RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Ғүмер буйы йүнләп атырға өйрәнмәһәм дә, биатлон минең өсөн иң яҡыны булып ҡалды», –

31.01.2014 «Ғүмер буйы йүнләп атырға өйрәнмәһәм дә, биатлон минең өсөн иң яҡыны булып ҡалды», –

«Ғүмер буйы йүнләп атырға  өйрәнмәһәм дә, биатлон минең өсөн иң яҡыны булып ҡалды», –ти Олимпия уйындарының өс тапҡыр чемпионы Анфиса Резцова
Тарихи 1992 йыл. Францияла уҙған уйындарҙа, СССР тарҡалып, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, (БДБ) үҙенең командаһын төҙөп, Олимпия байрағы аҫтында уйындарға юллана. Ә бына Германия, йәки ГФР менән ГДР республикалары, киреһенсә, берләшеп, дөйөм ил булараҡ бәйгегә сыға. Шуға ҡарамаҫтан, БДБ спортсылары туғыҙ алтын, алты көмөш һәм һигеҙ бронза миҙал яулап, команда беренселегендә Германиянан ғына ҡалыша. Саңғы спортынан Любовь Егорова (өс тапҡыр), биатлондан Евгений Редькин, конькиҙа фигуралы шыуыуҙан Наталья Мишкутенок менән Артур Дмитриев, бейеүҙән Марина Климова менән Сергей Пономаренко һәм айырым шыуыуҙа Виктор Петренко, хоккей йыйылма командаһы һәм саңғы спортын биатлонға алмаштырған үҙенсәлекле спортсы Анфиса Резцова таныла. Сит ил вәкилдәренән Норвегия саңғысылары Олимпия чемпиондары булып, бөтә «алтын»ды тиерлек үҙҙәре менән алып ҡайта. Ә инде Олимпия уйындарының иң йәш чемпионы, йәки 16-һын ғына тултырған Финляндия спортсыһы Тони Иеминен трамплиндан һикереүҙә беренселекте бирмәй, исемен Олимпия тарихына беркетә.
Бөгөнгө яҙасаҡ геройыбыҙ – Анфиса Резцова.
Өс тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Анфиса Резцова 1964 йылдың 16 декабрендә Владимир өлкәһенең Якимец ауылында тыуа. Ҡыҙға дүрт йәш тигәндә, ғаиләһе Владимир ҡалаһына күсә. Унда уларға, ишле ғаилә булараҡ (Анфисаның ике ағаһы һәм бер ҡустыһы була), өс бүлмәле фатир бирәләр. Ҡыҙ бәләкәйҙән спорттан алыҫ була. Би­шенсе синыфҡа тиклем бөтөнләй саң­ғыға баҫҡаны булмай. Шул ҡышта тауҙан санала шыуып ҡына күңелен күрә. Шулай ҙа бер ваҡыт спорт гимнас­тикаһы секцияһында шөғөлләнеп маташа, тик тренеры уға башҡа спорт төрөн һайларға тәҡдим итә. Бер аҙҙан мәктәпкә саңғы спорты белгесе килә. Анфиса синыфташтары менән секцияға яҙыла. Тик күбеһе саңғыны үҙ итмәй, ташлап китә. Ҡыҙға ла табиптар, һаулығына бәйле, спорттан ситләшергә тәҡдим итә. Секция етәксеһе лә, яуаплылыҡтан ҡасып, киләсәктә уның спортсы булмаясағына ишара яһай. Әммә Анфиса, үтә тырышлығы менән бер нәмәгә ҡарамай, табиптарҙан йәнә тикшерелеп, үҙенең һау икәненә инана һәм саңғыла йөрөүен дауам итә. Тик уны күнекмәләргә алмай­ҙар. Өмөтһөҙ спортсы көн дә саңғыла шыуып күңелен йыуата. Уға һәр ваҡыт насар саңғы эләгә. Шуға күрә һөҙөмтә лә булмай. Бер ваҡыт етенсе синыфта уҡығанда, район һәм ҡала ярыштарында үҙ тиңдәштәре араһында икенсе һәм өсөнсө урын алып, күптәрҙе уйға һала. Шуға ҡарамаҫтан, секция етәкселеге ҡыҙҙы ул ваҡыттағы «Пионерская правда» гәзите призы бәйгеһенә алмай. Анфиса быға бошонмай ғына шөғөлөн дауам итә. Буш ваҡытта волейбол, баскетбол уйнай. Шулай ҙа киләһе йылына уны дөйөм сборға алып, ярышҡа алып китәләр. Унан һуң өлкә ярыштарына ла күп ҡалмай. Анфиса ике дистанцияла еңеүсе булғас, тырыш ҡыҙҙы күҙ уңынан ысҡындырмай, команда етәкселеге Рәсәй беренсенлегендә һынамаҡсы була. Унда ла ҡыҙ һынатмай. Аҙаҡтан хатта ил чемпионатына ла алып китәләр. Шәхси беренселектә 19-сы булһа ла, киләһе беренселектә еңеүсе булып таныла. Шунан һуң СССР үҫмер­ҙәр йыйылма командаһы тренеры уны командаға саҡыра. Тик ҡайһы бер етәкселәр йәш спортсыға ҡаршы була. Йәнәһе, ҡыҙ бик шаян, кәрт уйнарға ла әүәҫ, тип баралар. Команда етәкселеге Анфисаның хәл-торошон һорап, киләсәккә ниндәй хыялдар менән йәшәйһең, тигәнгә ул: «1984 йылда буласаҡ Ҡышҡы Олимпия уйындарына барыуҙы төп бурыс итеп ҡуям», – тип яуаплай. Аҙаҡ тиң­дәштәре унан көлөп йөрөй. Әммә Анфиса Резцова төп команда менән бергә буласаҡ уйындарға әҙерлек йы­йынында шөғөлләнә. Төп тренер ҙа уға өмөт бағлай. Тик һуңғы мәлдә уны ситләштерәләр, һөҙөмтәлә ҡыҙ Олимпия уйындарына эләкмәй. Шулай ҙа шул йылда үҫмерҙәр араһында донъя беренселегендә тәүгә чемпион исемен яулай. 1985 йылда 20 йәшлек ҡыҙ төп команда менән донъя беренселегенә юллана. Унда совет командаһы шәхси ярыштар­ҙа уңышҡа өлгәшә алмағас, бар өмөтөн эстафетаға бағлай. Һуңғы дүртенсе этапта Резцова уҙышырға тейеш була. СССР командаһы төп дәғүәсеһе булып һа­нал­ған Норвегия ҡыҙҙарына туғыҙ се­кундҡа ҡалышҡанда, Анфиса, уға ҡара­ғанда күпкә тәжрибәлерәк һәм дә күп уңыш­тар­ға ҡаҙанған дәғүәсеһен ҡыуып етеп, финишҡа беренсе булып килә.
Шул ваҡыт буласаҡ тормош иптәше, биатлонсы Леонид Резцов менән таныша. Өйләнешәләр. Бәхетле ҡыҙ Калгариҙа уҙасаҡ Олимпия уйындарына ныҡлап әҙерләнә башлай. Маҡсатын да ҡуя: «Уйындарҙан миҙалһыҙ ҡайтмаҫҡа!» һәм беҙҙең геройыбыҙ шәхси 20 саҡрым араға йүгереүҙә көмөш миҙал яулап, совет эстафетаһы командаһы составында бәйгене беренсе булып тамамлап, Олимпия чемпионы исемен ала. Тора-бара ул үҙен биатлон төрөндә һынамаҡсы була. Саңғыла йүгереү тиҙлеге шәп булһа ла, атыу яғы, әлбиттә, аҡһай. Ярыштарҙың береһендә ул, 20 мөмкинлектең уныһында ғына сәпкә тейҙереп, һөҙөмтәлә финишҡа бишенсе килә. Тырыш ҡыҙ шуға ҡарамай, шөғөлөн дауам итә. Киләһе Олимпия уйындары алдынан СССР беренселегендә Анфиса көмөш миҙал яулап, донъя кубогы этаптарының береһендә еңеүсе булырға ла өлгөрә. Күптәр уға ышанмай, әммә саңғысыбыҙ һөнәрен биатлонға алмаштырып, киләһе уйындарҙа ошо төрҙән дә юғары маҡсат ҡуя. 1992 йыл, Олимпия йылы етә. Анфиса Резцова биатлон буйынса шәхси беренселектә стартҡа сыға һәм һуңғы атыу нөктәһендә сәпкә өс тапҡыр яҙа атһа ла, үҙенең тиҙлеге арҡаһында барыһын да артта ҡалдырып, йәнә Олимпия чемпионы исемен яулай. Эстафетала ла тырыша, әммә командалаш иптәштәренең хатаһы тик өсөнсө һөҙөмтәгә килтерә.
Ике тапҡыр Олимпия чемпионы өсөнсө уйындарға әҙерләнә. Ике шәхси беренселектә лә уңышһыҙ сығыш яһап, эстафета командаһы составында өсөнсө Олимпия «алтын»ын яулай. Үҙенең шәхси беренселектәге уңышһыҙлығын психологияһына бәйләй, сөнки команда етәкселеге уға һәр ваҡыт ышанып, барыһынан да алға ҡуялар. «Һин беренсе, һин еңәсәкһең!» – тип гелән тылҡыйҙар.
Олимпия уйындарынан һуң уны ҡапыл йыйылма команданан ситләтәләр. Сәбәбе уңышһыҙлығынан да булмай-булыуын. Уйындар ваҡытында алтын миҙалдарын командалаш иптәштәре менән әҙерәк «йыуып» алғандан һуң Рәсәйҙең йыйылма хоккейсылар командаһы өсөн «ауырырға» спорт майҙанына баралар. Рәсәй байрағын да алып, уйын мәлендә Анфиса уны болғап: «Рәсәй ҙә Рәсәй!» – тип һөрән һала. Һәм ошонан һуң, команда етәкселеге ҡыҙҙың тәртип­һеҙ ҡыланыуын күҙ уңында тотоп, команданың ишеген яба.
Геройыбыҙ быға артыҡ ҡайғырмай, үҙен ғаиләһенә бағышлай. Ҡыҙына күберәк иғтибарын бүлә. Һуңынан йәнә бер ҡыҙы тыуа. Шулай ҙа ул йәне-тәне менән ҡабаттан биатлонға ҡайтмаҡсы була һәм ҡайта, тик команда етәкселеге уға үҙ аҡсаһына шөғөлләнергә тәҡдим яһай. Аҡса ла таба, ярыштарға ла йөрөй. Һөҙөмтәләре лә көттөрмәй, тик команда үҙ итмәй. Донъя кубогы этаптарына кисәге «йондоҙ»ҙо алмайҙар, дөрөҫөрәге, ул унда артыҡ йәнгә әйләнә.
Ире Анфисаны киренән саңғы спортына ҡайтырға өгөтләй. Унда ҡайта һәм 12 йылдан һуң донъя беренселегендә йәнә чемпион исемен яулай. Унан һуң да уңыштары була, әммә өс тапҡыр Олимпия чемпионы Анфиса Резцова һәр ваҡыт биатлонды һағына. «Ғүмер буйы йүнләп атырға өйрәнмәһәм дә, биатлон минең өсөн иң яҡыны булып ҡалды һәм ҡаласаҡ», – ти ул һәр ваҡыт.
Н. ТИМЕРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына