31.01.2014 Уйҙары менән ялда инеләр инде...
Оҙаҡламай Сочиҙа Ҡышҡы Олимпия уйындары башланыу сәбәпле КХЛ-дағы оҙайлы ғына тәнәфес алдынан «Салауат Юлаев» хоккейсылары дүрт осрашыуын ситтә уҙғарҙы.
Улар, 12 мөмкинлектән бары биш кенә мәрәй яулап, турнир таблицаһындағы хәлен бер аҙ мөшкөләйтте. Хәҙер өфөләр 50 уйындан 86 мәрәй менән үҙ конференцияһында бишенсе урынды биләй. «Торпедо» клубы уларҙан бер мәрәйгә өҫтөнлөк итеп, дүртенсе баҫҡысҡа үрләне. Шулай уҡ «Автомобилист» (83 мәрәй) менән «Себер» (82) командалары ла бына-бына юлаевсыларҙы ҡыуып етергә әҙер. Ә бит Владимир Юрзиновтың тәрбиәләнеүселәренә даими беренселектең ҡалған һуңғы дүрт осрашыуын үҙендә көслө дәғүәселәр менән үткәрәһе бар. Әйтәйек, 26 февралдә үҙенең принципиаль дәғүәсеһе – «Торпедо» уйынсылары менән уйнаһа, ике көндән беҙгә «Аҡ барс» киләсәк. Унан һуң Көнбайыш конференцияһы лидеры «Динамо» (Мәскәү) һәм плей-офф алдынан һуңғы бәйгеһен өфөләр «Витязь» менән уйнаясаҡ. Шуға күрә «Салауат Юлаев» командаһына плей-оффты үҙ майҙанында башлар өсөн нисек тә булһа бишенсенән юғарыраҡ урын алыу мотлаҡ. Ә уның өсөн ҡалған уйындарҙа ҡумтаны байытыу мөһим. Ә беҙҙә киреһен эшләйҙәр. Бына әлеге һуңғы осрашыуҙа ла аутсайдерҙарҙың береһе – Новокузнецкиҙың «Металлург» командаһына өс мәрәй бүләк иттек. Бында, киреһенсә, хужалар өсөн еңеү кәрәгерәк һымаҡ тойолдо.