын алып, яңы тарих битен асҡайны. Ул әле һаман асыҡ тора... Шулай ҙа ял көндәрендә Рәсәй командаһы спорт һөйөүселәрҙе бер аҙ ҡыуандырҙы. Шәмбе көнө ике алтын һәм бер көмөш миҙал яулап, бер мәл хатта дөйөм өсөнсө урын­ға күтәрелделәр. Скелетондан Александр Треть­яков дүрт мөмкинлектә дүрт тапҡыр юғары тиҙлек күрһәтеп, Рәсәйҙе өсөнсө «алтын» менән байытты. Һәм шорт-тректан Кореянан беҙгә күскән Виктор Ан чемпион булды! Шулай уҡ Владимир Григорьев та шул уҡ төрҙән икенсе һөҙөмтәгә өлгәшеп, «көмөш» алды. Өфө егете Семен Елистратов та уңышлы ғына сығышы менән алтынсы күрһәткескә иреште.
Конькиҙа 1500 метр араға йүгереүҙә Денис Юсковҡа подиумға эләгер өсөн бары 0,13 секунд ҡына етмәне.
Саңғы эстафетаһында Рәсәй ҡыҙҙары тәүге этапты уңышлы башлаһа ла, ҡалғандарында аҫҡа тәгәрәп, финиш һыҙығын тик алтынсы булып үтте. Ошо төрҙән беҙҙең команданың күптән бындай мәсхәрәгә ҡалғаны булмай. Ярай әле иртәгәһенә ир-егеттәр бер аҙ тырыша. Улар эстафетала, Швеция­нан ҡалып, көмөш миҙал менән бүләкләнә.
Ялдан һуң биатлонсы ҡыҙҙар масс-стартҡа теҙелде. Унда беҙҙән Ольга Зайцева менән Ольга Вилухина ғына ҡатнашырға хоҡуҡ яулағайны. Нишләйһең, был юлы ла ике Ольгабыҙ ҙа дистанцияны лайыҡлы үтә алмай, тик 20-нән һуңғы урындарҙы яуланы. Тәүге атыу рубежынан һуң уңышлы ғына старт алған Зайцева бер киҫкен боролошта йығылып, һөҙөмтәлә позицияһын юғалта һәм башҡаһына хәле етмәй. Ә инде еңеүсе булып өсөнсө тапҡыр данлыҡлы Дарья Домрачева таныла.
Бобслейҙа инде күптән үҙ урынын тапҡан, Рәсәй командаһы лидеры, билдәле Александр Зубков үҙенең иптәше Алексей Воевода менән Рәсәй бобслей тарихында йәнә ҙур уңышҡа өлгәште. Улар, дүрт мөмкинлектән иң һәйбәт һөҙөмтәгә ирешеп, Олимпия чемпионы булды. Быға тиклем Союз заманында Янис Кипурс менән Владимир Козлов ҡына ошо төрҙән алтын миҙал яулағайны.
Конькиҙа парлы бейеүҙән Елена Ильиных менән Никита Кацалапов Сочиҙа яулаған «алтын» янына бронза миҙал өҫтәне. Коньки тигәндән, шәхси беренселектә ҡатнашырға тейеш булған Евгений Плющенко, арҡаһы ауыртыуына һылтанып, Рәсәйҙе ҡатнашыусыһыҙ ҡалдырҙы. Ошоға бәйле әле һаман ғауға бара. Сөнки уны алмаштырырлыҡ бер түгел, ике спортсы Сочиға запастағы фигурист булып бара. Үҙе әйтмешләй, йәнәһе, улар икеһе лә дәғүәселәр менән алышырға лайыҡ булмай. Булмаһын, берәү ҙә бит чемпион булып тыумай. Иң мөһиме, йәштәр ҡатнашһын ине – ҙур ярыштарҙа ғына спортсы тәжрибә туплай ала бит. Нисек кенә булмаһын, СССР һәм Рәсәй бер ҡасан да ҡатнашыусыһыҙ ҡалмай. Ул ғына ла түгел, һәр уйын һайын еңеүселәр рәтендә була.
Хоккейҙа «бронза»ға булһа ла өмөт иткән ҡыҙҙар сирекфиналда Швейца­рияға 0:2 иҫәбенә еңелде. Керлинг буйынса ла ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ командалары төп бәйгенән төшөп ҡалды.
Киләһе көндә Рәсәйҙең миҙалдар ҡумтаһы тик бер көмөш миҙал­ға байыны. Уныһы ла тарихи булып сыҡты. Сноуборд-кросс төрөнән Николай Олюнинға чемпион булыр өсөн саҡ ҡына тәжрибә етмәй һәм һөҙөмтәлә ул «көмөш»лө була. Рәсәй өсөн – был тәүге уңыш. Шорт-тректан ҡыҙҙар эстафетала уҙыша. Әлегә беҙ ул йәһәттән бишенсе генә. Конькиҙа 10000 метр араға йүгереүҙән йәнә Нидерланд спортсыларына етеүсе табылманы. Улар өс урынды ла яулап, алдынғылыҡты бирмәне. Рәсәй командаһынан Евгений Серяев бары 9-сы һөҙөмтәгә өлгәште. Биатлон буйынса масс-старт бәйгеһендә, ниһайәт, ир-ат ярышҡа сыға. Бында ла Рәсәй спортсылары бер ни ҡыла алмай, Сочи уйындарының бронза миҙалы призеры Евгений Гараничев ҡына «сәскәле» бишенсе урынға сыҡты. Уҙған көн шуныһы менән ҡыуаныслы булды – бер мәл Рәсәй командаһы миҙалдар һаны буйынса икенсе урынға ла сығып өлгөрҙө һәм, бер тәүлек тә үтмәй, бишенсегә төштө.
19 февралдә Рәсәй спортсылары, һәр төр миҙалдың берәрен яулап, дөйөм дүртенсе урынға сыҡты. Сноубордтың параллель гигант слалом төрөнән Рәсәй өсөн сығыш яһаған Америка спортсыһы Вик Уайлд беренсе булһа, уның кәләше Алена Заварзина шул уҡ төрҙә бронза миҙал яуланы. Саңғы төрөнән Рәсәй спринтерҙары – Максим Вылегжанин менән Никита Крюков финишта икенсе күрһәткескә өлгәште. Биатлонда, һәр ваҡыттағыса, һөҙөмтә юҡ. Шәхси бернселектә йүнләп алдыра алмағас, эстафетаға өмөт бар ине лә, булманы шул. Шулай итеп, XXII Ҡышҡы уйындар тамамланыуға ла күп ҡалманы. Моғайын, Рәсәй спортсылары бынан ары әллә ни уңышҡа өлгәшә алмаҫ.
Ә инде хоккейҙан «ҡыҙыл машина»ны ҡолатҡан Финляндия командаһы ярымфиналда Швеция менән осрашһа, Канада уйынсылары АҠШ-ҡа һынау тотасаҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына